1 октябрҙә «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тәмәке тартыуҙы имитациялаусы тәмәкеһеҙ тартыу изделиеларын һәм ҡоролмаларын берәмләп һатыу өлкәһендә сикләүҙәр билдәләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, балиғ булмағандарға электрон тәмәкеләр, кальяндар, вейптар, тәмәкеһеҙ тартыу ҡатнашмалары һәм уларҙың аналогтарын һатыу тыйыла.