Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
30 Июнь 2023, 22:00

Яңы закондар тураһында

Уҡырға ингәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн ташламалар, ҡулланыусылар кредиты буйынса иң ҙур ставканы кәметеү, ауыр сирле балалар өсөн тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы һалымдан азат итеү, шәкәрле эсемлектәргә акциздар индереү - был 2023 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк закондарҙың бер өлөшө

Яңы закондар тураһында
Яңы закондар тураһында

Пенсиялар тәғәйенләүҙе лә ябайлаштырасаҡтар. Дәүләт һәм муниципаль архивтар Рәсәй Социаль фонды һорауы буйынса үҙҙәрендә документтар булған осраҡта пенсия тәғәйенләү йәки уға өҫтәмә түләү өсөн кәрәк буласаҡ мәғлүмәтте Социаль тәьминәттең берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы аша ебәрәсәк. Үҙгәрештәр пенсияны ваҡытында һәм дөрөҫ тәғәйенләү өсөн мәғлүмәт биреү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

Яңы закондар тураһында тулыраҡ - Дәүләт Думаһының рәсми сәхифәһендә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: