ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
25 Октябрь 2019, 13:56

Тыныс йәшәйһең киләме?

Милек, транспорт, ер һалымы түләүгә ваҡыт күп ҡалманы.

"Шәхси бүлмә" (Личный кабинет) менән файҙаланыусыларға һалым түләүгә электрон белдереү ебәрелә. Ә башҡалар 1 ноябргә тиклем почта аша ҡағыҙ төрөн ала. Быйыл айырым квитанция урынына түләү реквизиттары, банкомат, мобиль ҡушымта аша аҡса күсереүгә уңайлы булһын өсөн штрих-код һәм QR-код бирелгән. Тағы бер үҙгәреш: элекке кеүек граждандың бар объекты ла индерелмәй, һалым һалынғандары ғына күрһәтелә.

Интернет аша "Шәхси бүлмә"нән тыш “Һалым һәм пошлиналарҙы түләү” бүлеге сервистары (раздел “Оплата налогов и пошлин”- сервисы: “Уплата налогов, страховых взносов физических лиц”, “Уплата налогов за третьих лиц”, “Заполнение платежного документа на перечисление налогов, сборов и иных платежей в бюджетную систему Российской Федерации”) түләргә була.

Хөрмәтле мәләүездәр, ваҡытында һалымды түләү Һеҙҙе күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотҡарыр. 2018 йыл өсөн милек, транспорт, ер һалымы түләүгә ваҡыт күп ҡалманы – 2 декабргә тиклем был бурысты үтәү мотлаҡ.


Читайте нас: