Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
25 Июнь 2021, 00:31

Мутлыҡҡа юл асылып тора, йәки ришүәт өсөн рәшәткә артына эләгеүең бар

Ялған сертификаттар өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Илдә коронавирусҡа ҡаршы дөйөм коллектив иммунитет булдырыу талабы ҡуйылды, бының өсөн халыҡтың 60 процентына вакцина һалынырға тейеш, тип билдәләнде. Прививка нимә өсөн яһала? Әлбиттә, вирусҡа ҡаршы есемдәр, йәғни антитела булдырыу өсөн. Ә беҙҙә һәр ваҡыттағыса...

Ялған сертификаттар өсөн - енәйәт яуаплылығы Илдә дөйөм коллектив иммунитет булдырыу талабы ҡуйылды, бының өсөн халыҡтың 60 процентына вакцина һалынырға тейеш, тип билдәләнде. Прививка нимә өсөн яһала? Әлбиттә, вирусҡа ҡаршы есемдәр, йәғни антитела булдырыу өсөн. Ә беҙҙә һәр ваҡыттағыса һан артынан ҡыуып, абсурдҡа алып барып еткерәләр. Ауырығандан һуң антиесемдәр барлығы билдәле булһа ла, прививка яһатырға тейешһең. Уныһы ла ҡыҫҡа ваҡыт ҡына һаҡлана, ти бит әле... Һорау тәҡдим тыуҙыра, быға бәйле вакцина яһатмайынса прививка ҡаҙатыу тураһында ялған сертификаттар таралыуы асыҡлана. Үҙәк баҫмалар хәбәр итеүенсә, ялған сертификат таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы тураһында һаулыҡ һаҡлау министры ярҙамсыһы Марат Гәрәев аңлатма бирә.
- Бындай осраҡтар өсөн дисциплинар яуаплылыҡтан тыш, енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Ҡайһы берәүҙәр бер нисә мең һумлыҡ ришүәт өсөн яза булмаҫ тип яңғылыша. Әммә бәләкәй күләмдә ришүәт алған йәки аралашсы булған өсөн дә 231-се статьяла яза ҡаралған, уларға бер йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Бынан тыш, ҡайһы берәүҙәрҙең вакцинация тураһында сертификаттар йәки бланктар менән “сауҙа итергә” маташыуҙары шулай уҡ язаһыҙ ҡалмаясаҡ, бындай мутлыҡтар өсөн алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре мөмкин. Марат Гәрәев әйтеүенсә, граждандарҙың белә тороп вакцинация тураһындағы ялған сертификаттарҙы файҙаланғаны өсөн шулай уҡ енәйәт яуаплылығы ҡаралған – алты айға тиклем иректән мәхрүм итәсәктәр. Фото: интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: