Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
2 Август 2022, 12:10

Законлы мәнфәғәтте яҡлаусылар бар

Гәзит уҡыусыбыҙ бер нисә ай элек яңы һатып алған кәрәҙле телефонының бер сәбәпһеҙ боҙолоуына зарланып, хәҙер ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белергә теләп редакцияға мөрәжәғәт итте.

 

Гәзит уҡыусыбыҙ бер нисә ай элек яңы һатып алған кәрәҙле телефонының бер сәбәпһеҙ боҙолоуына зарланып, хәҙер ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белергә теләп редакцияға мөрәжәғәт итте. “Шылтыратып та булмай, үҙемә килгәндәрен дә ҡабул итерлек түгел. Социаль селтәрҙәрҙе лә күрмәй”, - тип аптырап һөйләнде ул. Кире аҡсаһын ҡайтарыуҙы, йәки шул уҡ хаҡҡа икенсе телефон биреүҙәрен талап итеп сауҙа нөктәһенә бара. Әммә ҡулдан яҙып ҡалдырған ғаризаһына яуап ала алмай. Аптырағандың көнөнән ул Күмертау, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк бүлегенә мөрәжәғәт итә. “Әйберҙе һатып алғандан алып 15 көн эсендә етешһеҙлеген асыҡлаһағыҙ, техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙы һеҙ кире тапшырып, уның аҡсаһын ҡайтара алаһығыҙ. Әле телефонығыҙҙың етешһеҙлеге асыҡламаған. Уның өсөн телефонды ремонтҡа тип түгел, ә сифатын тикшерергә тип бирергә кәрәк. Етди етешһеҙлеге асыҡланһа, аҡсаһын ҡайтарырға тейештәр. Еңелсә боҙолһа, һеҙ ремонтҡа ғына дәғүә итә алаһығыҙ.

Гарантия срогы үтмәйенсә, тауарҙың сифатһыҙ икәнлеге асыҡланһа, уның мөҙҙәте үтмәҫ борон шул уҡ йәки икенсе маркалыға алыштырырға, гарантиялы ремонт яһатырға, йә булмаһа аҡсаһын ҡайтарып алырға була. Суд - ул һуңғы сара”, - ти баш белгес-эксперт Виктория Александрова кәңәш итә һәм ғариза (претензия) яҙышып бирә. Гәзит уҡыусыбыҙ телефонын салонға кире тапшырған, тикшереү һөҙөмтәһен 21 көндә әйтергә тейештәр. Һәр хәлдә ул хоҡуҡи яҡтан үҙенең яҡлаулы икәнен аңлаған.

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте идаралығының Күмертау төбәк бүлеге белгестәре  йылдың тәүге яртыһында ҡулланыусыларҙың 83 яҙма һәм телдән еткерелгән мөрәжәғәтен тикшергән. Күп һорауҙар сауҙа өлкәһендә ваҡлап һатыу, көнкүреш һәм туризм өлкәһендә хеҙмәтләндереүгә ҡағылған. Шулай уҡ автомобиль һатып алғанда  өҫтәмә хеҙмәтләндереүҙе көсләп тағыу осрағында ҡулланыусыларҙан ялыу килгән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының территориаль бүлеге быйыл ғына түләүһеҙ 8 дәғүә буйынса  суд яҡлауы әҙерләгән. Икәүһе буйынса ҡулланыусылар файҙаһына 753,3 мең һум аҡса ҡайтарыла.

Шулай уҡ хоҡуҡтары боҙолоу, ирке, законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында  14 ҡулланыусы урындағы төбәк бүлеген гражданлыҡ эшендә уполномоченный орган булараҡ йәлеп итә. 10 гражданлыҡ эшен ҡарау һөҙөмтәһендә  ҡулланыусылар файҙаһына 1510,3 мең һум аҡса ҡайтарыла.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса хеҙмәттең төбәк бүлеге белгестәре Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 29 адресы буйынса ҡулланыусыларға тауар һатып алыу һәм хеҙмәтләндереү спорлы ситуацияла талап проекты дәғүә ғаризалары төҙөүҙә бушлай консультация күрһәтә. Телдән консультацияны 8(34761)42572, 8(34761)44734 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: “Күмертау, Мәләүез ҡалалары, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары халҡы үҙ хоҡуғын яҡлап беҙгә мөрәжәғәт итә ала”, - ти баш белгес эксперт Виктория Александрова.

 

Баш белгес- эксперт Виктория Александрова: Сауҙа тармағы алға киткән һайын, ҡулланыусылар хоҡуғын боҙоу шаҡтай йыш күҙәтелә. Элегерәк күп осраҡта кешеләр быға ҡул ғына һелтәһә, хәҙер үҙ хоҡуғы өсөн көрәшкәндәр һаны арта.

Һуңғы осорҙа үҙ хоҡуғын яҡлап мөрәжәғәт иткән бер нисә осраҡты миҫалға килтерәм. Төҙөлөш материалын килтереү тураһында килешеү төҙөлә, әммә шлак блоктарын ваҡытында ала алмайҙар. Икенсе берәү социаль селтәр аша билдәле сауҙа компанияһы аша кейем алдырта, әммә кәүҙәһенә ятышлы булмағанын күргәс, кире аҡсаһын ҡайтарыу буйынса проблема тыуа. Үҙенә оҫтанан кейем тектергән ханым да күлдәге оҡшамағас, тегенсенән кире тауар хаҡын ҡайтартып алды.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: