Конгэк
+8 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
22 Июнь 2020, 14:30
Мәктәп директоры закон боҙған
Район-ара прокуратура закупкалар тураһында закондың үтәлешен тикшерҙе. Уның барышында үткән йылдың аҙағында ҡала мәктәптәренең береһенә стоматология кабинетын йыһазландырыуға 1 миллиондан ашыу аҡса бүленеүе асыҡлана.
Район-ара прокуратура закупкалар тураһында закондың үтәлешен тикшерҙе. Уның барышында үткән йылдың аҙағында ҡала мәктәптәренең береһенә стоматология кабинетын йыһазландырыуға 1 миллиондан ашыу аҡса бүленеүе асыҡлана. Бюджет аҡсаһын үҙләштереү маҡсатында мәктәп директоры менән дөйөм суммаһы 650 мең һумлыҡ медицина ҡорамалын алыуға ике килешеү төҙөлә. Әммә конкурс та, аукцион да ойошторолмай. Ҡорамал алыуға төҙөлгән килешеү яһалма рәүештә ике өлөшкә бүленгән бер документ булып сыға. Прокуратура инициативаһы менән РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодекстың 7.29-сы статьяһы 2-се өлөшө буйынса административ эш ҡуҙғатылды. Һөҙөмтәлә Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан директорға 25 мең һум штраф һалынды. Шулай уҡ асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында мәғариф идаралығына күрһәтмә бирелде.
Рита ӘХМӘТДИНОВА, район-ара прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?