ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
6 Сентябрь 2019, 17:25

Ришүәт алғаны өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған

Мәләүез районы һәм ҡалаһы буйынса мировой суд ришүәт алғаны өсөн врачты енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырҙы һәм 50 мең һум күләмендә штраф һалды.

Мәләүез районы һәм ҡалаһы буйынса мировой суд ришүәт алғаны өсөн врачты енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырҙы һәм 50 мең һум күләмендә штраф һалды.

Ул инвалидлыҡ осорон оҙайтыу өсөн пациенттан 13 мең һум талап иткән. Ҡатын медицина-социаль экспертиза буйынса врачтың аҡса һорауы менән риза булмай, полицияға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә медик аҡса алған ваҡытта енәйәт өҫтөндә тотола. Законға ярашлы, был ваҡиға хеҙмәткәрҙе эштән бушатыуға нигеҙ булып тора.

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныны. Шуға бәйле, район-ара прокуратура Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының “Башҡортостан Республикаһы буйынса медицина-социаль экспертизаһының баш бюроһы” федераль ҡаҙна учреждениеһына был врач менән хеҙмәт мөнәсәбәтен туҡтатыу тураһында күрһәтмә бирҙе.

Прокуратураның күрһәтмәһен тикшергәнгә тиклем врач үҙ теләге менән эштән китте.

Ирек БАЯЗИТОВ,

район-ара прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: