ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
13 Ғинуар 2021, 16:30

Ғәйеплеләр юҡ

Ғәйеплеләр юҡБайрамдарҙан һуң банк карточкаһынан 30 меңгә яҡын аҡсаһынан “елдәр иҫкәнлеген” күреп, айныған ирҙең башындағы сәсе үрә тора, полицияға мөрәжәғәт итә. Баҡтиһәң, уны бер кем дә урламаған, өйҙәш ҡатын менән бергә байрам өҫтәле артында бергә кәйеф-сафа ҡорғандар. Башта сабый бәхетен уйлайыҡ (дауамы аҫтағы һылтанмала).

Ғәйеплеләр юҡ
Байрамдарҙан һуң банк карточкаһынан 30 меңгә яҡын аҡсаһынан “елдәр иҫкәнлеген” күреп, айныған ирҙең башындағы сәсе үрә тора, полицияға мөрәжәғәт итә. Баҡтиһәң, уны бер кем дә урламаған, өйҙәш ҡатын менән бергә байрам өҫтәле артында бергә кәйеф-сафа ҡорғандар.
Башта сабый бәхетен уйлайыҡ
Йыш ҡына ир менән ҡатын асыуланышһа, баланың яҙмышы тураһында уйҙар ситкә ҡуйыла. Үҙ-ара конфликтта сабыйҙы тәрбиәләү өсөн бәхәс тыуа, юҡ-юҡ, тик уны бәхетле итеү өсөн түгел, нәҡ бер-береһен еңер өсөн.
Ҡараңғы төшкәс, ауылдарҙың береһендә ҡайны-ҡәйнәһе ҡарамағында ҡалған улын алырға килгән атай кеше ғауға сығара. Төнләтеп килгән ир баланы тәрбиәләргә килгән тип уйлайһығыҙмы?
“Һеҙҙең һарығығыҙ беҙҙең бесәнде тапаған!”
Шундай ялыу менән берәү күршеһе өҫтөнән полицияға ялыу яҙа. Мал аҫрағас, тейешенсә бикләп тоторға кәрәк, кешенең баҡсаһындағы бесәнде һарыҡ әләф-тәләф итеп туҙҙырып ашаған, ә хәҙер хужаһы яуап бирәсәк.
Читайте нас: