ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
10 Ноябрь 2019, 18:46

Путин наркотик пропагандалаған өсөн яза биреү яҡлы

Рәсәйҙә интернет аша наркотик пропагандалаған өсөн енәйәт яуаплылығы индерелеүе ихтимал.

Рәсәйҙә интернет аша наркотик пропагандалаған өсөн енәйәт яуаплылығы индерелеүе ихтимал.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә Енәйәт кодексына индереү өсөн ошо хаҡта төҙәтмәләр әҙерләргә ҡушты.

Быға тиклем ошондай тәҡдим менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы сығыш яһаған ине. Әлеге ведомство законға индереләсәк төҙәтмәләрҙе йәмәғәтселек тикшереүенә сығарҙы. Президенттан айырмалы, министрлыҡ енәйәт язаһы түгел, ә бары тик административ яуаплылыҡ индерергә кәрәк тигән ине. Ошо йылдың ғинуарында әҙерләнгән документта бындай эшмәкәрлек өсөн 3 мең һумдан 4 меңгә тиклем штраф һалыу тәҡдим ителгәйне. Вазифалы шәхестәр, эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр өсөн яза күпкә ҡатыраҡ булыр ине. Атап әйткәндә, интернетта наркотиктар пропагандалаған өсөн уларға, Эске эштәр министрлығы фекеренсә, 1млн. һумға тиклем штраф йәки эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә тиклем административ туҡтатып тороу янар ине.
Читайте нас: