Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
3 Декабря 2025, 10:00

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә)

     I Ғазаплы йәненең йәшәргә теләге ҡалмаһа ла, балаларын етем итергә хоҡуғы юҡлығын аңы менән белә ине Фәриҙә. Шуға күрә таянысты киләсәгемдә тапмаммы тигән өмөт менән күрәҙәсегә барып ҡарамаҡ булды. Ҡала уртаһындағы бейек йорттар артына боҫҡан ике ҡатлы ағас өйҙө һеңлеһе Сәриә менән саҡ эҙләп таптылар. Кеше күп ине. Сырайҙары борсоулы. Хәйер, күрәҙәсегә бәхетлеләр йөрөмәй инде, йәне яралылар килә. Ә үҙе ҡайғы күргән кешенең күңеле һиҙгер: Фәриҙәиең һарғайған йөҙөнән үк хәлен аңлап, иң алдан инергә тәҡдим иттеләр. Ә бер өлкәнерәге Сәриәнең ҡолағына:

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә)ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә)
ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә)

– Был күрәҙәсе әҙәмдең күңелен уйламай, яҡшыһын, яманын бәреп әйтә лә ҡуя, тиҙәр. Апайыңды бергә алып инмәһәң, яҡшыраҡ булмаҫ микән? – тип бышылданы.

Нишләптер күрәҙәсене Мәскәй әбей кеүек шөҡәтһеҙ ҡарсыҡ тип күҙ алдына килтер-гәйнеләр. Зифа буйлы мөләйем ҡатынды күргәс, күңелдәре күтәрелеп китте. Бындай һөйкөмлө кеше ауыҙынан насар хәбәр сыҡмаҫ кеүек тойолдо.

Күрәҙәсе:

– Һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуапты мин үҙ башымдан сығарып бирмәйем. Берәй үлгән туғанығыҙҙың әруахына мөрәжәғәт итәм дә, һеҙгә уның һүҙҙәрен еткерәм. Ябай ғына әйткәндә, бынау телефон кеүек булам инде, – тип аңлатҡас, бер аҙ ҡаушанылар. Дүрт йыл элек ҡапыл вафат булған әсәләрен борсорға баҙнат итмәнеләр: уңалып бөтмәгән яраларҙы аҡтарыу булыр. Мәрхүмә өләсәләренең ҡайһыһына өндәшергә белмәй бер-береһенә ҡараштылар. Бағымсы ҡатын:

– Яҙмышты барыбер алдап булмай,– тигәс кенә, Фәриҙә:

– Мәҙхиә! Мәҙхиә өләсәйҙе саҡырабыҙ, – тип тәүәккәлләне. – Әбей уҫалыраҡ булды булыуын. Тик зирәк зиһенле ине.

Ҡараштарын әллә ҡайҙа, үҙенең булмышының төпкөлөнә, төбәгән күрәҙәсенең көсөргәнеп нимәлер тыңлағанын эске ҡалтыраныу менән ҡарап ултырҙылар.

– Хоҙай ғүмерҙе һәр кемдең үҙенә бирә, үҙенең көсөнән килерлек йөгөн дә күтәртә. Аллаһы Тәғәләнең үҙ язалары, 

үҙ талаптары бар. Эргәңдәге кешегә һынамаҡҡа йәки язаламаҡҡа ебәрелгән ғазапты еңеләйтәм тип ҡыҫылыу – гонаһ. Ул – Хоҙайҙың үҙен һанға һуҡмау, ихтыярына ҡаршы килеү. Ике кешенең йөгөн артмаҡлап, шул ауырлыҡтан иҙелеп, хәлдән тайып барҙың ғүмерең буйлап. Әле килеп миктәгән ат кеүек күтәрттең...

Бағымсының ҙурайып сөм-ҡара булып киткән күҙҙәрендә сәйер ут тоҡанған. Әйтерһең дә, унан үҙе түгел, башҡа берәү ҡарап тора,

Шомло. Шулай ҙа Фәриҙә, бәхәсләшкән кеүек, һорауын ҡыҫтырырға баҙнат итте:

– Яҡынына ярҙам итергә ярамай тигән һүҙме инде был? – тине.

– Ҡулыңдан килгән яҡшылыҡты ҡылмау ҙа гонаһ. Тик бөтә нәмәлә лә сама кәрәк. Ярҙамың, яҡшылығың файҙағамы? Яҡшының күңелен үҫтерәме, яуыздың бәйелен аҙҙырамы?.. Ҡыу сыбыҡты ҡаның менән һуғарһаң да, япраҡ ярмаясағын күптән аңларға кәрәк ине. Аңлау менән артыңа боролоп ҡарамайынса ҡасырға ине... Ғәләм һиңә ғүмер бүләк иткән икән, һин уны әҙәмгә генә түгел, Хоҙайға ла ҡорбан итергә тейеш түгел инең!..

Күрәҙәсе һуңғы һүҙҙәрҙе киҫкен, хатта асыулы итеп әйтте. Фәриҙә ирекһеҙҙән һеңлеһенә йәбеште. Ул арала ҡатын оҙонса матур ҡул устары менән битен ҡаплап торҙо ла күҙгә күренмәгән ауҙы йөҙөнән һыпырып ташлаған кеүек ишара яһағандан һуң, ҡабaт элекке хәленә ҡайтты.

– Эй Алла, иң кәрәген һорап өлгөрмәнек! Апайым һауыҡһын өсөн нимә эшләргә? – тип өҙгөләнде Сәриә. Тик бағымсы үкенгән тауыш менән:

– Мин дә һеҙ әле ишеткән хәтле генә беләм бит, – тигәс, ни ҡылырға белмәй алдан әҙерләгән аҡсаһын һондо.

– Кәрәкмәй, – тине тегеһе. – Яҡшы хәбәр еткереп ҡыуандыра алмайым бит.

Ғәҙәти ығы-зығы менән шау-гөр килгән урамға сыҡҡас, байтаҡ шым барҙылар.

– Һаташҡан кеүек әллә нимә һөйләне лә ҡуйҙы. Ярай, аҡсаһын алманы әле, – тип һөйләнгән һеңлеһе менән ризалашҡан кеүек баш ҡаҡһа ла, күрәҙәсенең сәйер хәбәре Фәриҙәнен йөрәгенә ҡармаҡ кеүек ҡаҙалғайны инде. Бер аҙ барғас, Сәриәне аптыратып:

– Мәҙхиә өләсәй гелән ҡырыҫ булды инде. Тураһын ярып әйтә лә ҡуя торғайны, – тип һүҙ башлағайны, өнөн тыҡҡандай ҡапыл туҡтаны. Күңеленең иң төпкөлөнә баһырау һалып йәшереп ҡуйған ҡурҡыныс бер нәмәне ысҡындырып ебәреүҙән өрккән кеүек тойҙо ул үҙен.

– Беҙ ҙә йөрөйбөҙ инде шырмыйланып, – тигән булып көлкөгә һабыштырҙы ла һеңлеһенең йомшаҡ йылы ҡулын ҡоро тарамышҡа ҡалған устарына ҡыҫты, ҡараштары менән магазиндарҙың ялтыр-йолтор исемдәрен, ҡоймаларҙағы афишаларҙы ҡапшаны. Бөтә иғтибарын күреп, тотоп ҡарап булған матди донъяға тупларға, үҙенән ҡасырға тырышты. Үҙен булмышының, хәтер даръяһына табан өҫтөрәгән көс менән тартышты.Саф һауала оҙаҡ йөрөгәнгәме, яңы тәьҫораттар талсыҡтырғанмы – ул кисте башҡа ваҡыттарҙағы кеүек йоҡоһоҙ оҙаҡ борһаланманы. Мендәргә башы һеңеү менән онотолғайны, үҙе көнө буйы алышып бирешмәгән уйҙар упҡынына ҡоланы. Йылдар буйы оноторға, уйламаҫҡа, күңеленән төпкө аңға ҡыҫырыҡлап сығарырға тырышҡан рәнйеү, әрнеү, үкенестәре Мәҙхиә өләсәһенең: «Ҡасырға кәрәк ине!» – тип ҡысҡырыуынан өркөп эркелешеп килеп сыҡтылар ҙа тулышҡан шеште йыртып аҡҡан ҡанлы эрен кеүек бөтөн булмышын ҡойондорҙолар. Ҡара тиргә батып һаташҡан Фәриҙә, төн уртаһында ҡаты итеп ыңғырашыуына уянып китте лә, ҡараңғылыҡҡа текләп оҙаҡ ятты. Егерме йылға тәүге тапҡыр үҙе менән ҡасышлы уйнамаҫҡа ҡарар иттеме, өнөндә ирек бирмәгәс, төшөндә тотҡондан ысҡынған тойғоларын кире бикләргә тәҡәте ҡалмағайнымы – уйҙар тулҡынына бирелеп, яҙмышының даръяһын айҡаны. Дөрөҫөрәге, булмышын икегә бүлде. Бер яртыһы күҙәтсе булып ярҙа ҡалды кеүек... Сит кеше һымаҡ, ҡырҙан баһа биреп торорға...

...Ҡояш кеүек ине Фәриҙә. Көлөп ебәрһә, нурланып торған түңәрәк йөҙө тағы ла балҡып китә, ә былай ҙа мөләйем күҙҙәре бөтөнләй юғалып тора. Ҡайҙа килеп инһә лә кешеләр, йөҙҙәре яҡтырып, һулыштары иркенәйеп, уға табан борола. Көнбағыш кеүек.

Ҡарап торһаң, артыҡ сибәр ҙә түгел, ә күңелде арбай. Наҙ, ихтирам тулы ғаиләлә тыуғанға күрә, һөйөү уға һулар һауа кеүек тәбиғи күренгәндер.

