Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
21 Февраль 2022, 17:30

50 мең дә түгел...

“Йыртып астым күкрәгемде, Йолҡоп алдым йөрәгемде. Һәм йомарлап устарыма Илттем уны дуҫтарыма”, - тип яҙҙы заманында лирик поэтыбыҙ Рәшит Назаров. Эх, ғашиҡ йәндәр, шиғыр юлдарында ғына ул ҡыйыу аҙымдар образлана,  тормошта ул хәтлем дә бер ҡатлы уҡ булырға ярамайҙыр ул... Республикалағы ҡалаларҙың береһендә ғашиҡ булған 48 ханым бер ҙә күрмәгән иргә 1 миллион 250 мең һум аҡсаһын күсерә.

 

“Йыртып астым күкрәгемде,

Йолҡоп алдым йөрәгемде.

Һәм йомарлап устарыма

Илттем уны дуҫтарыма”, - тип яҙҙы заманында лирик поэтыбыҙ Рәшит Назаров. Эх, ғашиҡ йәндәр, шиғыр юлдарында ғына ул ҡыйыу аҙымдар образлана,  тормошта ул хәтлем дә бер ҡатлы уҡ булырға ярамайҙыр ул... Республикалағы ҡалаларҙың береһендә ғашиҡ булған 48 ханым бер ҙә күрмәгән иргә 1 миллион 250 мең һум аҡсаһын күсерә.

Яҙ еле йәштәрҙең генә түгел, урта йәштәгеләрҙең дә йөрәген елкетә: йырҙағыса “мөхәббәт була ул ҡарттарҙа ла”. Һәр кемдең һөйөп-һөйөлөп йәшәгеһе килә. Бигерәк тә Ватанды һаҡлаусылар, Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан парһыҙҙар үҙҙәренә йәр эҙләй башлай. Социаль селтәрҙә урта йәштәрҙәге ханыма ла “бәхет” йылмая – ул Остин Марк тип үҙен таныштырған ир менән аралаша башлай. Дания диңгеҙҙәрендә моряк булып эшләйем, тип үҙен таныштырған ир менән йыш видеобәйләнеш булдыралар. Ҡатын моряктың русса таҙа, акцентһыҙ һөйләшеүенә лә иғтибар итмәй. Осрашыу тураһында һүҙ ҡуйышалар. Баҡтиһәң, диңгеҙ гиҙгән ирҙең банк картаһы бикләнгән. Мәрхәмәтле генә түгел, башкөллө ғашиҡ ҡатын осрашыуҙы өмөт итеп теге иргә бер миллион 250 мең аҡса күсерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теге иргә барлыҡ йыйған аҡсаһын күсереп бөтөрә, ә ир менән бәйләнеш юҡҡа сыға. Үҙенең алданғанын аңлаған ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә лә, мут әҙәмде тотоп булырмы, шикле.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: