Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
27 Октябрь 2025, 06:00

САНИЯ АПАЙ. Мәрйәм Күсмәева

Диңгеҙ... Бик күптәрҙең хыялына әүерелгән, ғүмер буйы ылыҡтырып торған сихри урын. Үҙебеҙҙә иҫ китмәле гүзәл, матурлығына шаҡ ҡатырлыҡ урындар күп булһа ла, шул диңгеҙ тигәне магнит кеүек үҙенә тарта ла тора.  Үҙемә ҡалғанда, форсаты теймәне, башҡа сәбәптәре булдымы, диңгеҙҙә тик ҡышын ғына булырға тура килде. Әммә ул барыбер йәнең дә, тәнең дә тартылған һөйгәнең кеүек, ылыҡтырғыс гүзәл ине. Пиццунда, Гагралағы диңгеҙҙең фирүзә төҫөн онотоп буламы! Күҙҙәренең зәңгәрлеге менән маһайған һылыу ҡыҙҙай, балҡып ята бит ул. Ә курорттарҙың баш ҡалаһы Сочиҙа ул бөтөнләй икенсе. Үҙ баһаһын яҡшы белгән көйәҙ ханымдай, бер аҙ ҡырыҫыраҡ, тәкәбберерәк. Ҡырымда иһә Ҡара диңгеҙ тыныс, яғымлы. Хатта дауыл булғанда ла ошо яғымлылығын, тыныслығын һаҡлай төҫлө. Бәлки, минең кәйефемә ҡарай шулай тойолғандыр. Ни тиһәң дә, ғәләмәт ғәжәйеп күренеш ул диңгеҙ.          Анапа мине һалҡын еле, шыҡһыҙ көнө менән, йөҙ бороп ҡаршы алды. Туйып бөткәндер инде ҡырым сиреүеләй ғәм халыҡтан. Йыш килгән ҡунаҡ та туйҙыра бит. Тик ошо тиклем ер үтеп, килеп еткәс, нисек диңгеҙ буйына бармай түҙәһең. Тиҙ генә урынлашып, сәй ҙә эсмәйенсә, бүлмәләшем Рәғиҙә менән яр буйына ашыҡтыҡ. Бына ул мин һағынған мөхит. Бөгөн диңгеҙ асыулы. Тулҡындары, кәрәкмәгән әйберҙәрҙе, ташлағандай, ярға быраҡтыра ла, һаран хужабикәләй, кәрәге тейер әле тигән һымаҡ, тағы ла кире йолҡоп ала. Ҡарап торһаң, бер-береһенән биҙгән ир менән ҡатын кеүек – бергә лә ҡыйын, айырым да күңелһеҙ.  Көн матур булмаһа ла, яр буйында халыҡ байтаҡ. Кем яйлап ҡына йөрөп, шифалы диңгеҙ һауаһын һулай, кемдер мәңге туймаҫ аҡсарлаҡтарҙы ашата. Улары, бер-береһе менән алыша-алыша, һәр киҫәк артынан ажарланып ташлана. Бында ла йәшәү өсөн көрәш, тик кешеләрҙәр айырмалы рәүештә, аҫтыртын түгел, асыҡтан-асыҡ. Аҡҡоштар ғына бер аҙ ситтә, ҡомһоҙ аҡсарлаҡтарҙың талашҡан-тартҡылашҡанын күҙәтеп, сабыр ғына үҙенә тейгән өлөштө көтә. Көслө лә, ғорур ҙа ҡоштар шул улар.  Беҙгә, бөтөнләй икенсе мөхиттән килгән кешеләргә, барыһы ла ҡыҙыҡ. Причалда торған ап-аҡ  караптар, һәр аҙымын иҫәпләп кенә баҫып йөрөгән ял итеүселәр, ҡомһоҙ аҡсарлаҡтар, күҙҙең яуын алып торған мөһабәт йорттар... Үҙебеҙҙең санаторий урынлашҡан майҙанды бер аҙ тикшереп сыҡтыҡ та, кис тамаҡ ялғау менән йәнә яр буйына ашыҡтыҡ.

САНИЯ АПАЙ. Мәрйәм КүсмәеваСАНИЯ АПАЙ. Мәрйәм Күсмәева
САНИЯ АПАЙ. Мәрйәм Күсмәева

Һауаһы ла һауаһы! Һулап туймаҫлыҡ. Алда әле өс аҙна ял булыуы күңелде тағы ла күтәреп ебәрә. Ни тиһәң дә, яңы ерҙәр күреп йөрөү – үҙе бәхет. Хәҙер уныһы ла һирәк эләгә – көрсөк заманы. Ҡырымды үткән саҡта бер йәһүд бисәһе иренә “Абрам, Крым проезжаем, хапай воздуй”, - тип әйткән тиҙәр бит. Беҙ ҙә Рәғиҙә менән диңгеҙ һауаһын туймаҫтан һулайбыҙ. Ара-тирә ҡаршыға осрағандарҙы күҙәтәбеҙ. Нисек кейенгәндәр, ҡайһы яҡ кешеләре икән тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

 Күпмелер йөрөгәс, беҙҙең яҡтыҡына тартым түңәрәк йөҙлө, ҡара сәсле, тумалаҡ кәүҙәле бер ханымға иғтибар иттем. Ул беҙҙең кеүек, тирәләге йорттарға, экзотик ағастарға, тиҫтәләгән төҫ менән балҡып ултырған ләлә сәскәләренә түгел, ә ҡаршыһына осраған кешеләрҙең йөҙҙәренә текәлеп ҡарай ине. Көнъяҡ ҡалаһында ҡараңғы төшкән мәл. Урам фонарҙары яҡты янһа ла, апайҙың күҙҙәре бик яҡшы күрмәй, ахыры. Яҡынайғас, мин дә уға иғтибарлыраҡ ҡараным. Ысынлап та, башҡортҡа оҡшаған. Тоттом да, иҫәнләшеп:

- Апай, һеҙ ҡайһы яҡтан ялға килдегеҙ? – тип һораным.

Ул, тертләберәк китеп, саф башҡортса:

- Туғаным, мин Анапала йәшәйем. Сығығым буйынса Башҡортостандан, - тип яуапланы.

Бына ниндәй осрашыу. Меңәр саҡрымдар алыҫлыҡта ятҡан курортта яҡташымды осратырмын тип һис уйламай инем.

- Мин Сания апай булам. Бындағылар Соня тип йөрөтә, - тип үҙе менән таныштырғас, ҡаршы булмаһаҡ, бергә йөрөп килергә саҡырҙы. Үҙе урамдар менән таныштыра, ҡайҙа экскурсияларға барырға кәрәклеге хаҡында һөйләй. Ә мине бер һорау бимазалай. Нисек итеп башҡорт ҡыҙы әллә ҡайҙағы Анапаға килеп сыҡҡан? Минең һорауҙы ишеткәндәй, Сания апай үҙе хаҡында һөйләп китте.

- Инде ҡырҡ йыллап йәшәйем бында. Дәүләкән районы ҡыҙы мин. Кейәүгә сығып, баш ҡалабыҙҙа йәшәй инем. Иптәшем татар егете ине, бик татыу йәшәнек. Беренсе балабыҙ тыуыуға бигерәк тә ҡыуандыҡ. Черниковкала фатирҙа тора инек ул саҡта. Шул нефтехимия заводтары йоғонтоһомолор – улыбыҙ тын ала алмай, быулыға. Табиптарға йөрөү башланды. Күпме дарыу эсергәнебеҙҙе Хоҙай үҙе генә белә. Тик Әлфирыбыҙҙың хәле яҡшырманы. Ихатала дуҫтары менән йүгереп уйнай ҙа алмай, күҙҙәренә йәш тығылып, сәсәй. Мәктәптә эшләп йөрөгән ерҙән, баламды йәлләп, эште ташлап, өйҙә ултырырға мәжбүр булдым.

 Ауыр йәшәнек, бер эш хаҡына өн йәнде лә аҫрарға, фатирға түләргә. Икенсегә ауырға ҡалғас, тағы ҡайғыға ҡалдым, ике бала менән нисек көн итербеҙ.  Әммә сабыйҙың йәнен ҡыйырға көсөм етмәне.

 Яҙмыш үҙенекен эшләне, бала үле тыуҙы. Илаһам да, быуыла-быуыла тын алған улыма ҡарап:

- Хоҙай белеп алғандыр. Быныһы ла ауырыу булһа, нишләр инек, - тип иремде лә, үҙемде лә йыуаттым.

Әлфис:

- Ҡайғырма, Сания. Мин күп итеп аҡса эшләрмен дә, ҡала үҙәгендә фатир алырбыҙ. Дачабыҙ булыр. Үҙегеҙҙе Ҡара диңгеҙгә алып барырмын, - тигән була. Ҡайҙа инде диңгеҙ тураһында уйлау. Хыялланған да юҡ. Тамағыбыҙҙы саҡ туйҙырып торабыҙ. Ярай, ауылдан ите, һөтө килеп тора. Беҙ, һуғыш осоро балалары, еңел тормошҡа өйрәнмәгән. Булғанына шөкөр итәбеҙ. Тик балабыҙ сирләүе йәнде ҡыя.

 Шулай бер көн профессорға күренә алдыҡ. Профессор, улымдың ҡалын, медицина хеҙмәткәрҙәренең тараҡан эҙеләй яҙмалары менән сыбарланып бөткән амбулатор картаһын шап иттереп япты ла, ҡырҡа ғына:

- Балағыҙҙы йәлләһәгеҙ, бынан китегеҙ, - тине.

- Ҡайҙа? – тинем аптырап.

- Диңгеҙ буйына. Мәҫәлән, Анапаға.

- Анапа...Ниндәй Анапа?

- Һеҙ, ханым, географияны насар беләһегеҙ мәллә? Даны таралған балалар курорты ул. Ҡара диңгеҙ буйында.

         Курорт тураһында уйлаған да юҡ ине. Осто осҡа ялғап йәшәгән булабыҙ. Барған еребеҙ – ауыл да баҡса. Шуға ла табиптың ҡарары шаңҡытҡайны.

Ҡайтҡас та, иремде ҡыҫымға алдым:

- Күпме эшләйһең шул заводта, химия йотоп. Бер ҡасан путевка алғаның юҡ. Шул баланың ыҙаланғанын күрмәйһеңме ни? – Ҡыҙҙым да киттем. Өңдәге яралы айыуҙай хис итә инем үҙемде. Ни эшләй, ни кеше менән аралаша алмайым. Мәктәптән, яратҡан уҡыусыларымдан айырылыуҙы ауыр кисергәйнем. Институтта өйҙә ултырыу өсөн уҡыныммы ни?

 Ярай, ул ваҡытта совет заманы ине. Завод етәкселеге лә ярҙам итте. Йөрөй торғас, Анапаға “”Әсә һәм бала” санаторийына путевка алдыҡ. Ошонда мин улым менән тәү ҡат диңгеҙҙе күрҙем. Башта һыуға төшөргә ҡурҡып торған Әлфирҙе аҙаҡ унан сығарып булмай ине. Ошонда йөҙөргә өйрәнде. Тамам ҡараңғы төшкәнсә диңгеҙҙән ҡайтманы.

         Диңгеҙ шифаһына тамам ышанып, улым ял иткән саҡта ҡалаға сығам – бында урынлашыу юлдарын эҙләйем. Эш белешеп ҡарағайным, барыһы ла даими теркәлеү һорай. Тимәк, башта торлаҡ табырға кәрәк. Фатирға инеп торорға була, тик курорт булғас, хаҡтар ҙа юғары. Йөрөй торғас, баҙарҙа бында күптән йәшәгән татар апайын осраттым. Хәлемде аңлатҡас, киләһе йәкшәмбе ошонда уҡ осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.

 Һорашҡан, белешкән яҡташ. Шул уҡ көндө үҙҙәренә алып китте. Яңғыҙ йәшәгән бер ҡарсыҡтың өйөн, үҙе үлгәндән һуң, балалары һатырға булған икән. Йорто иҫке генә, әммә диңгеҙ буйында. Хаҡын һорашам – иҫ китмәле. Әммә ирем менән кәңәшләшкәс, тағы ла килеремде әйтеп, апайҙа үҙебеҙгә һөтләп сәй эсеп, шатланып ҡайтып киттем. Кисен ирем менән телефондан һөйләшеп, башҡа мөмкинлектәр булмаһа, ошо йортто инселәп ҡуйырға булдыҡ.

         Булған мөлкәтте һатып, ата-әсәйҙән, ҡалған туған-тыумасаларҙан бурысҡа аҡса алып, шул көҙҙө Сукко ҡасабаһындағы аласыҡ тиклем генә өйгә хужа булдыҡ. Көҙҙөң бер илаҡ көнөндә яҡындар менән хушлашып, барлығы ике сумаҙан менән сығып киттек алыҫ яҡтарға.  

         Күңел дә илай, көнө лә болоҡһоу. Әллә ҡайҙа – билдәһеҙлеккә китеп барабыҙ. Поезд тәҙрәһенән, һуңғы тапҡыр күргәндәй, таныш ерҙәргә йотлоғоп ҡарайым. Күңелемдәге һағыш кеүек һарылыҡ.

         Эй, Хоҙайым, сит-ят ерҙә нисек йәшәрбеҙ...

  Һуң булыу сәбәпле, Сания апайҙың артабанғы яҙмышын белә алманыҡ. Яңы танышыбыҙҙ телефонын алып, тағы осрашырға һүҙ ҡуйышып, санаторийға ашыҡтыҡ. Ә ул ҡул болғап ҡалды.

- Ҡыҙҙар, көтәм. Мотлаҡ килегеҙ.

 Ял – ял инде. Ярты көн төрлө процедураларҙа үтә. Төшкө аштан һуң экскурсияларға йөрөйбөҙ йәиһә ҡала буйлап сығып китәбеҙ. Яңы ҡала, матур йорттар, музейҙар. Ял көнө – баҙарға сәйәхәт. Көньяҡ ҡалаһы баҙарында ни генә юҡ – аҡсаң ғына булһын. Күпме йөрөһәк тә, беҙ Сания апай кеүек алсаҡ яҡташтарға тап булманыҡ. Булғандарының күңелдәре ҡырыҫланып, үҙгәреп бөткән.

 Тауарҙы минән алығыҙ, үҙебеҙҙекеләргә арзаныраҡ бирәбеҙ тип, кибеттәренә саҡырыуҙан башҡа яҡташлыҡ тойғоһон һиҙмәнек. Һәр көн яңы тәьҫораттар алып, ҡала ҡыҙырып ҡайтабыҙ ҙа кисен телевизор тигән мәлғүнгә теүәләбеҙ.

 Рәхәт көндәр тиҙ үтә шул. Диңгеҙ сувенирҙарын йыйып, һалҡын булһа ла, һыу ҡойоноп, сумаҙандарҙы тултыра башланыҡ. Шунда ҡылт итеп, Сания апай иҫкә төштө. Ҡысҡырып ебәрҙем.

- Беҙ бит Сания апайға барманыҡ!

Тиҙерәк өйгә ҡайтып, һөйөклө ирен, берҙән-бер ейәнен күрергә ашыҡҡан Рәғиҙәнең иҫе китмәне.

- Урыҫтың приходиһы бөтмәҫ. Бер тапҡыр күрешкән кешегә ҡунаҡҡа барып булмай инде. Үҙе лә шылтыратманы...

- Нисек шылтыратһың? Ул бит үҙенең телефонын ғына бирҙе. Беҙҙең ҡайһы бүлмәлә торғанды ла һораманы, фамилияларҙы ла белмәй. – Үҙем ашығып яҡташтың телефонын эҙләйем. Таптым. Бер аҙҙан Сания апайҙың яғымлы тауышын ишеттем. Кем икәнлегемде белгәс, иркәләп:

- Мин бит һеҙҙе көн дә тиерлек көттөм. Инде ҡайтып киткәндәрҙер тип төңөлгәйнем. Хәҙер генә килеп етегеҙ.

 Адресын әйтеп, трубка һалды. Аптырап ҡалдыҡ. Кис булып бара. Һуңға ҡалып йөрөүе лә ҡурҡыныс сит ерҙә. Ә иртәгә төштән һуң юлға. Бармаһаң да уңайһыҙ, оло кеше бит. Инде ял итергә йыйынған күршемде күндереп, тиҙ генә йыйына башланыҡ. Дауалаусы табипҡа бирермен тип килтергән бер банка балым бар ине. Кибеттә өҫтәп кәнфит, емеш-еләк  алдыҡ та, тейешле адрес буйынса ашыҡтыҡ.

  Сания апай ҡапҡа төбөндә бөтә ине. Сал сәстәрен ел йолҡҡолай. Үҙе өшөп бөткән. Әллә ниндәй елле ҡала булды Анапа. Тамам ялҡып бөттөк.

- Эй, ҡыҙҙар, нисек инде миңә килмәй ҡайтырға йыйындығыҙ? Яҡташтарымды сәй ҙә эсермәй ебәрәмме һуң, - тип беҙҙе ҡосаҡлап уҡ алды.

 Алыҫтан бәләкәй генә күренгән өй ғәләмәт ҙур икән. Аҫтағы подвал өлөшөн һанаһаң, дүрт ҡатлы булып сыҡты. Ҙур зауыҡ менән төҙөлгән. Ыҡсым бүлмәләр, һәр ҡатта душ һәм бәҙрәф, мунсаһына тиклем бар. Ишек алдында ла, өйҙә лә сәскәләр, һәр ерҙә бөхтәлек хөкөм һөрә.

- Үҙ мөйөшөбөҙ булһын тип, көсөбөҙҙө йәлләмәнек. Ошо йортто төҙөп бөтөп, йыһаз алыуға иптәшем донъя ҡуйҙы. Гел ауыр эштә булып, балаларҙы аяҡҡа баҫтырғансы, һаулыҡ та бөткән, ғүмер ҙә үткән булып сыҡты...

Ауыр көрһөнөп, яҡташыбыҙ һүҙен дауам итте.

 - Яҡын- тирәлә химия заводы булмағас, Әлфис тиҙ арала төҙөүсе һөнәрен үҙләштерҙе. Ташсы ла, мейессе лә булды. Ҡулдары алтын ине бабайымдың. Ғүмере генә ҡыҫҡа булған.  Ошо йортта рәхәтләнеп йәшәй ҙә алманы... Ана, тал сыбығынан үрелгән креслоларҙы күрәһегеҙме? Миңә ныҡ оҡшағанын белгәс, ҡыйбат булһа ла, һатып алды. Һуңғы бүләге булды ҡартымдың...

Ул арала сәйнүк тә “мин һеҙҙе көтәм” тигән һымаҡ, һыҙғыра ла башланы.

- Эй, йүнһеҙмен дә инде, һеҙҙе хәбәр менән һыйлайым. Хәҙер үҙебеҙҙең үләндәр менән сәй бешерәм. Ситтә йәшәһәм дә, йәй форсатын табып, үлән йыйып киләм. Тыуған яҡтарымды хәтерләтә был сәй. Башҡорт балын да хәстәрләйем. Бында баҙарҙа күргәнһегеҙҙер, ниндәй генә бал юҡ: акация, каштан, ҡарағай балы... Тик береһе лә үҙебеҙҙекенә етмәй. Әле бына запасым бөтөп киткән. Ярай, үҙем ҡайнатҡан инжир, өрөктән ауыҙ итерһегеҙ, - тип һөйләнә-һөйләнә хужабикә өҫтәл әҙерләй башланы.

- Балды күстәнәскә беҙ алып килдек бит, - тип банкыны ҡулына тотторам.

- Бал, башҡорт балы, тыуған яғымдан!

Сания апай, балаларса шатланып, банканы күкрәгенә ҡыҫа. Башҡа күстәнәстәргә иғтибар ҙа итмәй. Ҡыҫтап-ҡыҫтап сәй эсергәндә лә, үҙе бал ғына ҡапты. Ашханалағы сәй тамам ялҡытҡайны, үҙебеҙҙең яҡтың шифалы үләндәренән бешерелгән сәй күңелде күтәреп ебәрҙе. Яйлап яҡташыбыҙҙың бындағы тормошо менән ҡыҙыҡһынабыҙ.

- Сит ергә өйрәнеп китеүе еңел булманы. Бында бит башлыса Кубань казактары йәшәй. Екатерина Икенсе указы менән азатлыҡ даулап баш күтәрергә яратҡан тау халыҡтарын был уңдырышлы, бәрәкәтле ерҙәрҙән ҡыуалар. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, күп ер-һыу атамалары беҙҙекенә оҡшаш. Адыг телендә улар. Беҙгә лә ҡараш, нисек кенә дуҫ йәшәргә тырышһаҡ та, барыбер икенсерәк. Ситтән килгәндәр, йәғни, килмешәктәр беҙ. Бында үҙебеҙҙәге кеүек уҡытыусы эше тәтемәне. Көс –хәл менән бер балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып урынлаштым. Иҙән, балаларҙың бысраҡ көршәктәрен йыуам, тәрбиәсегә ярҙамлашам. Көнө буйы өйөрөләм-сөйөрөләм, эштән арып ҡайтып йығылам.

 Яратты мине кескәйҙәр, тырышлығымды күреп, артабан тәрбиәсе итеп күсерҙеләр. Шунда эшләп халҡы ялға сыҡтым. Аңлайһығыҙҙыр, беҙҙә балалар тәрбиәләгән, уҡытҡан кешеләр кешесә тормош көтөрлөк эш хаҡына иҫәп тота алмай. Хәҙер, ана, уҡыусылар уҡытыусыларҙан яҡшыраҡ кейенә. Меҫкен хәлендә булған мөғәллимдән ни көтәһең. Ниңә ошо һөнәрҙе һайланым икән тип үкенгән саҡтар ҙа булды. Аптырағас, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп һатыу итә башланым. Башта ояла инем, яҡташтар күреп ҡалмаһын тип. Ни эшләйһең, был һөнәргә лә өйрәндем. Иҫке йорт эргәһендә аласыҡ кеүек нәмә әтмәләп, йәйҙәрен ялға килеүселәрҙе фатирға индерә башланыҡ.  Бына шулай яңыса йәшәргә өйрәндек. Нужа ҡалас ашата, тиҙәр бит әле. Ҡартайып килгәндә үҙ йортобоҙҙо һалдыҡ, балаларға ярҙам иттек.

 Беҙҙең башҡорт халҡы бигерәк баҫалҡы, түҙемле шул. Башымды эйеп, өндәшмәй генә эшләп йөрөйөм. Кешенән алда киләм, һуңыраҡ ҡайтам, бер эштән дә баш тартмайым. Баҫылғанды баҫалар, тиҙәр бит әле беҙҙә. Нисек кенә тырышмайым, маҡтамайҙар ҙа, данламайҙар ҙа. Ярай, балалар үҙ итте.

 Элгәре, Совет заманында, милләт айырыу юҡ ине. Хәҙер генә “Понаехали тут всякие” тигәнде ишетергә тура килә. Ә бында кем генә йәшәмәй! Һәр кем диңгеҙ буйында үҙенә урын алырға тырыша. Ерҙәр ай-һай ныҡ ҡыйбатланды. Беҙҙә йорт һалыу өсөн бик ҡалын кеҫә кәрәк.

 Бына мин дә алты сутыйлы ерҙә йәшәп ятам. Ошонда баҡсаһын да үҫтерәм. Бер саҡ ҡала хакимиәтенә ер бүлеүҙәрен һорап инде нисәнсе ҡат барғанда, асыуым килеп:

- Минең ергә хаҡым юҡмы ни, олатайҙарым Анапаны азат итеү өсөн башын һалған, Кавказ өсөн яуҙарҙан атайым аяҡһыҙ ҡайтты, - тинем.

Хакимиәт хеҙмәткәре, башын сайҡаны ла:

- Һеҙ ҡайҙан, ниндәй милләт вәкиле булаһығыҙ?- тип һораны.

- Башҡортостандан мин. Салауат Юлаев тоҡомо! – тинем ғорур ғына.

- Әһә, улай булһа, аңлашыла, - тип чиновник был юлы ғаризамды ыңғай хәл итеп сығарҙы. Бына шулай тормош үҙе өйрәтә бирешмәҫкә, үлән кеүек тапалып ҡалмаҫҡа.

 Аллаға шөкөр, иң мөһиме – улым һауыҡты. Эшләп йөрөй, ике балаһы бар. Ҡатыны ғына мәрйә. Нишләйһең, ваҡытында Башҡортостанға йыш ҡайта алманыҡ – донъя баҫты. Бәлки, үҙ кешебеҙҙе тапҡан булыр инек. Һүҙ юҡ, Татьяна итәғәтле бала, татыу йәшәйбеҙ.

 Ҡыҙым Альбина санаторийҙа медсестра булып эшләй. Кейәүем әрмән милләтенән. Баҙарҙа һатыу итә. Уларҙың да үҙ йорто бар. Йәйен беҙҙең дачала йәшәп, фатирҙарына ял итеүселәрҙе индерәләр. Шунһыҙ булмай, курорт бит, ҡыйбатсылыҡ.

 Күргәнһегеҙҙер, бында йорт өҫтөнә йорт төҙөлә, бер ҡарыш ер ҙә буш ятмай. Ваҡ-төйәктән дә аҡса эшләргә өйрәнгән был яҡ халҡы. Яҙ еттеме, ҡунаҡ көткәндәй, йорт тирәһен матурлайҙар, баҡсаһын тәрбиәләйҙәр.

 Мин хәҙер береһен дә фатирға индермәйем. Мәшәҡәтләнгем килмәй, һаулыҡ ҡаҡшаны. Ирем яман сирҙән вафат булды. Үҙемдең һөт биҙҙәрендә булып сыҡты сир. Ярай, ваҡытында операция яһап, химия терапияһы үттем. Бер нисә көндән Пятигорскиға санаторийға китәм, улым путевка алып бирҙе.

  Яҡташыбыҙҙың ҡарап торһаң, бөтә нәмәһе етеш. Ҡаоа диңгеҙ буйында йәшәй, көнләшергә була. Тик ниңәлер, Сания апайҙың күңеле бойоҡ, үҙенә урын тапмағандай тойолдо.

- Шәп урында йәшәйһегеҙ, ожмах кеүек, - ти Рәғиҙә һоҡланып.

- Эй, туғаным, мөмкин булһа, аҡҡош кеүек осоп ҡайтыр инем тыуған яғыма. Беҙҙең Дим буйына, Асылыкүлгә етәме һуң? Ғүмер үткән һайын йәшлек эҙҙәре уйылып ҡалған ерҙәргә ашҡынам. Һалҡын ғына шишмә һыуын эсһәм, сирҙәремдән арынырмын төҫлө. Ауылымда атай йорто буш тора. Ҡайтып, бәләкәй генә өй һалдырып инер инем дә, ҡалған көндәремде шунда үткәрер инем. Тик...мөмкин түгел шул. Ҡартымдың һөйәге ошонда ята. Балаларым, ейәндәрем хәҙер ошонан китәме. Минең дә һуңғы төйәгем бында булыр инде... – Күҙҙәре йәшкәҙәп, апай йөҙөн ситкә борҙо.

- Ярай, ҡыҙҙар, күңелһеҙләнеп ултырмайыҡ әле. Әйҙәгеҙ, альбом ҡарайыҡ.

         Төрлө йылдарҙа төшкән рәсемдәрҙә яҡташыбыҙҙың йә йонсоу, йә моңһоу, йә көләс йөҙө. Ире, балалары менән төшкәндәре күберәк.

         - Әллә гел диңгеҙ буйында ултырған тиһегеҙме? Ҡайҙа ул? Эштән арынып, һирәк кенә  сыға инек ял итергә. Әле һеҙ барып ҡайтҡан Абрау-Дюрсола ла булғаным юҡ. Бик матур урын, тиҙәр.

         Ағайығыҙ вафат булғандан һуң үҙемде яңғыҙ аҡҡош кеүек хис итәм. Тотам да диңгеҙ буйына киләм. Көҙ булһа, аҡҡоштар килмәне микән тип, яҙын тыуған яҡтарға оҙатып ҡалам. Эй, һеҙ, изге ҡоштар, Башҡортостандан осҡанда минән дә сәләм әйтегеҙ, Дим ҡыҙынан тип айырып әйтегеҙ, -тием.

         Йәй ял осоро. Яҡташтарыма һәйбәт фатир табып бирәм, хәлемдән килгәнсә, ярҙам итәм. Бер егет аҡсаһын урлатҡас, биреп торҙом. Ярай, ҡайтҡас та ебәрҙе. Төрлө хәлдәр булғылай. Йәй шулай ял итеүселәр менән танышып, аралашып үтә. Көҙ йәнә аҡҡоштарҙы ҡаршылайым.

         Һөйләшеп, башлыса апайҙы тыңлап, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәне.

 - Килһәгеҙ, мине табығыҙ. Уңайлы фатир табырға ярҙам итермен. Ошолай тәмләп сәй эсербеҙ.

         Ҡосаҡлашып, яҡын кешебеҙ кеүек хушлаштыҡ. Сания апай беҙҙе санаторийға тиклем оҙатып, сәғәт нисәлә китеүебеҙҙе һорашты. Иртәгәһен көн үткәне лә һиҙелмәне. Билдәләнгән ваҡытҡа автобус килде. Ауырайған сумаҙандарҙы урынлаштырғанда, таныш тауыш ишетелде.

- Ҡыҙҙар, хушығыҙ. Хәйерле юл һеҙгә, хат яҙығыҙ.

         Ашыҡтырған водителгә ҡарамай, беҙ хәле бөтөп йүгереп килгән Сания апайҙы ҡосаҡланыҡ һәм тағы ла осрашырға һөйләшеп, урындарыбыҙға ултырҙыҡ.  Автобус боролғансы, уның ҡул болғағаны ҡарап барҙыҡ. Ә ҡайтҡас, донъя мәшәҡәте менән Сания апай ҙа, диңгеҙ буйындағы ял да яйлап онотолдо.

 

****

         Ҡояш нурҙарында мансылған йылғамы, диңгеҙме... Яр буйлап тал кеүек һығылмалы буйлы, биленә еткән оҙон ҡара сәсле йәш ҡыҙ атлай. Иңдәренжә – зәңгәр көйәнтә, силәктәрен ташлап, һыуға ташланды. Унда яңғыҙ аҡҡош йөҙә ине. Көтмәгәндә дауыл сыҡты. Ҡыҙ аҡҡошҡа әүерелде. Йәнәшә йөҙгән пар аҡҡошто ҡара өйөрмә әллә ҡайҙа осороп алып китте.

         Йөрәкһеп, хафаланып уянып киттем. Ни ғиллә булды был? Төштә бер ҙә аҡҡош күргәнем булманы. Ниҙе аңлата һуң был төш?

         Көнө буйы күңелгә бер йыр килеп йөҙәтте:

“Сания апай һыуға бара,

Пар силәктәрен аҫып.

Һандуғастар һайрап тора,

Көйәнтәһенә баҫып...”

          Ҡасандыр ишеткәйнем, шикелле, был йырҙы. Бала саҡтар патефон уйнатып, төрлө йырҙарҙы отоп үҫтек. Ҡыҙыҡ күреп, йыр китаптарын аҡтара башланым. Тапманым ул йырҙы.

Ҡапыл Ҡара диңгеҙ, аҡҡоштар һәм Сания апай иҫкә төштө. Вәт, йүнһеҙлек, инде икенсе йыл китте унан ҡайтҡанға. Бер тапҡыр ҙа шылтыратманым, хат та яҙманым. Үҙемдән-үҙем оялып, блокнотымдан яҡташымдың телефонын эҙләйем. Ярай, ваҡытынжа теркәп ҡуйғанмын. Бына ул. Тиҙ генә һандарҙы йыям. Юҡ, яуап бирмәй. Тағы шылтыратам. Бер кем дә алмай. Бәлки, номеры үҙгәргәндер, тип аҙаҡ хат яҙырға булдым.

 Яуап оҙаҡ булманы. Бер көн почта йәшнигендәге гәзиттәр араһынан бер конверт килеп сыҡты. Хәҙер хат алышыу модала түгел. Кемдән икән тип, тиҙерәк адресына күҙ һалдым. Анапанан. Тик бер ҙә ҡарттар яҙыуына оҡшамаған. Ҡабаланып асам.

“Һеҙҙең хат, аңлауымса башҡортса яҙылған. Иптәшем бер аҙ аңлай. Ҡәйнәмә яҙылған булһа ла, хатты асҡанға аптырамағыҙ. Сөнки үҙе юҡ бит инде. Бынан бер ай элек китеп барҙы...”

         Килене Татьяна яҙған булып сыҡты. Бына бит тормош... Әле тағы ла Анапала осрашырбыҙ, яр буйлап йөрөрбөҙ, баллап сәйҙәр эсербеҙ тип хыялланған булам...

         Минең төштәге аҡҡош-ҡыҙ шул Сания апай булған икән. Тоғро дуҫы – Әлфисе янынан осоп киткән ул. Моғайын, унда йәненә тынғылыҡ тапҡандыр. Бәлки, ожмахҡа эләгеп, йән һөйгәне менән зәңгәр диңгеҙҙә бергә йөҙәләрҙер, бәхетлеләрҙер. Тыуған ерҙәренән айырылып, сит яҡтарҙа һуңғы төйәген тапҡан башҡорт ҡыҙы менән татар егете Әлфистең йәне, аҡҡошҡа әйләнеп, бәлки, тыуған Башҡортостанға ҡайтыр...

         Ә мин инде насип булып, тағы ла Ҡара диңгеҙ буйына барһам, күҙҙәремде талдырып, яҡташымды эҙләрмен, уның яғымлы тауышын ишетермен төҫлө.

         - Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ миңә, сәй эсергә...

Ҡыҫҡа ғына ике осрашыуҙа ла шулай күңелгә инеп ултырыр икән кеше...

Мәрйәм Күсмәева.

Автор:
Читайте нас