ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
10 Февраль 2021, 19:15

Арарат, Ағиҙелде кем оҡшатмаһын?

Асҡыс яратып, уғры фатирға төшә, алтын-байлыҡтарға, аҡсаға айыу майы һөртә. Тау менән йылғаның быға ник ҡыҫылышы бар тиһегеҙме? Ошо бренд менән сығарылған, оҙаҡ ваҡыт кәштәлә һаҡланған бер нисә шешә спиртлы эсемлектән дә бер юлы елдәр иҫкән.

Сауҙала дуҫлыҡ юҡ
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡай саҡта әҙәм балаһы рәсми теркәлмәй эшләргә мәжбүр. Мул өлөш вәғәҙәһенә алдана улар, юғиһә ауырыған осраҡта социаль түләүҙәрҙәрһеҙ ҡалыуҙары ла өркөтмәй. Таяҡ ике осло, тиҙәр бит әле халыҡта. Уның кире яғы ла бар.
Ит һатыу менән шөғөлләнгән алыпһатар үҙенә эшсе яллай ҙа, хеҙмәт хаҡын тулыһынса түләмәй. 32 мең урам уртаһында ятмай, хәҙер егет эшҡыуарҙың намыҫына ғына ышанырға мәжбүр.
Арарат, Ағиҙелде кем оҡшатмаһын?
Асҡыс яратып, уғры фатирға төшә, алтын-байлыҡтарға, аҡсаға айыу майы һөртә. Тау менән йылғаның быға ник ҡыҫылышы бар тиһегеҙме? Ошо бренд менән сығарылған, оҙаҡ ваҡыт кәштәлә һаҡланған бер нисә шешә спиртлы эсемлектән дә бер юлы елдәр иҫкән.
Һүҙ бөтһә, йоҙроҡ эшкә керешәме?
Оҙаҡ уйлап тормай ҡайһы берәүҙәр. Подъезда гүзәл зат икенсеһенең “әпәй шүрлегенә менеп төшкән”. Ҡатын-ҡыҙҙар нисек һуғышҡандыр, бәлки сәстәренән тартышҡандарҙыр, белмәйем, икенсе бер осраҡта бер ир икенсеһенең ҡолағын умыра яҙып тешләгән.
Читайте нас: