Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
9 Декабрь 2025, 18:00

Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде...

Римма СОЛТАНОВА шиғыры

Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде...Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде...
Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде...

Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде,
Иркәләтмәй нисек түҙәйем?
Кескәй генә остоҡ кешекәйҙең
Күңелкәйен нисек күрәйем?

 

Иркәләнһен әйҙә, бала сағы
Үтһен алһыу таңдар илендә.
Шатлыҡ менән тулһын һәр бер көнө,
Ур(ы)ны булһын өйҙөң түрендә.

 

Һый-ниғмәттең иң-иң тәмлеһен
Уның өсөн генә бешерәм.
Һорай икән, бергә шар осорам,
Сана шыуам, һүрәт төшөрәм.

 

Тәтәйҙәрҙең йәне теләгәнен
Һатып алам, хаҡын ҡарамай.
Йылы ойоҡбаштар бәйләйем,
Кәрәк булһа, төндә йоҡламай.

 

...Минең дә бар ине сабый сағым,
Минең дә бар ине өләсәй.
Ул да мине шулай иркәләтте
Күңел йылыларын йәлләмәй.

 

Өләсәйҙең наҙлы ҡараштары
Мәңгелеккә ҡалған иҫемдә.
Ул бешергән тәмле йыуасаның
Онотмайым тәмен, еҫен дә.

 

Эстән генә көйләп йөрөйөм
Йырҙарының иң-иң моңлоһон.
Өшөгәндә йомшаҡ ҡулдарының
Тоям кеүек һаман йылыһын.

 

Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде,
Иркәләтәм, һөйәм, наҙлайым.
Аҡ ҡағыҙҙай таҙа күңелендә
Йылы хәтер булып ҡалайым.

Автор:
Читайте нас