ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
27 Ғинуар 2021, 17:00

Еңел хеҙмәт түгел

Яҡлауға мохтаж булғанда, кемдән ярҙам һорарға? Һәр кем йәшәгән еренә ҡараған участковыйҙы танып беләме? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында хеҙмәт һағында торғандарға арнайбыҙ яңы рубриканы.

Яҡлауға мохтаж булғанда, кемдән ярҙам һорарға? Һәр кем йәшәгән еренә ҡараған участковыйҙы танып беләме? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында хеҙмәт һағында торғандарға арнайбыҙ яңы рубриканы.
Полиция лейтенанты, участка уполномоченныйы Альфред Хәсәнов хеҙмәт иткән участка - халыҡ күп йәшәгән ҡаланың 32-се биҫтәһе. Төп эш йүнәлеше - хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, енәйәт ҡылыуҙы иҫкәртеү, йәмғиәттә тәртип, граждандарҙың именлеген һаҡлау. Уға ҡараған биләмәне патрулләгән арала үҙе, һөнәре тураһында ҡыҙыҡһынам.
- Сығышым менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетының юридик факультетын тамамланым. Органдарҙа яңы кеше түгелмен: йәмғеһе - ун, участковый булараҡ алты йыл хеҙмәт стажым бар.
Хеҙмәт көнө төрлөсә үтә, тыныс та, тынғыһыҙ саҡтар ҙа була. Элеккесә, йорт янында эскәмйәлә ултырған, мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан әбейҙәр юҡ. Эш спецификаһы ла үҙгәрҙе. Нигеҙҙә көндәлек проблемалар менән йыш осрашырға, кемделер тынысландырырға, протокол төҙөргә тура килә. Кистәрен тауыш сығарыу, ғаилә-көнкүреш ғауғалары, ҡул күтәреү, һаулығына янау осраҡтары ла була. Кемгәлер кәңәш, аралашыу кәрәк,- ти ул.
  • Участка вәкиле менән йыш осрашабыҙ. Бик ярҙамсыл, бер ҡасан да, бер ваҡиғаны ла иғтибарһыҙ ҡалдырғаны юҡ, - ти урамда осраған Ольга исемле ҡатын.
  • Уның менән һөйләшкәндән һуң башыма шундай фекер килде: яҡшы участковый булыр өсөн, ярҙам һорап кемдәндер шылтыратыу алғас ҡына килергә түгел, уларҙың тормоштары, проблемаһы менән йәшәргә кәрәк икән. “Кешеләрҙең төрлөһө бар. Уларға һәр саҡ уяу булырға кәрәклеге хаҡында иҫтәренә төшөрөп торам”, - ти Альфред Әхмәт улы.- Бөгөн көн сағыштырмаса тыныс уҙҙы. Урлашыуҙар ҙа, янъялдар ҙа булғылай”, - тип һүҙен дауам итә. Ауырлыҡтар? Ә ҡайҙа юҡ һуң улар. Иң мөһиме - үҙ эшеңде яратыу.
    Читайте нас: