Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Әҙәбиәт
18 Декабрь 2025, 17:00

Кәшәлә — Мәләүез районында бөткән ауыл

Билдәле булыуынса, 1930-1931 йылдарҙа коллективлаштырыу осоро була. Был тирәләге 5 ауыл: Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш, Түбәнге Нөгөш, Ҡалғаһау, Кәшәлә ауылы халҡы бергә берләшә һәм “Ҡыҙыл байраҡ” промколхозы тип атала.

Кәшәлә — Мәләүез районында бөткән ауылКәшәлә — Мәләүез районында бөткән ауыл
Кәшәлә — Мәләүез районында бөткән ауыл

Кәшәлә ауылы Нөгөш йылғаһы яры башында ғына бер рәт урам булып ултырған , ҡабыҡ, тыранса менән ябылған бәләкәй генә өйҙәр. . . Ә ауылдың тәбиғәте бик хозур: көнсығыштан – Үтәмеш, көнбайышта – Кибез, көньяҡтан – Ҡаршытау, төньяҡтан Масаҡ, Аҡһыйыр тауҙары уратып алған. Иген сәсеү өсөн яландары, бесән әҙерләү өсөн болон-туғайҙары, мал көтөү өсөн көтөүлектәре етерлек бында.

 

Ә Нөгөш йылғаһы һуң! Үрге ағымында ул тау-таш ярып, тулҡындарын ҡаяларға бәреп ярһыған аттай ауыл осона ағып етә лә, тынып ҡала. Ауылдың осонан-осона ярҙары киң, тәрән, һыу инерлек, ат йөҙҙөрөрлөк шымып ҡына аҡҡан ағым хасил була. Ҡаяташтар араһынан ағып төшкән һал ағыҙыусылар ауыл яғына ишкәктәрен ишмәй генә килеп туҡтайҙар. Ә ауылдан бер саҡырым тирәһе түбәндә, төньяҡтан балыҡҡа бай Кәшәлә йылғаһы, көньяҡтан Ағуя йылғаһы Нөгөш ағымына ҡушылып, юлдарын дауам итә.

 

Кәшәлә ауылы, 1934 йылда Бөрйән районынан айырылып, элекке Йомағужа (Хәҙерге Мәләүез) районына ҡушыла һәм хәҙерге көндә Нөгөш быуаһы аҫтында ҡалған Кинйәбай ауылы “Ҡыҙыл Урал” исемен йөрөткән колхозға ағза булып инә һәм 1936 йылда күрше Сауҡа утары менән айырым “Кәшәлә” колхозы ойошторола.

Автор:
Читайте нас