Береһенә ун дүрт, икенсеһенә ун алты булғанда ғашиҡ булышып, шул тойғоно ғүмер буйы һаҡлаған ата менән әсә балаһы бит ул. «Тәү күргәндә һин миңә саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡағылһаң да ыуалырға торған нәфис гәлсәр ваза кеүек булып тойолдоң. Эргәңдә тын алырға ла ҡурҡып тора торғайным», – тигән атаһы әсәһенә. Ә әсәһе өләсәй булғас та, төшкөлөккә тамаҡ ялғарға ҡайтҡан бабайын, егете менән күрешмәгә әҙерләнгән ун ете йәшлек ҡыҙ кеүек, төҙәнеп ҡаршылай ине.

Бына ошо һауаны һулап үҫкән ҡыҙ, эргә-тирәлә башҡасараҡ тормош, йәмһеҙ ҡылыҡтар ҡайнағанын белһә лә, уларҙың үҙенә ҡағылышы юҡ та, булмаҫ та тип уйлағандыр, күрәһең. Ә, бәлки, булмышындағы наҙ, йылы, һөйөнөс таш йөрәкте лә иретер тип үҙ-үҙенә артыҡ ышанғандыр.

«Ҡыу сыбыҡты ҡаның менән һуғарһаң да сәскә атмаясағын белмәнеңме ни һин?!» «Ҡыу сыбыҡ икәнен белмәнем, өләсәй. Биллаһи, белмәнем...»

Белгәйне бит ул, һиҙенгәйне. Алһыу-аҡ сәскәгә төрөнгән алмағас кеүек ине Фәриҙә туй көнөндә. Күңелендәге аңлайышһыҙ хәүеф, сәбәпһеҙ һағышты йөҙөндәге йылмайыу менән йыуырға тырышты. Уйһыҙ йәшлек менән хушлашыу шулай булалыр, тип уйланы. Борсолор өсөн сәбәп юҡ бит. Табын матур, барыһы ла көләс,

алсаҡ...

– Ошонда ултырған һыу һөлөгө кеүек ун биш егеттең барыһының да күҙе төшөп йөрөгән иң шәп ҡыҙыбыҙҙы алдың, Мәхмүт, – тип тост әйтте курсташтарының береһе. Унан Фәриҙәгә ҡарап: – Бик һайландың. Бәхетле бул инде, – тип өҫтәне. Көтмәгәндә ҡара янып киткән кейәү, гөрләшеп ултырған табынды хафаға һалып, урынынан торҙо ла йүгерә-атлап сығып китте.

Барыһы ла аптырап ҡалды. Кейәү үңерҙәре, төп ҡоҙа менән ҡоҙағый уның артынан йүгерҙе. Әле әйтелгән һүҙҙәрҙән хилафлыҡ эҙләп, нимә эшләргә белмәй ултырып ҡалған Фәриҙәне үҙенең туғандары йыуатты. Күңеле ҡырылһа ла, һаман аңларға тырышты ул Мәхмүтте: «Һыу һөлөгө кеүек егеттәр араһынан бер зәғифте һайланың», – тип әйткән кеүек ҡабул иткәндер, тип йәне әсене.

Кейәүҙе, бала кеүек көйләп-сөйләп, саҡ кире алып инделәр. Тик туйҙың шат йөҙөнә, алтынһыу һурпаға төшкән ҡара тараҡан кеүек, һөрөм ятҡайны инде.

Оҙатып килгән иптәштәре уйын-көлкө менән сығып китеп, аҡ келәттә икеһе генә ҡалғас, Мәхмүт, ир менән ҡатын булып үткәрәсәк тәүге төн наҙын көтөп бер аҙ оялған да, тулҡынланған да кәләшенә тишерҙәй итеп ҡарап торҙо ла:

– Ун бишебеҙҙең ҡалдығын алдың, тип күҙгә ҡарап ҡайһылай мыҫҡыл иттеләр! – тине, уҫал итеп көлдө. Фәриҙәнең нәфис күңеленә ҡанын сәсрәткәнсе ҡамсы менән һыҙырҙылармы ни?! Ә кейәү, һыҙланыуҙан шаңҡып ҡалған кәләшен, баҡаға ҡағылғандай сирҡанып ситкә этте лә артын ҡуйып ятты.

Нишләп уның менән ҡалды Фәриҙә ошонан һуң? Кеше алдында намыҫланыуҙанмы, әллә күпме аҡса түгеп туй яһаған ата-әсәһен аяуҙанмы? Туй табынында уҡ әсәһенең хәүеф ҡатыш ҡыҙғаныу менән ҡараған әрнеүле күҙҙәрен күргәс тә үҙенең ни тиклем яңылышҡанын аңлағайны түгелме һуң ул? Нимә туҡтатты уны? Әле һуң түгел ине бит. Яратыу ҙа юҡ ине.

Бала саҡта яратып йөрөгән егетенең ихтыярһыҙҙан башҡаға өйләнергә мәжбүр булыуына шаңҡып ҡалған һәм үҙе өсөн бәхет бөттө, тип төшөнкөлөккә бирелгәнгә шулай кәмһетеүгә сыҙаны, үҙен бөтөнләй һанламаған кешегә рәнйешен йота алдымы?

Хәйер, яратыу юҡ ине, тип әйтеүе еңел. Ә бит яҙмышын бәйләргә тәүәккәлләгәс, ниндәйҙер тойғолары булған?..

Бәләкәй сағынан ташландыҡ бесәй, хужаһыҙ эт, ҡанаты ҡайырылған ҡош янынан вайымһыҙ үтеп китә алманы. Хатта баҙарҙа ла үтмәҫтәй тауарын тәҡдим итеп өңшәйеп торған әбейҙәрҙе әллә ҡайҙан күрә һалып, алманың ҡортлоһон, көнбағыштың көйгәнен һатып ала торған холҡо бар ине. Мәхмүткә лә шулай ҡаранымы?

Уны тәү тапҡыр күргән мәлен һис онотаһы юҡ: больницаның хирургия бүлегендә оҙон коридор буйлап арбала алып киләләр ине уны. Бында практика үтеп йөрөгән Фәриҙәнең һушһыҙ ятҡан был йәш кенә зәғиф егетте ҡыҙғаныуҙан йөрәге әрнеп ҡалғайны. «Бала кеүек күкрәгемә ҡыҫып, бөтә бәләләрҙән ҡурсалағым килде», – тип әсәһенә ҡайтып һөйләгәйне. Атаһының таныштарының улы булғанын, ҡулын фажиғәгә осрап өҙҙөргәнен белгәс, уның янына йыш ҡына инеп йөрөй башлағайны.

«Башҡаларҙы кем дә яратыр, был зәғифте минән башҡа кем бәхетле итер», – тигән тойғоно һөйөү менән бутағанмы? Ир булған кешеһен йәлләп түбәнһеткән икән,

тегеһенең ғүмер буйы уны ғазаплауы тәбиғи түгелме?

«Алла ихтыярына ҡаршы төшөп, үҙеңде унан да мәрхәмәтлерәк тип кинәнеү – тәкәбберлек, – тигән кеүек булды өләсәһе. – Сабыр төбө гелән һары алтын түгел, һары һағыш, ҡара ҡайғы, әсе үкенес тә. Тәүге төндә үк үҙеңде сырмай башлаған ауҙы һирпеп ташлап тороп сығып китһәң, кем һине ғәйепләр ине? Ғөмүмән, кемдең кемдә эше бар. Бөгөн килеп һиңә берәү ҙә үҙ бәхетен, үҙ сәләмәтлеген бүлеп бирмәй бит. Бирә лә алмай. Кешеләр бер-береһен бәхетһеҙ итә генә ала. Ә үҙен бәхетле итеү-итмәү – һәр кемдең үҙ ихтыярында».

«Ошо аҡылдарың менән һин шул саҡта ҡайҙа инең, өләсәй?» Шунда ине бит. Ул Мәхмүтте тәү күреүҙән үк оҡшатманы. Тик сөңкөлдәк әбейҙең киҫәтеүенә кем ҡолаҡ һалған?

Ә ул ир ҡатыны тигән исем алған теге күҙ йәшле төндән һуң үҙ-үҙенә үкенеүҙе, икеләнеүҙе ныҡлап тыйҙы. Артабан егерме йыл буйы бәхетһеҙ икәнен кешегә генә түгел, үҙенә белдерергә лә ихтыяр итмәне. Түҙгеһеҙ булғанда күҙ алдары ҡараңғыланғансы тешен ҡыҫты. Шулай тешләнә-тешләнә, рәнйештәре ҡара ҡанлы эренгә әйләнеп, уртын серетә башлағансы түҙҙе түгелме һуң ул?

«Эш уҙғас, үкенеүҙән ни файҙа?» – тип хәтирәләренән арынмаҡсы була Фәриҙә. Тик тынғыһыҙ аңын нимәгә ҡушырға белмәй аптырай: киләсәге юҡ, бөгөнгөһө – ғазап, ә үткәне…

Кешенең яҡты, йылы иҫтәлектәре булырға тейеш. Тормоштоң елегенә үтерлек һалҡындарында уларҙы берәмтекләп кенә иҫеңә алаһың да, ҡыҙыу итеп яғылған мейес ҡуйынына һыйынғандай йылынаһың. Фәриҙә лә ҡотолоу эҙләп ҡыуаныслы мәлдәренә ҡасырға маташа. Тик тормошоноң иң бәхетле, иң йәйғорло саҡтарында

ла ҡара һөрөм бар, иң ҡәҙерле, изге хәтирәләргә лә нәжес яғылған. Үткәндәрҙең аҡ нурынан көс алам тип, уларҙы яңыртһа, ҡыуаныс менән бергә бысрағы ла ҡалҡа.

...Йәшлектә йәшәү ҡөҙрәте артап торғас, тәүге рәнйешен тиҙ онотто Фәриҙә. Хәйер, берҙән-бер әрнеү булһа, бәлки, оҙағыраҡ әүәләргә лә булыр ине. Тик Мәхмүттең танышып, күрешеп йөрөгәндә мәрәкә тойолған, ныҡ яратыуының күрһәткесе итеп иҫәпләнгән ҡылығы – Фәриҙәне иҫкән елдән дә ҡыҙғаныуы – бергә йәшәй башлағас, ҡурҡыныс сир рәүешен алды, оло ғазапҡа әйләнде.

Врач булараҡ, ул Мәхмүттең көнсөллөгөнөң сәбәбе – һыңар ҡулы юҡлыҡтан килеп тыуған кәмһенеү тойғоһо икәнен аңлай ине. Шуға күрә унын шиктәрен үҙенең сафлығы менән тарата, йылыһы менән имшетә алыуына ышанды. Тыныс, ихтирамлы, ябай ғаиләлә үҫкән Фәриҙә үҙенең ниндәй емергес, ҡурҡыныс сиргә ҡаршы торорға маташҡанын ныҡлап күҙ алдына килтерә алмай ине шул. Тәүҙә ул

быны күңелһеҙ, әммә күнергә кәрәк булған етешһеҙлек кенә тип ҡабул итте. Аңлатырға, үҙенең ғәйепһеҙлеген, сафлығын иҫбатларға маташты. Тик үҙеңдең уйнашсы түгел икәнеңде, теләһә ниндәй уйҙар башыңа инеп тә сыҡмағаным нисек иҫбат итергә мөмкин?

«Ни өсөн күрше ир иң тәүҙә һинән, унан ғына минән һаулыҡ һорашты? Урамда осраған егет нишләп йылмайып өндәште? Берәй яҡынлығың бармы әллә? Ни өсөн автобуста иҫерек ир һиңә бәйләнде? Уйнаш икәнең йөҙөңдән күренеп торамы әллә? Бәлки, үҙең форсат биргәнһеңдер?» Иртәнән алып ятып киткәнгә тиклем яңғыраған ошондай кәмһеткес һорауҙар Фәриҙәнең тормошон ҡара һөрөмгә әйләндерҙе. Иренең урынһыҙ шиктәренән, ырғытҡан бысраҡтарынан ни тиклем ялтанып ҡалырға тырышмаһын, «саф алтынға нәжес йоҡмай», тип Аҡмулланың һүҙҙәрен доға итеп күпме ҡабатламаһын, үҙен ытырғаныс итеп тоя. Үҙен генә түгел, күршеһен, урамда осраған һәм нишләптер һирпелеп ҡараған таныш булмаған ир-атты ла үҙенең ғазаптарына сәбәп тип һанап күрә алмай башлай.

Кешеләрҙе тиң күреп, ишле дуҫтар менән аралашып йәшәүҙе мәртәбәгә һанап, күңелле ғүмер иткән ғаилә ҡыҙы бына шулай тормошҡа сығып бер-ике йыл үтеүгә, кешегә һаулыҡ ҡушырға, өндәшергә биҙәр булып торған ҡурҡаҡ ҡатынға әйләнде. Тәүҙә таныштарға һүҙ ҡушмай, күрмәмешкә һалышып үтеп китергә тырышыу иҫәүәнлек булып күренһә лә, ғаиләләге тыныслыҡ хаҡына күнде. Тик гелән кеше менән аралашмаҫҡа, башты аҫҡа баҫып, ҡырағайҙарса ҡыланып йөрөргә мәжбүр булыуы ғәрлек ине.

Донъяла ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр араһында енси ҡыҙыҡһыныу, енси тартылыуҙан башҡа, иптәшлек, рухи яҡынлыҡ, ихтирам кеүек күркәм мөнәсәбәттәрҙең дә барлығын аңлата алманы ул шиксел иренә. Аптырағас, үҙ-үҙенә бикләнде һәм тәҙрәләре тыштан ырғытылған тиҙәккә бысранған йонсоу, бахыр йортҡа оҡшап ҡалды.

Мәхмүт үҙенең Иблестеке кеүек яуыз аҡылы менән уның бөтә юлдарын да быуып ҡуйҙы, хатта, мөмкин булһа, һулар өсөн һауаны ла үлсәп кенә бирер ине кеүек. Сөнки ул, Фәриҙә ҡайҙа ғына урынлашһа ла, эштән сығырға мәжбүр итә башланы. «Больницала ир- ат күп. Поликлиникала баш врач – ир кеше». Икенсеһендә һәйбәт кенә эшләй башлағас, сирле ирҙәрҙе ярым сисендереп ҡарайһың, тип бәйләнде. Балалар баҡсаһына урынлашып, инде тынысландыҡ тигәндә, балаларын алырға килгән атайҙарға быйтаңлауың ихтимал, тип йөҙөн йыртты. Уйында бары тик ғаилә: ире лә балалары ғына икәнен иҫбатлар өсөн башын ташҡа орорға әҙер ине ҡатын. Әгәр бынан берәй фәтүә сыҡһа.

Хатта тәүге балаларының тыуыуы ла ҡара ҡайғы, шик һөрөмө менән ҡаймаланған. Мәхмүт, тиҙҙән сабыйҙары тыуасағы хаҡында хәбәрҙе ишеткәс, кис буйы уйланып йөрөнө лә:

– Нишләп һин, өйләнешкәндән һуң йыл ярым буш йөрөнөң дә, әле килеп, атайым беҙҙә ҡунаҡ булып киткәндән һуң ғына ауырға ҡалырға булдың? – тип әйтеп һалды.

«Бала булһа, тынысланыр. Үҙен дә, мине лә сәбәпһеҙ шик-шөбһәләр менән ғазаплауҙан туҡтар», – тигән өмөтөнә йыуанып йөрөгән Фәриҙә көтөлмәгән хаяһыҙлыҡтан һөртөп торған сынаяғын төшөрөп ватты. Уның ҡаушауын үҙенсә юраған ире тағы ла шикләнеберәк төпсөнөргә тотондо.

«Был мәсхәрәне күтәрә, үткәрә алмам», – тип уйлағайны ҡатын. Кеше түҙә икән. Батып барыусы һаламға тотонған кеүек, башҡа яҙмыштарҙан үҙенә таяныс эҙләне. Уның ғына түгел, эргә-тирәһендәге бик күп ғаиләләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте насарлығынан ниндәйҙер еңеллек алған бахыр кешегә әйләнде ул.

«Мин иртәнге намаҙҙа ваҡытта әсәйең Ай аллаһы менән зина ҡыла. Уның хыянаты

һалған яраны уңалтыр өсөн миңә әсәйеңдең, минең ҡатынымдың, башын ҡырҡып алып килеүең кәрәк». Бынан ике мең йыл элек йәшәгән һәм улына бына шундай йомош ҡушҡан көнсөл ҡарт менән атаһының бойороғон һүҙһеҙ үтәп, әсәһен салған улан хаҡындағы боронғо хикәйәт әҙәм балаһының булмышы быуаттар дауамында үҙгәрмәгәнен күрһәтеп, уға ғазабына сыҙарға көс бирә ине.

«Ярата, шуға туҡмай. Мине туҡмағанда уның үҙенә миңә ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ бит», – тип ирҙәрен аҡлаған ҡатындарҙың тәүге ҡарашҡа аҡылһыҙлыҡ булып тойолған сикһеҙ фиҙәҡәрлеген үҙе кисереп белә ине хәҙер Фәриҙә.

Мәхмүттең хәленә инергә, уны аңларға тырышыуы арҡаһында ул хатта үҙ-үҙенән шикләнеүгә ҡәҙәр барып етте. Туҡталышта автобус көтөп йә сиратта тороп оҙаҡлаһа: «Ошо ваҡыт эсендә мин ысынлап та берәйһе менән күрешеп өлгөрә алыр инем бит», – тип уйлай ҙа, ире алдында үҙен ни өсөндөр ғәйепле тойоп, ҡайтып инер ине.

Ни өсөн ғәйепле? Был донъяға тыуғаны, йәшәгәне, һулыш алғаны өсөнмө? Кеше бындай шарттарға күпме сыҙай ала? Бөтөн булмышыңды бағышлап, яҙмышыңды бәйләгән хәләлең һине түбәнһетеүҙән ләззәт алғанда нимә эшләргә? Иң бысраҡ, иң әрнеткес һүҙҙәр төкөрөп, бәғереңде сала-сарпы телгеләгән ауыҙ үбергә үрелгәндә, ытырғаныс менән этеп йыҡҡан ҡулдар наҙ талап итеп тәнеңде һәрмәгәндә тағы ла йәмһеҙерәк рәнйетеүгә дусар булмаҫ өсөн, һөйөү ишараты сығарыр өсөн ҡайҙан көс табырға? Ата-әсәһе наҙлап үҫтергән ҡәҙерле баланан күңеле зәғиф бер әҙәм тарафынан типкеләнең ҡәҙерһеҙләнгән ҡатындың йәшәр өсөн түҙеме күпмегә етә? Ни өсөн ул талашманы, һуғышманы, ниһәйәт, өләсәһе әйтмешләй, ҡасып китмәне? Ҡурҡаҡ инеме? Бисара инеме?

Көрәшеп еңер өсөн дошманыңды күрә алмаҫҡа, уның бысраҡ алымдарын ҡулланырға кәрәк. Ә ул һөйөүҙә, күркәмлектә тәрбиәләнгәйне. Сәйер, хәҙер килеп, уны үҙенең һөйөүе үлтерҙе булып сығамы ни инде?!

Фәриҙә, медициналағы бик күп сирҙәрҙең нигеҙендә психологик сәбәптәр ята, тигән ҡараштың дөрөҫлөгөнә ышана ине. Әле үҙенең тормошона нисек бар, шулай ҡарарға ҡыйыулыҡ тапҡас, ауырыуының сәбәбен дә төшөнгәндәй булды.

Хоҙайҙың йәшәү, балалар үҫтереү, бәхет өсөн тип биргән ҡөҙрәтен, өҙөлгәнде ялғау, йыртылғанды ямау, йәрәхәттәрҙе уңалтыу өсөн, исрафлап бөткән ул. Аҡылы менән үҙ- үҙен «баҙға һыйынып та йылынып була» тип ышандырырға тырышҡан һайын, булмышы нығыраҡ өшөгән. Аңынан ҡыҫырыҡлап сығарылғас, төпкө аңға боҫҡан асылы, нисәмә йылдар ҡанһырағандан һуң, тонсоғоп һүнә башлаған.

Былай йәшәүҙең бер кәрәге лә юҡ, тип ҡарар иткән төпкө аң. Әҙәм зиһененең хәйләләрен, ҡапма-ҡаршылыҡтарын төшөнмәгән һәм сабый тәбиғилеген, сафлығын һаҡлаған төпкө аң ғәҙел туралыҡ менән шул фекерен тормошҡа ашыра башлаған. Йәндең йәшәргә сараһы юҡ икән, уйы ҡыҫыҡ ситлектән сығарыр өсөн

тәнде емерергә кәрәк. Шулай итеп, йәшәргә ихтыяр бөтөү менән, организм үҙ- үҙен үлтерергә тотона.

Өнһөҙ сабырлығы менән үҙенә үҙе үлем язаһы сығарғанын аңлаған Фәриҙә ниндәйҙер ярҙам, таяныс булһа, батҡан һаҙлығынан ҡалҡып сығырҙай тойоп, иртәнсәк ағаһы менән еңгәһен саҡыртып алды.

Хәле бөтөнләй насарайғанын күреп, уны аҙна-ун көнгә булһа ла больницаға һалып алырға булдылар. Сәләмәтләнеренә бер кем дә ныҡлап ышанмай ине инде. Тик әле йәшәргә лә йәшәргә тейеш булған йәп-йәш туғаныңдың күҙ алдында һүнеүен күреү – һау кеше өсөн түҙгеһеҙ ғазап. Унан, өмөт тигән нәмә йән сыҡҡансы ҡала бит.

Сирҙең үҙе кеүек һорғолт һары стеналы больницаның оҙон коридорынан ағаһы уны

бала кеүек кенә күтәреп алып китте. Ябығып, шалтыр-шолтор һөйәк кенә булып ҡалған һеңлеһен күтәреп барыу ир уртаһындағы кешегә ауыр түгел, тик үҙәкте өҙөп әрнетерлек ине. Уларҙың араһында туғанлыҡ хисе бәләкәйҙән үтә көслө булды. Ғаилә ҡороп, бала-сағалы булғас та ҡатнашып йәшәргә тырыштылар. Ағаһы һеңлеһенең ни тиклем ауыр йәшәгәнен һиҙемләһә лә, Фәриҙә үҙе зарланмағас, бер нисек тә ярҙам итә алманы. Мәхмүт менән яҡынайырға, уртаҡ тел табырға маташып та ҡараны. Тик кейәү кешенең зәһәр яһиллығы менәм йүнһеҙ бисәләргә хас ваҡсыл мыжыҡлығы уны сығырынан сығара: «Зәғиф булмаһа, Фәриҙәнең хаҡы булмаһа, һеңдергәнсе һуғыр инем инде!» – тип тешләнеп ҡайта торғайны. Бер ваҡыт: «Нисек түҙәһең шуға, һылыу? Яратаһыңмы?» – тип һорап та ҡараны.

«Уның янында ышаныслы, – тигән булғайны Фәриҙә. – Ул бер ваҡытта ла мине ташламаясаҡ. Битемдән көлөп, ситкә йөрөмәйәсәк». Ташламаясаҡ... Ҡорбанын алҡымынан умырып алған йыртҡыс кеүек...

Һеңлеһе ауырыуға һабышҡаны бирле ағаһы көн һайын, тормоштоң үҙе кеүек дәрт, нур, хуш еҫ аңҡытып, ун-ун биш минутҡа ғына булһа ла уның янына инеп сыға. Көслө, йылы устарына уның ҡоро һөйәк булып ҡалған һап-һары ҡулдарын йомоп хәбәрен һөйләй, үҙендәге һөйөү нуры менән йылытып, уның ҡороған ағас кеүек ҡатҡан булмышына һут өрөргә тырыша. Шул ваҡыттарҙа Фәриҙәгә был тормоштоң уға тип бүлгән мәрхәмәте ҡалғандыр кеүек булып китә.

Әле үҙен яратып та, йәлләп тә күтәреп алған ағаһының киң күкрәгенә һыйынып барғанда нимәнән мәхрүм булып, өшәнеп ғүмер һөргәнен аңлатырлыҡ хәтирә йәшен кеүек ялтланы ла, зиһенен үкенес менән ҡамсылап үтте. Уны тормош юлынан күтәреп үтеүҙе бәхет һанап, наҙлап йәшәтерлек кешеһе бар ине бит уның. Үҫмер саҡтың иң яҡты иҫтәлеген, тәүге (һәм һуңғы) яратыу, яратылыу шатлығын ҡалҡып сыҡмаҫлыҡ итеп, таш бәйләп аһ-зар, рәнйеш даръяһына үҙе быраҡтырғайны. Әле ул һис көтмәгәндә балҡып китте лә сөрөк кеүек ыуалап барған булмышын тотош ялмап алды.

Шул саҡ мейеһенең түренә, асылының үҙәгенә инеп оялап, ҡылығын ғына түгел, уйын шымсылап, аңдып ултырған ире бысраҡ һәрмәүестәрен ҡыбырҙатты. Тертләп, яҡты иҫтәлектәрен ситкә һирпә һалған Фәриҙә үҙенең тәне түгел, йәне ҡол икәненә тағы бер ҡат инанды.

Палатаның ап-аҡ түшәменә текләп ятҡанда ла эске ҡалтыраныуын туҡтата алмай йонсоно.

Булмышының ҡайһы тәңгәлендә ул үҙе, ә ҡайҙа Мәхмүт? Ошо һорауына яуап талмай тороп, йәне тынмаясағын тойҙо. «Нимәнән ҡурҡам мин? – тип өгөтләне ул үҙен. – Әжәлең үңәсеңдән алған мәлдә тағы нимәнән ҡурҡырға мөмкин? Әллә ҡолдоң йәне ул үҙе үлгәндә лә ҡол булып ҡаламы? Был донъяла һис бер нәмәң дә ҡалмағас, нисек ҡол булып ҡалыу мөмкин?»

Еңгәһенең шифалы ҡулдарының рәхәт итеп башына массаж яһауынан йоҡомһорағайны, ҡапыл тертләп уянды ла, әсе тауыш менән ҡысҡырып, урынынан

торорға маташты.

Медсестралар янына сыҡҡан ерҙән йүгереп килеп ингән еңгәһенә, йәне сығырҙай булып сабырһыҙланып, мөйөштәге үрмәксе ауын күрһәтте:

– Үҙәк өҙгөс итеп безелдәй... – тине ул ялбарыулы ҡарашы менән бәғерҙе телеп. Ауға эләккән һәм йәшәү өсөн бирелгән бөтөн ҡөҙрәтен һалып әжәл менән алышҡан бисара себенде ҡанын эскән оло ҡорһаҡлы хәшәрәт үрмәксенән аралап алғанды балаларса түҙемһеҙлек менән көтөп алды Фәриҙә. Хәлгенәһе әптән бөткән бөжәкте тәҙрә төбөнә һалғас, күҙе сығырҙай булып көсөргәнеп, мәхлүктең, ҡыбырҙауын көттө. Себен бер генә тапҡыр тыбырсынып, ҡатып ҡалғас, төшөнкө тауыш менән:

– Был мин инем бит... – тип бышылданы ла шымды.

Ошо ваҡиғанан һуң үҙенең йәшәйәсәгенә өмөтө һүнде Фәриҙәнең. Бары шул саҡта ғына Мәхмүт менән бергә, Мәхмүт янында бәхеттең мөмкин түгеллегенә лә ышанды. Бына шул ныҡ әһәмиәтле ике фекер зиһененә һеңгәс кенә тын алышы иркенәйеп, күңеле күтәрелеп киткәнен тойҙо. Сөнки ғүмере буйы аңын, шул арҡала йәне менән тәнен дә ҡоршап торған ҡурҡыу бөттө. Әжәл боғаҙыңдан матҡып тотоп алғанда тағы нимәнән, кемдән ҡурҡырға мөмкин?!

Иренә рәнйешен ғүмерендә бер генә тапҡыр күрһәтте ул. Күрһәтергә батырлыҡ тапты – үлер алдынан...

Алмаш-тилмәш эргәһендә ултырған еңгәһе менән һеңлеһе, ауырыу ҡатыны янына килергә бер ҙә атлыҡмаған Мәхмүттән аҙға ғына булһа ла үҙҙәрен алмаштырып тороуын үтенде. Тик бер нисә минуттан Фәриҙәнең ҡот осмалы итеп әрнеп

ыңғырашыуына йүгерешеп кире килеп инделәр.

– Уф, кейәү, ни эшләттең?

Йөҙөнә ризаһыҙлығы ҡып-ҡыҙыл тап булып тимгел-тимгел яғылған Мәхмүт стена эргәһендә баҫып тора, ә ҡоро һөлдә ҡатыны ҡул суҡтарын болғап уны һаман ситкә, алыҫҡараҡ этергә теләгәндәй...

Укол һалып саҡ тынысландырып алғандан һуң ғазаптарҙан тағы ла төпкәрәк батып киткән күҙҙәренән сыҡҡан йәштәре, күҙ соҡорҙарына тулып торҙолар ҙа, ситенән ашып ике сикәһенән ағып төштөләр.

– Башҡа эргәмә килтермәгеҙ, йәме, – тип бышылданы Фәриҙә бәғерҙәрҙе өтөр зар

менән. – Аҡтыҡ йәнемде һурып алған кеүек.

Тәүге һәм һуңғы ризаһыҙлығы шул булды. Йәшәү, бәхет өсөн бирелгән ҡөҙрәтен рәнйеүҙәрҙе онотоу, йәрәхәттәрҙе уңалтыу өсөн исрафлап бөткәс, ҡара гүрҙе яҡты донъянан артығыраҡ күреп китеп барҙы. (Дауамы бар)

ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә)
ҠОРБАН КИЛТЕРЕҮ (Хикәйә)
Автор:
Читайте нас