Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
22 Июнь 2023, 16:50

824 мең һумға кеҫәһен таҡырайтҡандар

Бер тапҡыр алданған ҡатын икенсегә уғрылар тоҙағына эләккән.

824 мең һумға кеҫәһен таҡырайтҡандар
824 мең һумға кеҫәһен таҡырайтҡандар

 

 Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса полиция бүлегенә яңыраҡ мутлашыусыларҙан аҡса урлатыуы тураһында ғариза менән  берәү мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсенең һүҙе буйынса, уға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Һөйләшеү барышында улар үҙҙәрен РФ Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған һәм был кешегә МТС банкында кемдер уның исеменән кредитҡа ғариза яҙыуы тураһында еткергәндәр. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу һәм мутлашыусыларҙан отолмаҫ өсөн был кешегә кредит алып, аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәклеген талап иткәндәр.

Шылтыратыусыларҙың күрһәтмәһенә ярашлы, ҡатын 624 мең һумға кредит рәсмиләштергән. Шунан һуң ул аҡсаны мутлашыусылар биргән иҫәпкә күсергән. Бер нисә көндән һуң бер ҡатлы әҙәмгә тағы Үҙәк банкының ялған хеҙмәткәре шылтыратып, 200 меңгә кеҫәһен таҡырайтҡан. Һуңынан ғына ул тоҙаҡҡа эләгеүен аңлаған.

Хаҡлы ялдағы өлкәндәр, йәштәр, ябай ауыл халҡы, кем булһағыҙ ҙа, уғрыларға аҡсағыҙҙы күсермәгеҙ! Кредитты үҙегеҙ түләйәсәкһегеҙ! Таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ!!! Кредиттың маҡсатын йәшереп, банк хеҙмәткәрҙәрен алдамағыҙ, уны рәсмиләштергәндә, улар һеҙҙе алдатырға маташҡандарын асыҡлай алыр, һеҙҙе бәләнән аяр!

 

824 мең һумға кеҫәһен таҡырайтҡандар
824 мең һумға кеҫәһен таҡырайтҡандар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: