Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
5 Декабрь 2025, 11:10

Йәтәс (аҙағы)

Өндәшмәнем. Нимә әйтәйем инде. Бар зиһен алынып, баштар шаңҡыған саҡта һүҙ әйтеп буламы? һөйләшә алмай айырылыштыҡ ул көн. Әйтерһең, ролдәр алмашынды: Рәзилә ошоға тиклем үҙе күтәреп йөрөгән йөктө минең елкәгә һалды. Яҡты донъя бер ҡараңғыланды, бер сыуаҡланды.

Йәтәс (аҙағы)Йәтәс (аҙағы)
Йәтәс (аҙағы)

Шулай аңҡы-тиңке йөрөп аҙна үтте. Түҙмәнем, барҙым янына. Көттөрөп кенә төштө. Нисектер, һурылып, ябығып ҡалғандай ине ул. Йөҙөндә нур юҡ, ҙур зәңгәр күҙҙәре тағы ла ҙурайып киткән.

– Мин барыһын да уйланым, – тинем урамға сыҡҡас. – Һин әйтмәнең, мин ишетмәнем был хәбәрҙе. Килештекме? Теге көндәге көсһөҙлөгөм өсөн ғәфү ит. Ҡапылыраҡ әйтелгәс, бер аҙ юғалып ҡалдым...

– Шул-шул Шатморат, юғалып ҡалдың... Күңелдән юйыла торған әйбер түгел ул. Йөрәгеңде ашап йөрөр-йөрөр ҙә бер килтереп әйтерһең. Мин ни эшләрмен? Һуңынан үкенеп йәшәгәнсе, уйынды туҡтатайыҡ, Шатморат

– Уйынды? Ниндәй уйынды? Ә йәтәс... Мин уйнамайым...

– Мөнәсәбәттәр олоға китмәһен – дуҫтар булып ҡына ҡалайыҡ. Беренсе курста ғына уҡыйһың. Аҡылыңа кил. Ҡамыт булаһым килмәй. Мин ябай эшсе генә бит.

– Бәй, мин дә дуҫ булайыҡ тим бит. Һин миңә бер ниндәй ҙә ҡамыт түгелһең. Шулай булғас һинең эшләп йөрөүеңдең, минең уҡыуҙың ни ҡыҫылышы бар? Ә һин килмә, тиһең. Быны нисек аңларға?

– Нисек аңлағанһың шулай, иң тура мәғәнәлә...

– Онот ул һүҙҙәреңде, үткәнеңде лә башыңдан сығар. Тормошта унан да яманыраҡ хәлдәр була.

– Онотоп булһа икән...

Юҡ, барыбер бер һүҙгә килә алманыҡ: ул үҙенекен тылҡыны, мин – үҙемдекен. Шунда беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың үҙгәреүсән, үҙ һүҙле икәнлеген һынаным. Миңә ул сифаттарҙы асыу ғәжәп тә, аяныс та ине. Ә бит Рәзилә быға ҡәҙәр йыуаш, аҡыллы, оялсан һымаҡ күренгәйне. Беләм, һынаным, тип әйтмә икән ҡатын-ҡыҙҙы – кәбеҫтә шикелле ҡатлы-ҡатлы икән ул...

Ике көндән тағы килдем. Апаларына китте, тинеләр бүлмәләш ҡыҙҙары. Иртәгәһенә лә тап итеп булманы. Йән көйөп аҙна буйы күренмәнем. Түҙмәнем оҙаҡ, йәнә юлландым. Икенсе сменала эштә булып сыҡты. Мин уның «юғалыуының» сәбәбе төҙөлөштәге эше йәки туған-тыумасаларына йөрөү менән генә бәйләнмәгәнен аңлай башлағайным инде. Сәбәбе билдәле – яйлап һыуындырыу. Шулай итеп, араға ваҡыт күләгәһе ятты. Бындай осраҡта ул үтә ҡурҡыныс әйбер икәнлеген байтаҡ ваҡыт үткәс кенә аңланым. Утыны янып бөткән яландағы усаҡ һымаҡ икән ул: усаҡҡа бит һәр саҡ ҡоро-һары өҫтәп торманыңмы, һүнеүен көт тә тор...

* * *

Ҡыш үтте, яҙ килде. Гөрләүектәр аҡты, ҡоштар ҡайтты. Шашып килгән яҙ шикелле күңел дә үрһәләнде. Хәйер, уның тынып торған сағы булдымы икән? Ул һыҡрай, өҙгөләнә, көтә, өмөтләнә...

Май байрамдары алдынан тағы киттем Рәзилә янына. Тура килмәһә килмәй бит – өс отгулы бар ине, шуны байрамдарға ҡушты ла кисә кис ауылына ҡайтып китте, тип тора Хәлиҙә. Үҙем дә һиҙмәҫтән күршегә, һин ҡотортаһыңдыр, ни эшләп ҡасып йөрөй ул, тип асыуланып ташланым. Үҙем дә аңламайым инде уны, ти күршем,

һине лә онота алмай өҙгөләнә, беҙгә барғанына, һеҙгә кергәненә, ошоға тиклем һиңә әйтмәй йөрөгәненә үкенә. Күрше бригадала эшләгән ире икенсе ҡаттан йығылып төшөп, больницаға кергәс, шуның янына барып йөрөй...

Оҙаҡламай йәйге сессия башланды. Ул бөткәс, студенттарҙың төҙөлөш отрядына киттем. Колхоз. Уҡыу. Рәзилә менән яңынан осраша алмауымды, осрашҡан хәлдә лә ҡауышыу өсөн булмаясағын аңлаһам да, күңелдә һаман өмөт бар ине әле. Ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып йәшәнем мин. Хәлиҙәне осраҡлы ғына автобуста тап итеп йөрәк яраһын яңынан асып ебәрҙем: ире больницанан сыҡҡан, ә Рәзилә һаман тегенең янына барып ҡарап-тәрбиәләп йөрөй икән. Асыу килде. Иренә лә, үҙенә лә. Мөнәсәбәттәрен аңлай алманым. Хәйер, бәләгә тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу насар эшме ни...

Оҙаҡламай Рәзиләне бөтөнләй юғалттым. Күршем дә кейәүгә сығып ҡайҙалыр ғәйеп булды – күпме йорт төҙөп тә, һаман дөйөм ятаҡта йәшәйһе килмәгәндер. Болоҡһоған саҡтарҙа барғанда әлеге йыуан әбей генә сәй эсеп ултырыр ине. Ә бәхет ниндәй яҡын ине: бер генә отаһы ҡалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйын уйналып бөтмәне, йәтәстең яртыһы миндә, икенсе яртыһы Рәзиләлә ҡалды...

– «Йәтәс!»

– «Иҫемдә!» һаман да иҫтә.

Әмир ӘМИНЕВ.

1986 йыл.

Йәтәс (аҙағы)
Йәтәс (аҙағы)
Автор:
Читайте нас