ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
15 Сентябрь 2020, 13:27

Алдана күрмәгеҙ

Полиция иҫкәртә: мутлашыусылар

- Билдәһеҙ әҙәмдәр банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре исеменән картағыҙҙа шикле әүҙемлек күҙәтелеүен, аҡсағыҙҙы урларға маташыуҙарын, карта реквизитын, смс-хәбәр менән ебәрелгән кодты, аҡса һаҡланһын өсөн икенсе иҫәпкә күсереүҙе һорап шылтыратты. Был мутлашыуҙың таралған схемаһы икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Бәйләнеш үҙәге һаны - картаның артҡы яғында.
Иғтибар! Банк хеҙмәткәрҙәре карта тураһында мәғлүмәтте, паролде, кодты бер ҡасан да һорамай.
- Интернет магазинда ҡулай хаҡҡа кәрәк тауар күрҙегеҙ, уны һатып алыу өсөн электрон көшөлөккә, йәки картаның абонент һаны иҫәбенә алдан аҡса күсереүҙе һораһалар, был осраҡта нәҡ мутлашыусылар булыу ихтималлығы юғары.
- Популяр сайтта милек һатыу тураһында бушлай иғлан урынлаштырһағыҙ, бер аҙҙан “һатып алыусы” залог индереүҙе тәҡдим итеп, шылтыратһа, шәхси характерҙағы мәғлүмәтте (персональ мәғлүмәт, карта һаны) әйтмәгеҙ, был һеҙгә зыян ғына килтерер. Аҡса күсереү өсөн карта йәки уға бәйләнгән телефон һаны ла еткән.
- Социаль селтәрҙәрҙә дуҫығыҙ йәки танышығыҙ бурысҡа аҡса һорай икән, шылтыратып хәлдең асылына тµшµнмәйенсә, бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
- Билдәһеҙ кеше үҙен вазифалы шәхес тип таныштырып, компенсация тейешлеген, уны алыр өсөн юрист хеҙмәтен, страховка түләргә кәрәклеген хәбәр итһә, аҡса күсерә күрмәгеҙ.
Уяу булығыҙ!
Туғандар, күршеләр, дуҫтарығыҙ менән кәңәшләш­мәйенсә аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәпкә күсерергә ашыҡмағыҙ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкһәгеҙ, яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ йәки “02”, “112” телефондарына шылтыратығыҙ.
Сергей СИДОРОВ, начальник вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы юстиция подполковнигы.
Читайте нас: