Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
13 Декабрь 2025, 16:00

«Беҙ һуғыш осоро балалары!..»

Хәсән НАЗАР; Башҡортостандың халыҡ шағиры

«Беҙ һуғыш осоро балалары!..»«Беҙ һуғыш осоро балалары!..»
«Беҙ һуғыш осоро балалары!..»

ИКМӘК

Күңелдең бер бөтөнлөгө —
Өйҙән икмәк өҙөлмәүҙә.
Әсәй өҫтәлгә һәр ваҡыт
Икмәк ҡуйыр ине тәүҙә.

 

Әсәй тигәс, иҫкә төштө:
Инде мин аң белгәнемдә
Көлсә бешергеләне ул,
Он тартып ҡул тирмәнендә.

 

Әпәйгә ауыҙ тейенгәс,
Хоҙайға бик шөкөр инде.
Тик күңелем генә һаман
Атайҙы гел көтөр инде...

 

Күрһәтмәне миңә әсәй
Яуҙан килгән «ҡара хат»ты.
Өмөттәремде өҙмәйсә,
«Балам!..» тиеп ул йән атты.

 

Һис юйылмаҫ иҫтәлектәр —
Башаҡ сүпләү... Ырҙын өҫтө...
Ололарҙың ант һүҙҙәре
Беҙгә күсте: «Икмәк өҫтө!»

 

Икмәктә күрәм иманды,
Күрәм иң-иң хәләл көстө.
Ярашам тиһәң, икмәк һуҙ,
Икмәк оноттора үсте.

 

Күҙ генәме? Икмәк көсө —
Яҡтылыҡтар күрһәм шәмдә.
Ҡыуанам мин — ер йөҙөндә
Илдәр икмәк бүлешкәндә.

 

Ҡалған барса наҡыҫлыҡтар
Бер ни түгел, икмәк — өҫтөн!
Әле булһа әпәкәйҙә
Күрәм һымаҡ әсәй төҫөн.

 

«Бисмилла!» тип өҫтәлгә ул
Икмәк ҡуйыр ине тәүҙә...
Күңелдең бер бөтөнлөгө —
Өйҙән икмәк өҙөлмәүҙә.

 

* * *
Күгүләнгә күмелә түмәләстәр,
Сыҡты микән әле әтмәкәй?
Сабый саҡта йыуа, әтмәкәйҙе
Беҙ тиң күрә инек икмәккә.
Йортта ризыҡ үтә наҡыҫ саҡта
Әтмәкәй ҙә бирҙе еңеллек.
(Ә кешегә ниндәй ниғмәт тә бит —
Юҡ, туйымлыҡ түгел — күңеллек.)
Етем ҡалған һалдат йорттарында
Үҙәк ялғатманы һуң ниҙәр!
Онотолормо тәғәм икмәк өсөн
Билде бишкә бөккән инәйҙәр?!
Арбап торҙо беҙҙе ҡашлаҡтарға
Әсе осҡон, кәзә һаҡалы...
Беҙ аяҡҡа баҫтыҡ ул йылдарҙа
Ана шулай ерҙән һут алып.
Бала сағым яҙҙы йөрәгемә:
Ер — ҡәҙерле, ғәзиз, ер — изге!
Ә йыһан ул — Ерҙең бөйөклөгөн
Сағылдыра торған бер көҙгө.
Йәншишмәнең ерҙән урғылыуын
Оноторға кем һуң өлгөрҙө?
Ҡаһармандар ята ҡуйынында,
Һыуытмаҫҡа тиеп был ерҙе...
Ҡөҙрәтле ер! Һәр ҡарышың һинең
Эйә икән оло хикмәткә.
Һин ҡарайһың кеүек күҙҙәремә,
Ҡулым һуҙған һайын икмәккә.

 

ЫУЫҘ ҠОЙМАҒЫ

 

Һуғыштан һуңғы тормошта
Йәшәтте беҙҙе һыйыр.
...Һәүкәште әсәй быҙауға —
Өйгә индереп һауыр.

 

Күнәк сите зың-зың килә,
Гөбөрләп тула аҙаҡ...
Шул да моң булып йөрөнө
Күңелдә оҙаҡ-оҙаҡ.

 

Һыйыр булғас — өмөт тә бар,
Юҡ, әсәй бөтмәй ялҡып:
Тәмләп ашата һаламды,
Өй ҡыйығынан йолҡоп.

 

Кисен ҡайыҙ һыҙырабыҙ,
Ярата уны һәүкәш.
Аҡ ашаған — арымаҫ, ти...
Шулай көн иттек, иптәш.

 

Тик иң тәмлеһен әйтмәнем
Һүҙҙең түгел, ризыҡтың:
Ул булыр ыуыҙ ҡоймағы —
Килтереп ҡызырыҡты,

 

Быҙау тыуғас, әсәй ҡойған,
Ай, шул ыуыҙ ҡоймағы!
Мин — һикелә тәхеттәмен,
Мин — ҡыуаныс ҡунағы.

 

Уйлап биреү ҡайҙа — төнөн
Әсәй керпек ҡаҡмаған;
Селләнән тик быҙауҙымы,
Өмөттәрҙе һаҡлаған.

 

Ҡайғылы йылдар ҡәҙере —
Әй бала саҡ, бала саҡ!..
Улыма моңон түкмәйсә
Еткереп булмаясаҡ.

 

Ә ыуыҙ ҡоймағы тәме...
Улым түгел, үҙемә
Ул саҡтағылай булырмы,
Йәнгә һөйөнөс тулырмы,
Ниңә эсем өҙөлә?

 

Үҙ көнөмдө үҙем көйләп,
Ил юлындамын күптән.
Тик бала саҡтағы тиклем
Шатлыҡ килмәне бүтән.

 

Ҡайҙа әле иҫкә төштө,
Ай, шул ыуыҙ ҡоймағы!
Мин — һикелә тәхеттәмен,
Мин — ҡыуаныс ҡунағы!
_____
  Һайланма әҫәрҙәр китабынан (2017).

 

Сығанаҡ https://vk.com/wall-69344323_4932 

Автор:
Читайте нас