Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
23 Ғинуар 2022, 13:25

Эсеп руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелгән

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн хөкөмгә тарттырылған, иҫерек килеш һаулыҡҡа ауыр зыян килтергән өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында «РФ Енәйәт кодексының 264.1-се  статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 258-се Федераль законына үҙгәрештәр индерелде.

Эсеп руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелгән
Эсеп руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелгән

Транспортҡа идара иткәндә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн хөкөмгә тарттырылған, иҫерек килеш һаулыҡҡа ауыр зыян килтергән өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында «РФ Енәйәт кодексының 264.1-се  статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 258-се Федераль законына үҙгәрештәр индерелде.

264.1-се  статьяның 1-се өлөшөндә автомобиль, трамвай йәки башҡа төр транспорт сараһына эсеп рулгә ултырған, административ язаға тарттырылған йәки иҫерек булыу-булмауына медицина тикшереүе талабын үтәмәгәндәр өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.

Шул уҡ статьяның икенсе өлөшөнә ярашлы автомобиль, трамвай йәки башҡа төр транспорт сараһына иҫерек килеш идара иткән, енәйәт ҡылған өсөн хөкөм ителгәндәр яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Ошо йәһәттән яуаплылыҡ көсәйтелгән, иректән мәхрүм итеү 2 йылдан 3 йылға, ә штраф 300 меңдән 500 мең һумғаса һәм ике йылға тиклем төҙәтеү эштәре ҡаралған.

Бынан тыш, алты йыл дауамында ҡайһы бер вазифалар биләү хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки билдәле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә яза ҡаралған.

Закон 2021 йылдың 12 июлендә үҙ көсөнә инде.

 Илшат Жданов, район-ара прокурор урынбаҫары.

Эсеп руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелгән
Эсеп руль артына ултырған өсөн яуаплылыҡ көсәйтелгән
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: