Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
3 Декабрь 2025, 11:00

Ҡорбан килтереү (хикәйәнең дауамы)

...Ул киткәндә донъяны томалап рашҡы яуа ине. Әсе ел энә кеүек сәнскәк ваҡ ҡарҙы асырғанып тәҙрәгә бәрә лә бәрә. Ғүмере бөткәнен белгән ҡыш шул рәүешле һуңғы ажарын сәсә. Ә сибек кенә яҙҙың уға ҡаршы торорлоҡ әмәле юҡ та, мәңге булмаҫ та кеүек. Тәҙрәгә ҡарап ятҡан Фәриҙәнең үлемесле ауырыу аяуһыҙ теткеләгән тәне менән йәненә тәбиғәттәге был айҡашыу тағы ла нығыраҡ ғазап килтерә. Был донъяла үҙе өсөн йылы ла, өмөт тә ҡалмаған кеүек тойола уға. Шуға күрә тормош тип аталған ярһыу арғымаҡтың ялбыр ялыма һаман ҡырталашып аҫылынып барыуҙан файҙа юҡ. Наҙ өсөн тип тапҡан балаларын ҡан илатып яуыз атай ҡулына ҡалдырып китеүе әйтеп биргеһеҙ ауыр булғанға күрә генә бығаса серәшеп маташһа, әле һуңғы тәҡәте ҡороп, хәлһеҙ бармаҡтарының ихтыярһыҙҙан яҙылыуын тоя. Һуңғы тапҡыр Ер һауаһының татын тонорға теләгәндәй, ҡомһоҙланып һулыш ала...

Ҡорбан килтереү (хикәйәнең дауамы)Ҡорбан килтереү (хикәйәнең дауамы)
Ҡорбан килтереү (хикәйәнең дауамы)

Төндәр буйы баш осонда ултырып, ғазаптарын еңеләйтергә тырышҡан еңгәһе Зәлифә уның мәңгелек йәне мәсхәрәләнгән тәнен ташлап сыҡҡанын ана шул һуңғы һулышы өҙөлөүҙән генә абайлай.

Был йортҡа әжәлдең киләсәге ҡотолғоһоҙ икәне алдан уҡ билдәле булһа ла, тағы бер йән эйәһенең, бәхет күрмәй, бөткөһөҙ ғазап эсендә китеп барыуы – үҙәк өҙгөс.

Зәлифә еңгәһе күҙенән эркелгән йәштәрен усы менән һыпыра-һыпыра, Фәриҙәнең һуңғы көндәрҙә гел тыңлағыһы килгән ҡурай моңо яҙылған пластинканың икенсе яғын әйләндереп һалып, эшкә тотона. Яҡыныңды юғалтыу ни тиклем әсе булмаһын, тереләрҙең үлеләр алдында бурысы бар, хужаһыҙ ҡалған тәнде хәстәрләп ер ҡуйынына ҡуйырға кәрәк.

Әҙәм балаһы донъяға килгәндә кешенең күплеге кәрәк түгел. Кендеген ҡырҡыр берәү булһа – етә. Яңғыҙлығынан тәм тапҡан кеше ғүмер юлынан да бер үҙе үтә ала. Йән биреүгә лә шаһит кәрәкмәй. Үлем туйында иһә кешенең муллығы яҡшы. Хәҙер был йортҡа ла күҙ йәше, аһ-зар тулыр. Үҙҙәрен мәңгегә килгәндәй тойоп йәшәгән тормошҡа ҡомһоҙ кешеләр әжәлдең ҡотолғоһоҙлоғо алдында бер мәлгә тетрәнеп ҡалыр.

Һөйөү йәки нәфрәт, яҙмыш йәки йәшәйеш сеймәлткән төйөндәрҙе асырғанып сисергә маташабыҙ, ә Әжәл уларҙы бер һелтәүҙә киҫеп ырғыта. Барлыҡ бурыстарҙы юҡ итә, барыһы ла үҙенән-үҙе хәл ителә, бөтәһе лә яйға һалына – әлегә тере булғандар өсөн үлем шуға тетрәткес тә, ылыҡтырғыс талыр. Беҙ рәнйеткән, беҙ йолҡҡослаған кеше беҙҙән, ниһәйәт, азат булып, буй һәм уй етмәҫлек булып, алдыбыҙҙа ята. Донъялыҡтың бысрағынан, ғазабынан мәңгелектең наҙлы ҡосағына ҡасҡан йәне әҙәмдәрҙең ихтыярынан ҡотолдо.

Инеп-сығып, шым ғына һүҙ ярҙамы, ҡул ярҙамы тәҡдим иткән туған-тыумаса, күрше- күлән шул хаҡта уйлай.

Тик, мәңгелеккә килгәндәй уйһыҙ йәшәгән кешеләр ошондай мәлдәрҙә лә ипкә килмәй. Иламһыраған булып, шаулап-геүләп килеп ингән ҡарсыҡ шундай заттан. Уның бойороусан, ҡырҡыу, был осраҡта урынһыҙ дәртле тауышы әле бында, әле тегендә яңғырай, ҡысҡырып-ҡысҡырып үҙ ихтыярын тағырға тырыша. Килене ауырығаны бирле был тупһаға бик һирәк баҫҡан ҡәйнә ҡарсыҡ өсөн кеше үлеме мауыҡтырғыс театр уйыны кеүек. Шуға күрә уның был әһәмиәтле ваҡиғаны тиҙ генә теүәлләгеһе килмәй.

– Нишләп шул тиклем ашыҡтырып күммәксе булаһығыҙ, ҡоҙаса? – тип бәйләнә ул мәрхүмәнең еңгәһе Зәлифәгә. – Туғандары килеп өлгөрмәй бит...

Рәхимһеҙ ҡарсыҡҡа күптән асыуы килеп, уны мәрхүмә хаҡына ғына тышҡа сығармай түҙгән Зәлифә сабырлығының аҡтығын йыйып яуаплай:

– Күргеһе килгән туғандарының барыһы ла үҙе тере саҡта күреп, тәрбиәләшеп, хушлашып ҡайтты...

Ҡарсыҡ тәүге ҡарамаҡҡа тыныс ҡына әйтелгән был һүҙҙәрҙең асылына төшөнә һалып хәбәрҙе ҡуйыртмай, шулай ҙа:

– Ире ҡайтҡанын булһа ла көтөрһөгөҙ ул, – тип мыҫҡыллы һүҙ ҡыҫтырмай сыҙамай.

Үлем түшәгендәге ҡатынын ҡалдырып командировкаға киткән Мәхмүт бына-бына ҡайтып төшөргә тейеш.

Мәйет һаҡларға килгән әбейҙәр янына инеп ултырған ҡарсыҡ бында ла толҡа тапмай. Бойоҡ сырайлы тиҫтерҙәренең ара-тирә бышылдашып ҡына һүҙ ҡатып, күберәген доға уҡып ултырыуы уға күңелһеҙ. Шуға күрә, яйы менән файҙаланып, үҙ хәсрәтен бүҫкәртергә керешә: был ауырыу йәшен дә, ҡартын да аямай инде, бына уның да ҡыш буйы быуындары һыҙлап йонсоған, ҡан баҫымы юғары. Хәбәр һөйләгәндә уның ауыҙы тулы алтын тештәре ялтырап-ялтырап китә, йәштәрҙекеләй сағыу тауышы ҡолаҡты ярып бара. Әбейҙәрҙең ни эшләргә белмәй сирылышып бер-береһенә ҡарашҡанып күреп, Зәлифәгә тағы ҡыҫылырға тура килә.

– Һикһәнгә еткәс, һау-сәләмәт булып булмай инде, ҡоҙағый: ана, еләк кеүек йәштәр үлеп китә, ә беҙ бит, ыңғыр-шыңғыр йөрөһәк тә, йәшәйбеҙ әле.

– Ярай, улайһа, – ти ҡарсыҡ. – Мин бөгөнгә ҡайтайым, һуңғы айҙа ныҡ йонсоноң инде, ҡоҙаса, тағы бер көнгә генә сыҙаһаң.

Икенсе көндө балҡып сыҡҡан ҡояш, күркәм яҙҙың быйыл да яуыз ҡышты еңеп сыҡҡанын хәбәр иткәндәй, бар донъяны алтынһыу нурына ҡойондора. Түбәләрҙән тыпырҙашып тамған тамсылар ҙа, шатлығынан йөрәккенәһе ярылырҙай булып һайраған турғай тормоштоң барыбер тантана итәсәген үҙҙәренсә раҫлап кинәнә. Тик Фәриҙәнең ҡайғыһы ғына өс бүлмәле фатирына һыймай, туғыҙ ҡатлы йорттоң ихатаһына уҡ сыҡҡан. Уның менән хушлашып ҡалырға теләгән кешеләр төркөм-төркөм дә, берәм-берәм дә килә.

Был тормошта сәйер бер ҡапма-ҡаршылыҡ бар. Йүнһеҙ бәндәнең аҡтыҡ ҡылғаны яҡшылыҡ була. Ул үлеме менән бшҡаларға еңеллек килтерә. Ә тотош ғүмере изгелектән торған кешенең үлеме яуызлыҡта әйләнә, сөнки ул үҙен яратҡандарҙы ҡара ҡайғыға һалып китәБер кем менән дә бик аралашмаҫҡа тырышып шым ғына йәшәгән ҡатындың үлеме ҡасандыр үҙе дауалаған балаларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә, хеҙмәттәштәрен дә, башҡа әллә күпме кешеләрҙе лә битараф ҡалдырмаған. Инеүселәр баш ҡағып ҡына һаулаша ла, нурлы ҡояш та балҡыта алмаған, ҡайғы һөрөмөнән ҡарараңғыланған бүлмәләргә үтә. Ә мәрхумәнең ире Мәхмүт, ҡаҡса кәүҙәле, осло күҙле тәбәнәк кенә кеше, инеүселәрҙе үҙенең етерлек кимәлдә ҡайғылы булмағанына уңайһыҙланғандай ҡаршы ала. Кисәге кис ҡайтып тшөп, ҡатынының, ниһәйәт, ғазаптарҙан ҡотолғанын белгәс биләп алған еңеллек уны һаман ташламай. Тәрбәле кеше булараҡ, ул тойғоһоноң хилаф булғанын аңлай һәм уны кешеләрҙән йәшерергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта үҙенең ике йөҙлө булырға мәжбүрлегенә йәне көйә. Әле уны иң борсоғаны шул – иң кәрәк ваҡытта бер-ике бөртөк йәш һығып сығара алырмы, юҡмы? Бының бик еңел булмаҫын төшөнә, сөнки ул ҡотолоу тойғоһо биргән кинәнес кенә түгел, бөтөн булмышын йылытып, әллә ҡайҙан, күңелдең ҡараңғы төбөнән рәхәт бер нәмәнең ҡалҡыуын тоя. Тик әлегә

ҡыуанырлыҡ түгел... Уға ваҡыт булыр...

Әлегә ул эске хәлен эргә-тирәләгеләрҙең абайлау ихтималынан һағая, шул уҡ ваҡытта туҡтауһыҙ илаған ҡыҙына йәне көйә.

– Шым, бөтәһе лә илағанда иларһың, – тип ыҫылдай шыпырт ҡына уның янына килеп.

– Илаһын. Әсәйҙең үлеме үлсәп кенә йәш ағыҙыр ҡайғымы һуң ул? – тип ҡаршы төшә ҡыҙҙы йыуатҡан Зәлифә еңгә. Уларҙың бер-береһенә йәшерен нәфрәт менән тулы ҡараштары зеңкеп ҡаҡлыҡҡан ике ҡылыс аяуһыҙлығы менән осраша. Әммә икеһе лә һуңғы түҙемлектәрен йыйып, урттарын сәйнәй-сәйнәй, асыулы һүҙҙәрен йота.

– Һин, исмаһам, яҡшы әсәйҙең нисек булғанын белеп, уның наҙында үҫеп, унан

изгелеккә, эшкә өйрәнеп ҡалдың. Ғүмер буйы яуыз, үҙ-үҙен генә яратҡан ҡотһоҙ кешеләр ҙә бар.

Ҡырт ҡына боролоп китеп барған Мәхмүт Зәлифә еңгәйҙең ҡыҙына әйткән кинәйәле һүҙҙәрен ишетеп, тешләнеп ҡуйҙы.

Мәрхүмәне әҙерләп бөткәс, һуңғы юлына алып сығыр алдынан ултырыштылар. Йәш кенә мулла һутлы, йомшаҡ тауыш менән йыназа уҡый башланы. Өй тулы кешенең көллөһө лә, илаһи доғаларҙың ҡөҙрәте менән, аңлатып бирә алмаҫтай тантаналы ҡайғы тойғоһона сорналды.

Ихтыярһыҙҙан моңло ауаздарҙың тәьҫиренә буйһонған Мәхмүт ниндәйҙер мәлдә үҙенең онотолоуын аңғарып һиҫкәнде, зәһәр зиһене яңынан зирәкләнде. Ул әҫәрләнеп хистәр тулҡынында тирбәлгән әҙәмдәргә айыҡ аҡылдың тәкәббер өҫтөнлөгө менән күҙ йөрөтөп сыҡты ла, ҡиәфәтенә сабыр ҡайғы ишараты сығарып,ҡарашын аҫҡа төбәне. «Аллаһы әкбәр» өсөн әҙерләп асылған усына ябыҡ пәрҙәләге бер семтем тишектән үтеп ингән яҡты нур төшкән. Шундай наҙлы һәм тәү ҡарашҡа күндәм генә нур – усыңа йом да кеҫәңә һал. Уйына көлөмһөрәп, Мәхмүт ҡулын йомдо: ус төбөндә ойоп ятҡан нур тышҡа һикерҙе. «Хас та Фәриҙә кеүек!» Күңел төбөндә ҡуҙғып ҡуйған ытырғаныулы ярһыуына ҡабат баһырау һалып, Мәхмүт һаман моңланған муллаға сабырһыҙ ҡараш ташланы. Яуырынын баҫып торған был күңелһеҙ мәшәҡәттәрҙән тиҙерәк ҡотолғоһо, өйөн иламһыраған кешеләрҙән, ҡайғынан, ә күңелен ҡатынының рухынан азат итә һалғыһы, тормошон яңыртҡыһы килде. Ҡатынынан, ҡатыны янындағы үҙенән ни тиклем арығанын әле яңы ғына аңлай башланы ир. Йылдар буйы уны көнләшеү, унан көнләшеү, уны юғалтыуҙан ҡурҡып ғазапланыу һәм шул ғазаптары өсөн уны уҡ күрә алмау Мәхмүттең күңелен кипкән, төбөндәге ләме шартлап ярғыланған, тәҡәтһеҙ үле

күлгә әйләндергән.

Егерме йыл буйы ул Фәриҙәне үҙенә буйһондорорға, ихтыярын һындырырға, түҙемлегенең сигенә еткереп, сығырынан сығарырға тырышты. Уның сабырлығын юйып енләнеүен, йәмһеҙ итеп ҡыланыуын, тәмһеҙләшеуен кинәнеп ҡарап торғоһо килде. Шуға күрә ҡатынының үҙен генә түгел – туғандарын, уға оҡшаған китаптарҙы, гөлдәрҙе, хатта ул яратҡан ризыҡты хурланы. Йөҙөнә йылмайыу ҡунып өлгөрмәҫ – Мәхмүт уны өрөп һүндерә һалыр, шунан рәхәтлек табыр ине.

Ҡатынына таҡҡан ғәйептәрҙең төптө нахаҡ икәнен белеү генә түгел, уларҙы алдан, махсус рәүештә уйлап эшләр ине ул. Сөнки ҡатын-ҡыҙ асылы, ғөмүмән, боҙоҡ һәм зинасыл, тип уйлай, улар затын бөтөнләй әҙәмгә һанамау, түбәнһетеүҙән үҙенә ихтирамы арта, шуны мәртәбә күрә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең Фәриҙәһең наҙына, йылыһына, һөйөүенә мохтаж булғанын һәм шул мохтажлығы уны үҙен ҡорбанына бығаулап ҡуйғанын тойоуы Мәхмүтте оторо ярһытып, аяуһыҙландырып ебәрә.

Ҡатынының үҙенә хыянат итергә ихтималлығы хаҡында уйлауҙан ғына ла Мәхмүттең сәстәре үрә тора торғайны. Шуға күрә ул мәкерле аҡылы менән Фәриҙәнең бөтә юлдарын алдан уҡ томалап, ҡамап, үҙе әйтмешләй, хыянат менән зина «инфекцияһына» түҙгеһеҙ шарттар тыуҙырып ҡуйҙы.

Ҡатынында берәйһенә ҡарата ытырғаныу тойғоһо уятам тиһә: «Нишләп бер-берегеҙгә мыймылдап ҡараштығыҙ? Боҙоҡ эшегеҙ бармы әллә?» – тип шикләнеүе етә. Фәриҙәнең кешеләр менән ҡатнашып йәшәргә теләген дә еңел генә һүрҙе: «Һинең уйнашсы булмышың арҡаһында өйгә дуҫтарымды ла саҡыра алмайым бит», – тип ғәйепте уның өҫтөнә атҡарып уҡ ҡуйҙы. Хатта ҡатыны ауырымаһын, ауырыһа ла бәлә һалмаһын өсөн дә сараһын күрҙе: «Минең алда гонаһың булһа, башың сирҙән сыҡмаҫ, аяҡ-ҡулың ҡорор, сереп дөмөгөрһөң!» – тип ҡарғап ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта Мәхмүттең кешегә, бигерәк тә үҙен яҡшы тип һанаған, әхләҡле йәшәргә тырышҡан кешегә, етәкселек итеүҙең ҡайһылай еңел икәнен күреп, күңеле

ҡайтып ҡуя. Сөнки Фәриҙә урынында сая, ҡарышҡаҡ, холоҡһоҙ, тиле бисә булһа, уны ҡулда тотоуы ҡатмарлыраҡ буласаҡ икәнеп яҡшы төшөнә ине. Шул уҡ ваҡытта ҡатынының, ни тиклем иҙелһә лә, рухы менән уға ҡол булмағанын, сабыр күндәмлек битлеге аҫтында буйһонмаҫ ҡөҙрәте йәшенгәнен тоя, үҙенең көсһөҙлөгөнә ғәрләнә ине.

Бөгөн Фәриҙәнең һуңғы туйына шул тиклем күп кешенең килеүен үҙен, Мәхмүтте, кәмһетеү кеүек ҡабул итте. Һуңғы йылдарҙа күҙен ҡалҡытып ҡарарға ла ҡурҡып йәшәгән бисара бисәнең, ғүмеренең аҡтыҡҡы минуттарында ҡурҡыуын еңеп, үҙен янынан ҡыуып сығарыуына, күргеһе килмәгәнен асыҡтан-асыҡ белдереүенә ҡаны ҡарайҙы, тыны ҡыҫылды.

– Зыярат яҡын түгел, йәмәғәт, – тине шул саҡ мулла. – Ҡояш байығансы йәһәтләйек.

– Йәһәтләйек, – тип хупланы Мәхмүт.

«Нурҙы усҡа йомоп булмай. Уның байы ҡояшты томалап, йондоҙҙо һүндереп була». Ошо фекере менән ул бына нисәмә йылдар ҡатыны менән үҙе араһында алып барған сәйер көрәшенә, ниһәйәт, нөктә ҡуйҙы. Үҙенең барыбер еңеп сыҡҡанын уйлап, күңеле күтәрелде.

Мәрхүмәне, йәне ҡоллоҡтан азат булыуына бер тәүлек тулғанда, ер ҡуйынына һалдылар.

Тағы бер үлемгә шаһит булып һиҫкәнгән тереләр, бер аҙға вайымһыҙлыҡтарынан арынып, үҙ тормоштарына ҡайтты. Был донъяға бәхет биреү, бәхет күреү өсөн килеп, бәхеткә сарсауҙан үлеп киткән ҡатын ҡыҙыл мәте өйөмө аҫтында бер үҙе ятып ҡалды. (Дауамы бар)

 

Ҡорбан килтереү (хикәйәнең дауамы)
Ҡорбан килтереү (хикәйәнең дауамы)
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас