Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
1 Июль 2022, 15:50

Мөлкәтегеҙ именлеге үҙ ҡулығыҙҙа

Йәй айҙарында район-ҡала биләмәһендә велосипедтар, самокаттар урлау осраҡтары йышайҙы. 2022 йылдың үткән осоронда ошо мәсьәләгә бәйле 20 граждан полицияға ғариза яҙҙы,  июндә 14 мөрәжәғәт килде.

Мөлкәтегеҙ именлеге үҙ ҡулығыҙҙа
Мөлкәтегеҙ именлеге үҙ ҡулығыҙҙа

Йәй айҙарында район-ҡала биләмәһендә велосипедтар, самокаттар урлау осраҡтары йышайҙы. 2022 йылдың үткән осоронда ошо мәсьәләгә бәйле 20 граждан полицияға ғариза яҙҙы,  июндә 14 мөрәжәғәт килде.

Велосипед һәм самокаттарҙы йышыраҡ урлайҙар:

- махсус йоҙаҡ менән беркетелмәһә;

- күп фатирлы йорт подъезы майҙансығында ҡалдырылһа;

- урамда ҡарауһыҙ булғанда.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

- бөтә енәйтте лә иҫкәртергә мөмкин;

- һеҙҙең һаҡлыҡ полицияға ярҙам итер, енәйәтсенән ҡотҡарыр;

- ябай сараларҙы үтәү яҡшы кәйеф, мөлкәтте һаҡлар.

Хөрмәтле граждандар! Велосипед, самокаттарҙы урлауҙы иҫкәртеү маҡсатында ошо талаптарҙы күҙәтеү мотлаҡ:

- урамда ҡарауһыҙ ҡалдырмау;

велосипедтың рамын ғына түгел, тәгәрмәсен дә ышаныслы йоҙаҡ менән бикләү;

- күмәк кеше эргәһендә, видеокүҙәтеү бар ерҙә ҡалдырыу;

- таныш булмаған кешеләргә ҡайҙалыр барып килеү өсөн биреп тормау;

- һатып алғанда документтарҙы барлау, рам номерын яҙыу, фотоға төшөрөү, юғалған осраҡта былар юллау өсөн ярҙам булыр;

- деталдә, тәгәрмәстә, рамда аҙаҡтан таныу өсөн гравировка эшләү;

- домофон аша таныш булмағандарға ишек асып подъезға индермәү;

- белмәгән кешенән документһыҙ  алмау, уларҙың урланған булыуы ихтимал;

- мөлкәтегеҙ янында шикле кеше күреп ҡалһағыҙ, велосипед йәки самокат йоҙағын вата башлаһа, кисекмәҫтән полицияға шылтыратыу.

Мөлкәтегеҙ именлеге үҙегеҙҙең ҡулда икәнен онотмағыҙ!

Мәләүез районы буйынса эске эштәр бүлеге.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: