+21 °С
Болотло
Йыл башынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 3695 иҫерек водителдең машина йөрөтөүе теркәгән, уларҙың 54-е ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултырып яуапҡа тарттырыла.
8 (347) 279-32-92, йә ҡыҫҡа номер 128. Билдәләнгән номерға шылтыратып, иҫерек водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл буйында тәртип ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итергә мөмкин.
Ябай ғына телефондан шылтыратыу ҙа етә, уның барышында дежур хеҙмәткәргә хоҡуҡ боҙоу урыны тураһында хәбәр итергә, иң дөрөҫ адресты күрһәтергә һәм ваҡиғаны ҡыҫҡаса тасуирларға кәрәк.