ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
19 Декабрь 2019, 14:35

Бурысың бармы? Түлә

Районда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы дауам итә. Сараның төп маҡсаты - тәртип боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөү. Махсус операция 25 декабргә тиклем дауам итә.

Штрафты административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләмәгән өсөн ғәйеплегә икеләтә штраф тәғәйенләнә йәки ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.
Ә бына штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50 процент ташлама менән түләү мөмкинлеге бар.
Ә һеҙҙең бурысығыҙ бармы? Был турала 3-13-80 телефонына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Читайте нас: