Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
14 Декабрь 2025, 16:00

«АЙ МЕНӘН УРАЛ ТАУҘАРЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛГӘНЕ»

(Башҡорт халыҡ риүәйәттәре)

«АЙ МЕНӘН УРАЛ ТАУҘАРЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛГӘНЕ»«АЙ МЕНӘН УРАЛ ТАУҘАРЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛГӘНЕ»
«АЙ МЕНӘН УРАЛ ТАУҘАРЫНЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛГӘНЕ»

Борон, бик борон, күктә ике ҡояш булған. Ике ҡояш алһыҙ-ялһыҙ яҡтыртҡан да яҡтыртҡан. Кешеләр бик ыҙаланған. Көн яҡтыһында йоҡлай алмаған бер бай:
— Кем дә кем шул ике ҡояштың береһен атып төшөрә, шуға ҡыҙымды бирәм, ярты байлығымды бирәм, — тигән, ти.
Ат еткән ергә ат саптырған, хат еткән ергә хат ебәргәндәр — байҙың оранын ишетмәгән кеше ҡалмаған. Шунан бының йәйләүенә уҡсы-мәргәндәр йыйыла башлаған. Күптәр атып ҡараған. Ҡояштарға бер ни булмаған.
— Һеҙҙең мәргән исемен күтәреп йөрөүегеҙ ҡороһон, — тип, уңмаған уҡсыларҙы бай бороп ҡайтара торған. Иң ахырҙа Урал тигән батыр килгән, ти, көс һынамаға. Мөгөҙ йәйәһен алып, тарамыш керешен тағып, алмас уғын һалып, ҡолас киреп тартып тороп, ыскындырған икән — зыңҡ итеп ҡалған. Шул тауышҡа тауҙар ишелеп төшкән, ағыр һыуҙар туҡтап ҡалған. Ул арала алмас, уҡ күккә осҡан. Осоп күҙҙән юғалған — бер ҡояшҡа барып та тейгән — уны ҡап урталай ярып үтеп тә киткән.
— Ай!
— Ай! — тип ҡалған бар йәйләү халҡы.
Ярыҡ ҡояштың бер яртыһы күктә ҡалған, бер яртыһы ергә ҡолап төшкән дә хазинаға бай, ҙур тауға әүерелгән, ти. Ярылғас, был ҡояштың нуры ҡайтҡан. Шунан алып кешеләр төндә йоҡлап ял итергә, ҡояш яҡтыһында эшләү өсөн, көс тупларға ғәҙәтләнделәр, ти.
Уҡ тейгәндә: «Ай!» тип ҡысҡырғанға, күктәге ярты ҡояшты Ай тип йөрөтә башланылар, ти. Ҡояштың икенсе яртыһынан яралған тауҙы мәргән егет хөрмәтенә Урал тауы тип йөрөтә башлағандар, ти.
_____
  1984 йылда Ейәнсура р-нының Ғәббәс ауылында Ш. С. Сәфәрғәлинанан Г. Сәфәрғәлина яҙып алған.— БДУ, БӘФК, ФФ. 1984 йылғы яҙмалар; БНТ, ПЛ, N° 2.
1 Күк йөҙөндәге бер нисә ҡояш тураһындағы мифтар бик күп халыҡтарҙың фольклорында урын алған. Бындай мифологик легендалар, мәҫәлән, яңы эраға тиклем яҙылған боронғо ҡытай сығанаҡтарында уҡ теркәлеп ҡалған.
Тайвань утрауында йәшәүсе цойҙар һөйләүе буйынса, борон күктә ике ҡояш булған. Оадзымы тигән батыр донъяны һәләкәттән ҡотҡарыр өсөн шул ике ҡояштың береһенә уҡ менән атҡан. Яраланған ҡояш элеккесә ҡыҙҙыра алмайынса айға әйләнгән. Амур буйында йәшәгән нанайҙарҙа өс ҡояштың икеһен атып һүндергән Хадо батыр тураһында легенда бар. Төньяҡ Америка индеецтарының мифтары ла үрҙә килтерелгән миҫалдар менән ауаздаш.

— Евсюков В. В. Мифы о вселенной. — Новосибирск: Наука, 1988. С. 20, 21.
Башҡорт легендаһында телгә алынған Урал батыр тураһында шул исемле мәшһүр эпос бар. — БХИ. Эпос. Т. I. 33—144 б.
       
Сығанаҡ:  ↪️(m.vk.com/wall-73607076_23977?...). —
«Ҡыҙыҡлы топонимика» төркөмөнән күсереп алынды.

Автор:
Читайте нас