

Йоҡо - нисек булһа ла йәшәү ул
Йәлләнеү — бик ауыр тойғо, етмәһә йәлләнергә сәбәп булһа. Нәфрәт белдерһәләр — киреһенсә, сәм уяна, үс алғы килә, тормошҡа мәғәнә өҫтәй, әммә йәлләнеү — үлтерә, көсһөҙлөгөбөҙҙө арттыра. Был — аҫтыртын яуызлыҡ, был — хәстәрлек төҫөндәге кәмһетеү йә иһә кәмһеткес хәстәрлек.
Сирле өсөн донъя уның баш осонан башлана ла, аяҡ осо менән тамамлана.
Алты тапҡыр миллионер булып де Валантен әфәнде хакимлыҡҡа килә. Ул король, ул бар нәмәне лә эшләй ала, ул барса байҙар ише барыһынан да юғары. Француздар закон алдында тиң хоҡуҡлы тигән һүҙҙәр бөгөндән уның өсөн ялған, хартия ошонан башлана. Ул закондарға түгел, ә закондар уға буйһонасаҡ. Миллионерҙар өсөн эшафот та, ҡатил да юҡ!"
Аһ, дан — файҙаһыҙ тауар. Ҡыйбат тора, насар һаҡлана. Дан — бөйөктәрҙең эгоизмы, бәхет — алйоттарҙыҡы түгелме?
Европа тубыҡҡа тиклем ҡанға батҡан аяҡтарын һөртөп тә өлгөрмәй яңынан-яңы һуғыштар асып тормаймы ни?
Йәмәғәт фекере? Ул бит фәхишәлектең иң бысраҡ төрө!
Оноре де Бальзак, "Шигрин тире"
Ҡанзаман әйтелгән әле...