ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
6 Сентябрь 2019, 17:17

Эҙләгәнен тапҡан

Мәләүез ҡалаһында хәрби разведка флагы тотҡан әҙәм эскәмйәлә ултырған йәшәр урыны булмаған иҫерек ирҙе туҡмаған.

Мәләүез ҡалаһында хәрби разведка флагы тотҡан әҙәм эскәмйәлә ултырған йәшәр урыны булмаған иҫерек ирҙе туҡмаған. Быны ҡыҙыҡ күргән бала-саға шатланып видеоға төшөрөргә тотонған. “Туҡма, әйҙә, туҡма! Мин быны “ютуб”ҡа һалам, ти – уҡыусы.
Үтеп барған граждан һуғыш суҡмарына иҫкәрмә яһай, тик тегенеһе шундуҡ тиерлек аяғы менән ирҙе типкеләүен дауам итә.
Төбәк эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәләүез районы эске эштәр бүлеге участка уполномоченныйы 58 йәшлек ирҙе туҡмауҙа ғәйепле әҙәмде полицияға килтерә.
“Уның Күгәрсен районда йәшәүсе 30 йәшлек ир булыуы, талау, уғрылыҡ, машина ҡыуып алып киткәне өсөн элек бер нисә тапҡыр хөкөм ителеүе, шулай уҡ разведчиктар мемориалынан флаг урлауҙа ғәйепләнеүен хәбәр иттеләр ведомствола. Тикшереү бара.
Мәрхәбә ҒӘЙНЕТДИНОВА әҙерләне.
Читайте нас: