Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
10 Декабрь 2025, 17:00

ҠАЛА БЕСӘЙЕ

Гүзәл Ситдиҡова шиғыры

ҠАЛА БЕСӘЙЕҠАЛА БЕСӘЙЕ
ҠАЛА БЕСӘЙЕ

Аланан - быланан,
Бесәй килә ҡаланан,
Смартфоны уң ҡулында,
Планшеты һул ҡулында
Экраны күҙ алдында,
Ҡолаҡлыҡ - ҡолағында,
Яуап юҡ - һораһаң да,
Янынан ураһаң да,
Күрмәй ул ҡолаһаң да
Ишетмәй - илаһаң да,
Уны күргәс, сысҡандар
Башта ҡурҡып боҫҡандар,
Тик һиҙәләр - был ҡуҡыр
Торғаны һаңрау-һуҡыр.
Шунан ҡыҙыҡ иткәндәр:
Тунын мөнтәп бөткәндәр,
Емен ашап киткәндәр.

 

Шул кәрәк уға...

Автор:
Читайте нас