Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
11 Март 2022, 17:12

«Самогонсы Сәмиға» кәрәген алған

Мәләүез район суды судьяһы тарафынан 64 йәшлек пенсионер ҡатынға полицияның участка уполномоченныйына 30 мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим иткәне өсөн суд ҡарары сығарған.

«Самогонсы Сәмиға» кәрәген алған
«Самогонсы Сәмиға» кәрәген алған

Мәләүез район суды судьяһы тарафынан 64 йәшлек пенсионер ҡатынға полицияның участка уполномоченныйына 30 мең һум күләмендә ришүәт бир­гәне өсөн суд ҡарары сығарған.

2021 йылдың июлендә йәшәгән урынында оператив тикшеренеү барышында элекке танышына 100 һумға ярты литрлы бер шешә «утлы һыу» һата. Артабан полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙ ирке менән 1,7 литрлы өс шешә бирә.

Ошо факт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатынға ҡарата админис­тратив хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөй. «Самогонсы Сәмиға» эште олоға ебәрмәҫкә теләп, административ яуап­лы­лыҡтан ҡотолоу маҡсатында, хеҙмәт бурысын үтәгән вазифалы шәхескә аҡса тәҡдим иткәндә енәйәт өҫтөндә тотола.

Дәүләт ғәйепләүсеһе язаны дөйөм режимлы колонияла штраф түләтеү шарты менән 5 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һорай. 

Ғәйепләнеүсе ғәйебен тулыһынса таный, суд уны 3 йыл да 6 айға  2 йыл һынау мөҙҙәте менән иркенән шартлы рәүештә мәхрүм итә. Шулай уҡ өҫтәмә яза рәүешендә 25 мең һум күләмендә штраф һала.

Хөкөм ҡарары әлегә көсөнә инмәгән.

Мәләүез район-ара прокуроры Альберт АхуноВ.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: