Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
24 Ноябрь 2021, 12:10

Байлығығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...

Ғәләмәт уғрылыҡ сәскә ата, йәмәғәт, ауыҙыңды асып йөрөһәң, һуңғы ыштаныңды систереп алып китмәҫтәр тимә. Бер аҙна эсендә мут әҙәмдәр граждандарҙың картаһынан ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштергән. Уҙған аҙнала ғына республиканың эске эш органдарының дежур часына мутлашыуға бәйле 14 ғариза килгән, шуларҙың 4-е интернет аша тауар һатып алыуға, өсәр осраҡ кредит өлкәһендә граждандарҙы алдауға, шулай уҡ төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүгә бәйле. Күмертау ҡалаһындағы полиция органдарына бишенсе тиҫтәне тултырып килгән ханым мөрәжәғәт итә. Баҡһаң, уны интернет селтәрендә үҙен сит ил гражданы тип таныштырған “кейәү”ир тишек шоманға ултыртҡан.

Байлығығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...
Байлығығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...

 

Ғәләмәт уғрылыҡ сәскә ата, йәмәғәт, ауыҙыңды асып йөрөһәң, һуңғы ыштаныңды систереп алып китмәҫтәр тимә. Бер аҙна эсендә мут әҙәмдәр граждандарҙың картаһынан ике миллион һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштергән.

Уҙған аҙнала ғына республиканың эске эш органдарының дежур часына мутлашыуға бәйле 14 ғариза килгән, шуларҙың 4-е интернет аша тауар һатып алыуға, өсәр осраҡ кредит өлкәһендә граждандарҙы алдауға, шулай уҡ төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүгә бәйле.

Күмертау ҡалаһындағы полиция органдарына бишенсе тиҫтәне тултырып килгән ханым мөрәжәғәт итә. Баҡһаң, уны интернет селтәрендә үҙен сит ил гражданы тип таныштырған “кейәү”ир тишек шоманға ултыртҡан.

Башта көслө зат ҡатынға комплименттар яуҙыра. Ғүмерендә лә шул хәтлем матур һүҙҙәр ишетмәгән гүзәл зат, сит илдән бүләк ҡабул ит, тигәс, юғалып албырғап ҡала. Посылканы алыр өсөн йомарт ирҙең банк картаһына 48 мең аҡса күсерергә генә кәрәк, баҡтиһәң. Аҡса күсеү менән, “кейәү ир”ҙән дә елдәр иҫә.

Өфөләге ике ирҙе ялған квартиранттар тишек шоманға ултырта. Улар социаль селтәрҙә фатирҙарын ҡуртымға биреү тураһында иғлан яҙа. Таныш булмаған әҙәмдәр фатир өсөн аванс индереү өсөн хужаларҙың карта номерын һәм банк реквизиттарын һорап ала. Һөҙөмтәлә, уғрылар береһенең картаһынан  - 58, икенсеһенең картаһынан 48 мең аҡсаны сәлдерә.

Байлығығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...
Байлығығыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: