ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
11 Ғинуар 2021, 17:55

Нигеҙһеҙ түләүҙәр кире ҡайтарылырға тейеш

Йылылыҡ өсөн һуңғы квитанция мәләүездәрҙе лә хайран итте. Уны ҡулға алғас, әллә түләүҙәрҙе яңынан берләштерҙеләрме икән тигән уй төштө. Юҡ, был – йылылыҡ өсөн генә. Ваҡытында бар хеҙмәттәргә ошо тиклем түләй инек…

Йылылыҡ өсөн һуңғы квитанция мәләүездәрҙе лә хайран итте. Уны ҡулға алғас, әллә түләүҙәрҙе яңынан берләштерҙеләрме икән тигән уй төштө. Юҡ, был –йылылыҡ өсөн генә. Ваҡытында бар хеҙмәттәргә ошо тиклем түләй инек…
Республика халҡы БашРТС-тан декабрь айы өсөн килгән йылытыу иҫәп-хисап ҡағыҙҙарына ризаһыҙлыҡ белдерҙе лә инде. Төрлө баһалар буйынса, түләү 30-70 процентҡа артҡан. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төҙөлгән эшсе төркөмгә тиҙ арала хәлде асыҡлау һәм сумманың дөрөҫлөгөн тикшереү бурысы йөкмәтелгән.
«Халыҡҡа нигеҙһеҙ түләүҙәр күрһәтелгән осраҡта - асыҡларға һәм ошо аҡсаны кире ҡайтарырға. Беҙҙә ундай тәжрибә бар. Әгәр кемгәлер яңылыш иҫәпләнгән икән, аҡса кире ҡайтарылырға тейеш. Йә иһә йортта йәшәүселәр был аҡсаны түләмәгән булһа, түләү ҡағыҙҙарын алмаштырһын, - тип белдерҙе Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. - Хәлдең ниндәй булыуы тураһында реаль картинаны күрһәтегеҙ. Мин «БашРТС» менән һөйләштем. «Өфө инженер селтәрҙәре» түләүҙәре буйынса ҡарарға кәрәк. Был шундай ҙур һәм ҡатмарлы проблема. Уға асыҡлыҡ индереү мотлаҡ».
Читайте нас: