

Фәриҙәнең йыллығын уҡытырға йыйылған көн салт аяҙ ине. Мулла мәрхүмәнең рухына Ҡөрьән уҡып, хәйер өләшкәс, табындағы хәбәр донъяуи юҫыҡҡа китте. Сәйәсәттең, буталсыҡлығына, замандың болаһына зарланыштылар.
– Ә минең өсөн үткән йыл бик уңай килде, – тине шул саҡ Мәхмүт. – Диссертация яҡланым, машинамды яңырттым... – Унан кухня ишегенән башын тығып, ҡурҡып ҡына иренән бойороҡ көтөп торған йәш ҡатынына һирпелеп баҡты. – Өйләндем...
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.