ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
20 Ғинуар 2021, 19:15

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй

Үткән аҙнала Мәләүез - Күмертау трассаһында юл-транспорт фажиғәһендә 7 һәм 8 йәшлек балаларҙың, 35 йәшлек пассажирҙың һәләк булыуы күптәрҙе тетрәндергәндер. Иҫерек килеш машина йөрөтөүселәрҙең һаны артыуы хафаға һала. Мәҫәлән бер аҙна эсендә генә наркотик эйфория аҫтында ике водитель машина йөрөткәндә тотолған.

Исеме есеменә тап килгән
Күп ҡатлы йорт подъезында иҫерек ир ятыуы тураһында полицияға шылтыраталар. Әлдә вайымһыҙ булмаған кешеләр бар: “шайтан һыуы” эскән ирҙе наркология бүлегенә илтәләр. Шуныһы күҙгә салына: ул ирҙең фамилияһы ла “иҫерек” һүҙенең мәғәнәһен аңлата. Документын үҙгәртһә, бәлки, айыҡ тормош алып барыр?
Башта аҡыл бар тиң инде, унан һуң
Йәш ҡатын әсәһен был донъянан хушлашыу менән ҡурҡытып, яңы тыуған балаһын уның ҡулына ҡалдыра ла әшнәләше менән күңел асырға урамға сығып китә. Әсә йөрәге түҙмәй, хоҡуҡ һаҡлау органдары аша ҡыҙының ҡайҙа икәнлеген саҡ асыҡлай.
Читайте нас: