Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
25 Июль 2022, 16:05

Таныҡлығың бармы?

Илебеҙҙә “праваһыҙ” машина  менән идара иткәндәр енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

 

Илебеҙҙә “праваһыҙ” машина  менән идара иткәндәр енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. РФ Енәйәт кодексының “Транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән һәм административ язаға тарттырылған йәки хөкөм ителгән зат тарафынан транспорт сараһы менән идара итеү” статьяһы үҙ көсөнә инде.

Уға ярашлы, машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителеп, административ язаға тарттырылған зат машина йөрөткән саҡта, ул төрмә язаһына хөкөм ителергә мөмкин.

Бынан тыш, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм транспорт сараһын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн хөкөм ителгән кеше лә, руль менән идара иткән саҡта, енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

“Права”һыҙ йөрөгән өсөн ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. М ашина закон боҙған кешенең үҙенеке булған осраҡта, уны конфискациялау күҙҙә тотола.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: