Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
1 Февраль 2022, 09:25

“Өләсәй, аварияға эләктем!”

Өфөлә мут әҙәмдәр ҡарт инәйҙе алдағандар.

 

Киске эңер төшөп, фатирында кәлтер-көлтөр генә йөрөп ятҡан 81 йәшлек әбейгә таныш түгел кеше телефондан шылтырата ла ейәненең аварияға эләгеп имгәнгәнен әйтә. Юл транспорты ваҡиғаһында тағы ла бер ҡыҙҙың травма алыуын да телгә ала. “Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләйем,” -  тип таныштырған шылтыратыусы ҡалтырап төшкән әбейҙән һаҡлыҡ аҡсаһы барлығы-юҡлығын белешә. Унан страховкалау компанияһына полис алыр өсөн ғариза яҙырға ҡуша. Енәйәт эше ҡуҙғатмауҙарын, матди зыян өсөн аҡсалата ҡайтарасаҡтары тураһында ғаризаны ла телефон аша әйтеп яҙҙырта.

Шул арала әбейҙең телефонына ялған “ейәне” лә шылтырата, авариянан һуң операция эшләгәндәрен әйтә. Өләсәһенә постель кәрәк-ярағы, ризыҡ әҙерләргә, шул уҡ сумкаға ҡулда булған йөҙ мең һумын һалып курьер аша ебәрергә ҡуша. Ике сәғәт эсендә әҙерләп ҡуйған әйберҙәрҙе алып та китәләр.

Кисен әбей эргәһенә ҡыҙы килеп, ейәненең бер ниндәй ҙә аварияға осрамауын әйткәс, аферистарҙың тоҙағына эләгеүен аңлап ҡалалар. Мут әҙәмдәргә ҡарата енәйәт эше асыуын асалар, тапһалар шәп булыр ине лә...

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: