Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
7 Июль 2022, 10:10

Тыуҙырғас та, аҡ биләүҙәргә ниңә биләмәнең?

Сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексында сабый кәүҙәһе табылыу ваҡиғаһына бәйле прокуратура тикшереү уҙғарҙы.

19 ғинуарҙа ҡошсолоҡ комплексында эш ваҡытында 26 йәшлек ҡатын бала таба һәм унан ҡотолоу ниәтендә сүп контейнерына ташлай. Уның әйтеүенә ҡарағанда, донъяға килгәндә үк сабый үле була. 27 ғинуарҙа “Экотех - Мәләүез” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре уның мәйетен таба.

Мәләүез район-ара прокуратураһы имен булмаған ғаиләләр һәм балалар менән эшләгән органдарҙың эшенә баһа бирәсәк, килеп тыуған хәлдең сәбәбен асыҡлаясаҡ. Унан тыш, эш биргән предприятиеның ауырлы ҡатындарға ҡағылышлы хеҙмәт ҡануны үтәлешен  тикшерәсәк. Етерлек нигеҙҙәр булған осраҡта тейешле сара күреү ҡаралған.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: