Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
31 Октябрь 2025, 09:00

АЙНА менән ҒӘЙНӘ Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән ти, убырлы ҡарсыҡ. Бер ваҡыт ул Ҡояшты урларға булған. Үҙенең уйын тормошҡа ашырып, ул Ҡояшты Толтау мәмерйәһенә йәшергән. Яҡтылыҡ, нурҙар ара-тирәне ҡыҙҙырған, яндырған.

АЙНА менән ҒӘЙНӘ ӘкиәтАЙНА менән ҒӘЙНӘ Әкиәт
АЙНА менән ҒӘЙНӘ Әкиәт

Шул ваҡыт аҡ болан егеп ике батыр - Айна менән Ғәйнә ошо тирәнән үтеп барған. Боландар ошо ерҙә туҡтап ҡалған. Уларҙың тояҡтары баҫҡан урында ут сәсрәтә икән. Убырлы ҡарсыҡ был ваҡытта урманға киткән булған. Батыр егеттәр Ҡояшты мәмерйәнән алып сығалар ҙа, болан тиреһенә урап, Тол йылғаһы аша юлланалар. Айна менән Ғәйнә батыр Ҡояшты ҡотҡара. Ә Ҡояш тағы ла сағыуыраҡ был донъяны нурлай башлай. Туғандар ошонда йәшәргә ҡала. Шулай итеп, башҡорттарҙа Ғәйнә ырыуы барлыҡҡа килә. Бөгөн дә Ҡояшты иң беренсе булып ғәйнәләр ҡаршылай.

Зәки ӘЛИБАЕВ

Автор:
Читайте нас