Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
22 Июнь 2021, 23:46

Мутлашыуҙа тамам оҫтарып алһа ла

Йәш кенә булһа ла, төрлө өлкәлә мутлашыуҙа оҫтарып алған енәйетсене суд 12 йылға иркенән мәхрүм иткән.

Өфөнөң Совет район суды 32 йәшлек ҡатынға ҡарата “уғрылыҡ”, “алдау” һәм “административ күҙәтеүҙән ҡасыу” кеүек статьялар буйынса асылған енәйәт эшенә бәйле хөкөм сығарҙы. Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2018-2020 йылдарҙа ул “риэлтормын” тип танышып, банкта залогта булған һәм арест һалынған күсемһеҙ милекте арзан хаҡҡа һатып йөрөгән, клиенттарына һатыуға ҡуйылмаған сит кешеләрҙең фатирҙарын, йорттарын күрһәткән. Был әҙәмдең ошондай ғәмәлдәренән 12 кеше 12 миллион һумдан ашыу зыян күргән. Автомобиль һатып алыуҙа аралашсы булып тағы ла биш кешенең 1,7 миллион һум аҡсаһын үҙләштергән. Шулай уҡ интернет аша ир-егеттәрҙе лә төп башына ултыртҡан, уларҙың 35 мең һум аҡсаһына һәм мөлкәтенә хужа булған. Мутлыҡ ҡылған өсөн элегерәк тә хөкөм ителгән енәйәтсе суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәмәгән. Әле ул ғәйебен өлөшләтә таныған. Суд уны 12 йылға иркенән мәхрүм иткән.
Башинформ.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: