ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
19 Ноябрь 2020, 17:26

Юлға бурысыңды түләп сыҡ

Юлдарҙа һаҡ булырға кәрәк, водителдәр пассажирҙар ғүмере өсөн яуаплы булыуын онотмаһын ине. Бынан тыш бурыстарҙы ла ваҡытында түләү мотлаҡ. Түләнмәгән штраф тураһында мәғлүмәтте...Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан алынды.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республиканың ҡайһы бер райондарында боҙло ямғыр, боҙлауыҡ хаҡында иҫкәртә. Юлдарҙа һаҡ булырға кәрәк, водителдәр пассажирҙар ғүмере өсөн яуаплы булыуын онотмаһын ине.
Бынан тыш бурыстарҙы ла ваҡытында түләү мотлаҡ. Түләнмәгән штраф тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре сайтында алырға була. Дәүләт автоинспекцияһы билдәләүенсә, «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды, уның төп маҡсаты – штраф түләмәүселәрҙе асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөтә водителдәрҙе бурысы булыу-булмауға тикшерә.
Штрафты ҡарар көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк. Юғиһә уны икеләтә күләмдә тура килә. Бындай ҡануниәт бурыслы водителдәрҙе 15 тәүлеккә ултыртыу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Штрафты ҡарар сығарылған көндән башлап 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штрафтың суммаһынан 50 процент ҡына түләргә мөмкин.
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан алынды.
Читайте нас: