Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
18 Февраль 2021, 13:50
Туҡран тәүбәһе
Банк карточкаһы аша аҡса сәлдереүселәр тураһында, тумыртҡа һымаҡ туҡылдап, һәр ваҡыт иҫкәртеп торабыҙ. Юҡ, инде, аҙна һайын, кем булһа, ла шул мут әҙәмдәр тоҙағына эләгә. Күрәһең, улар “Көнгәк”те уҡымай. Бына яңыраҡ тағы берәүҙең картаһынан 283 мең һум аҡса сәлдергәндәр. Икенсе осраҡта зыян күләме өс меңгә яҡын - уныһы ла урамда аяҡ аҫтында ятмай.

Йылыға йылан эйәләй
Беренсе тормош иптәшең Хоҙайҙан, тиҙәрме әле. Тәүгеһенән ҡалырға яҙмаһын, йәштән бергә өйләнешеп, донъя ҡороп, балалар үҫтергән парыңа етәме инде ул.
Ауылдағы бер ҡатын өйҙәшкә ир индергән, ә хәҙер ҡыуып сығара алмай йонсой. Эсмәй ҙә, ә барыбер нимәһелер оҡшамай. Аптырағас, полиция саҡырырға мәжбүр булған.
Һыуыҡ, өшөттөрә
Заманында йорттарға “зәңгәр яғыулыҡ” индереп ҡыуанғайныҡ. Аҙ килемлеләрҙең, эшһеҙҙәрҙең, “йәшел йылан” менән дуҫ кешеләрҙең кеҫәһенә һуға – әтнәкеһе шул. Ваҡытында түләүҙәр индермәгәне өсөн, йылылыҡ торбаһын өҙһәләр ҙә, ауылдағы “оҫта ҡуллы ир” уны законһыҙ рәүештә кире тоташтырған. Штраф түләргә тура килә хәҙер.
8 февралдән 14-нә тиклем “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте 406 саҡырыу хеҙмәтләндергән. 17 өлкән кеше (шул иҫәптән бер бала) йәрәхәтләнгән. 19 иҫереккә медицина ярҙамы күрһәтелгән, өсәүһе дауаханаға һалынған. Ҡабул итеү бүлексәһенә 68 ауырыу килтерелгән. Бер ялған саҡырыу бар.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?