Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
8 Ғинуар 2021, 01:00

Эштән ҡыуыу өсөн нигеҙ артты...

Билгән вазифаға тура килмәү, квалификация етмәүе лә - хеҙмәт килешеүен тарҡатыу өсөн нигеҙ.

2021 йылда эштән ҡыуыу өсөн нигеҙ артты. Дистанция тәртибендә эшләгәндә ике көн буйы эш биреүсенең шылтыратыуына яуап бирмәһәң йәки, алдан иҫкәртмәй, геолокацияны үҙгәртһәң, вазифаңдан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал. Хеҙмәткәр башбаштаҡлыҡ ҡыла, законлы бойороҡтарҙы үтәргә теләмәй, бурыстар башҡарыу срогын һуҙа икән, уның менән килешеп тормай ҡыуа алалар. Шулай уҡ мөлкәт урлау, сменаға килмәү, эш урынында алкоголь йәки наркотик матдә ҡулланыу, хеҙмәтте һаҡлау талаптарын үтәмәү арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу ҙа эштән бушатыуға сәбәп була. Сәбәпһеҙ дүрт сәғәткә эш урынын ҡалдырыу, даими һуңлау, хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү, бик тупаҫ булмаһа ла, эште юғалтыуға килтерә. Коммерция характерындағы йәшерен мәғлүмәт йәки дәүләт серен асҡан хеҙмәткәрҙәргә лә ҡыуылыу янай. Биләнгән вазифаға тура килмәү, квалификация етмәүе лә - хеҙмәт килешеүен тарҡатыу өсөн нигеҙ. Быны аттестация һөҙөмтәләре менән дәлилләргә кәрәк. Шуныһы ла бар: илдең Хеҙмәт кодексына ярашлы, хеҙмәткәр бер ай эсендә ҡыуыу тураһындағы ҡарарҙы суд тәртибендә инҡар иттерә ала. Элекке кеүек үк, больничныйҙа йәки ялда булған хеҙмәткәрҙе ҡыуа алмайҙар. Шулай уҡ ауырлы ҡатындарҙы, өс йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙы һәм 14 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләгән яңғыҙ әсәне лә эшенән бушатыу хоҡуғы юҡ. Әгәр ир-ат ғаиләһен ҡараусы берҙән-бер кеше булып, бәләкәй балалары бар икән, уны ла ҡыуа алмайҙар. Улар менән килешеүҙе өсөн хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ризалығы талап ителәсәк.
Читайте нас: