Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
26 Август 2021, 09:15

Аҡылдан шашҡандармы?

Арыҫлан ауылы зыяраты кәртәһенең евроштакетниктарына “айыу майы һөрткәндәр”

Аҡылдан шашҡандармы?
Аҡылдан шашҡандармы?

Арыҫлан ауылы зыяраты кәртәһенең евроштакетниктарына “айыу майы һөрткәндәр”

Кеше был донъяға мәңгелеккә килмәй. Көнө бөтһә, байлығың да тороп ҡала. Балаларың, туғандарың, яҡындарың, ауылдаштарың иҫләй, әгәр арҙаҡлы шәхес икәнһең, илең, милләттәштәреңдең телендә, хәтерендә һаҡлана әҙәм балаһының исеме.

Бәләкәйҙән зыяраттан әйбер алмаҫҡа, ул яҡҡа бармаҡ менән дә төртөргә ярамағанлығын, баш менән ымлап ҡына күрһәтергә өйрәтте беҙҙе ололар. Заманында дини тәрбиә ул хәтлем көслө булмаһа ла, ауылдаштарымдың һәр ваҡыт кешене һуңғы юлға оҙатыу йолаһына бик иғтибарлы башҡарыуына һоҡланам. Баҡыйлыҡҡа күскән ауылдашына һуңғы хөрмәтен күрһәтә, улар хәйерен бирә, мәрхүмдең ризалығын алырға тырыша, белепме-белмәйме ҡылған ҡылыҡтарын ғәфү итеүен һорай.

Арыҫлан ауылындағы изге урындың кәртәләүҙәрен һүтеп алып киткәндәр, тигән хәбәрҙе ишеткәс, үҙ күҙебеҙ менән барып күрергә булдыҡ. Нисек инде улай, кемдең ҡулы барҙы икән был ҡара эшкә? Беҙҙең менән барған ауыл старостаһы Ринат  Хәйбуллин, уның күршеһе Сәлих Иҫәкәев ҡара эшкә баҙнат иткән, кешелеклелеген юғалтҡан хаяһыҙ, алама әҙәмдәрҙең ҡылығына хайран ҡала. Бер нисә йыл элек кенә ауыл халҡы өмә эшләп, зыяратты кәртәләп алған булған. “Евроштакетниктарҙы дрель менән бороп алып китеүе оҙаҡ ваҡыт та талап ителмәй. Ниндәйҙер маҡсат менән белгән кеше генә ҡыланған бында”, - ауыл уҙамандары аптырай.

Элегерәк тә шундай хәл ҡабатланғанын һөйләне улар. Ҡотошта, Яңауылда ла ошондай аҙымға барған күҙенә ҡан һауған, аҡты ҡаранан айыра белмәгән, түбәнселеккә төшкән әҙәмдәр. Тимергә хаҡ артҡас, химзавод янындағы металлолом ҡабул иткән базаға нержавейка зыярат кәртәләрен килтереп тапшыралар.

Әлбиттә, ауыл халҡы тиҙ арала зыярат ҡоймаһын рәткә килтереү яйын күрәсәк. Фермер Әхәт Ибраһимов яңы кәртәләр алып ҡуйыу өсөн үҙ өлөшөн индергән. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына  ярашлы, иҫке зыяратты кәртәләү ҙә ниәтләп торалар. Әммә уғрылыҡҡа барған әҙәмдәр барыбер Аллаһы Тәғәләнең язаһынан, кеше әрнешенән ҡурҡырға тейештер, тип уйлайым.

Фекер

Әхәт Ибраһимов, фермер:

Боһорман ауылы биләмәһе хакимиәте контораһы элегерәк заманында зыярат булған урында урынлашҡан ине. Шул яҡта экскаватор менән ҡаҙыу эштәре башланғас, ер менән кеше һөйәктәре лә килеп сыға башлаған. Шул ауылдың биш малайы, ҡыҙыҡ күреп баш һөйәген типкеләп уйнатып йөрөтә башлай, өлкәндәрҙең әйтеүенә ҡолаҡ та һалмай. Ни эшләп олораҡтар ул һөйәктәрҙе һыйып, кире ерләп ҡуймағандыр, уныһы икенсе мәсьәлә. Әммә шуныһы хәтерҙә ҡалды: шул биш уҡыусы ла ир ҡорона етеү менән, ни сәбәптәндер, йәшләй генә донъя ҡуйҙы. Бәлки мәрхүмдең ҡарғышы төшкәндер...

Аҡылдан шашҡандармы?
Аҡылдан шашҡандармы?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: