ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
16 Апрель 2020, 17:35

Кешелеклелек, ғәҙеллек һағында

Закон, хоҡуҡ яҡлауға бәйле һөнәр эйәләре бер аҙ ҡырыҫыраҡ һымаҡ күҙ алдына баҫа. Мәләүез район суды рәйесе ярҙамсыһы булып эшләгән сибәр, мөләйем Розалия Бәҙриеваны күргәс, аптырап ҡалдым. Яуаплы һәм көсөргәнешлек талап иткән урында 17 йыл эшләүен дә белгәс, уға ҡарата һоҡланыуым бермә-бер артты.

Закон, хоҡуҡ яҡлауға бәйле һөнәр эйәләре бер аҙ ҡырыҫыраҡ һымаҡ күҙ алдына баҫа. Мәләүез район суды рәйесе ярҙамсыһы булып эшләгән сибәр, мөләйем Розалия Бәҙриеваны күргәс, аптырап ҡалдым. Яуаплы һәм көсөргәнешлек талап иткән урында 17 йыл эшләүен дә белгәс, уға ҡарата һоҡланыуым бермә-бер артты.
Хеҙмәт юлын ул ҡаланың ағас эшкәртеү комбинатында башлай. Мәскәү статистика һәм мәғлүмәт университетында ситтән тороп юрист һөнәре алып сыға, район судына эшкә урынлаша. Розалия Шәфҡәт ҡыҙы граждандарҙы ҡабул итеүҙән тыш, матбуғат һәм мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә. Эшенә яуаплы ҡарай, шуға ла республика буйынса район судтары араһында уҙғарылған конкурста ул алып барған сайт ике йыл рәттән призлы урын яулай.
“Суд өлкәһендәге һөнәр эйәләренә тәү сиратта кешелеклелек, ғәҙеллек, намыҫлы булыу, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймау кеүек сифаттар хас”, - тине ул әңгәмәләшкәндә. Ысынлап та, миңә ҡалһа, Розалия үҙе һанап киткән сифаттарҙың барыһына ла эйә. Быларға тағы өлгөлө хужабикә, балалары өсөн яратҡан әсәй, ире өсөн өлтөрәп торған ҡатын тип тә өҫтәргә була. Хәләл ефете Илнур - холоҡ төҙәтеү колонияһында, улы Владислав - патруль хеҙмәтендә. Тимәк, һәр ваҡыт һөйләшеп кәңәшләшерлек уртаҡ тема бар. Солтан менән Сафия мәктәптә белем ала.
Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау һәм һаҡлау, уларҙың ялыуҙарын ҡарау, етәкселек күрһәтмәләрен үтәү, суд ултырыштарында ҡатнашыу - бурыстарҙың бер өлөшө генә. Розалия Бәҙриева: “Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән, йәштәргә үрнәк бирергә тейешле парҙарҙың мөлкәт бүлешеүе, бәхәсле мираҫ, сүп-сар реформаһына бәйле эштәр күп ҡарала. Ҡайһы берҙә бер-береһенә һыуҙай оҡшаған ике туғандың иҫкереп бөткән атай-әсәй йорто өсөн низағтарына ҡарап “Туҡтағыҙ! Нимә ҡыланаһығыҙ? Һеҙ бит туғандар!”- тип аңына килтерге килә”. Кешеләр менән аралашыу, төрлө хәлдәрҙә яҡшы психолог булырға ла тура килә.
Стрестан ҡотолоу юлын ул ғаиләһендә таба. Шәхси йорт янындағы баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереү - иң яратҡан шөғөлө. Ғаиләһендә гармониялы мөнәсәбәт булдырған. Яуаплы эшен яратып башҡарған уңған һөнәр эйәһе Розалия Шәфҡәт ҡыҙына йәштәргә тиңләшергә урын бар.
Читайте нас: