Беҙ малайҙар, күберәк аттарҙы сабыштырырға, ярышырға яратабыҙ. Минең күк бейә, сабышыуҙа әллә ни алдыра алмаһа ла, тыныс холоҡло. Йыл да ҡолонлай. Тик бына ҡолон башҡа бәлә була торғайны. Көнө буйы арттан эйәреп йөрөп, кискә табан арый, эҫенән, себен, күгәүен талауынан ҡасып, ағас күләгәһендә тора ла ҡала, һыҙғырып саҡырһаң да эйәрмәй.
Ҡайһы саҡ, төшкө аштан һуң бейәһенә эйәрмәй һыу буйында төтәткес һалынған стандан сыҡмай (бесәнселәр ятағын бар кеше шулай тип атай). Бер ике сәғәт үтеүгә, бейәһенең елене тулыша ла, ҡолонон юғалтып тынысһыҙлана башлай.
Ваҡыт һайын яланды яңғыратып, ҡолонон саҡырып бер туҡтауһыҙ кешәнләй, тынысһыҙлана, тыпырсына, өҫтәүенә күгәүендәр тыңғы бирмәй. Кис етә. Бөгөнгә эш тамам. Бесән тейәүсе апайҙар, тырматыусы ҡыҙҙар һөйрәткегә бесән тейәйҙәр ҙә, биш-алты кеше тейәлешәләр. Беҙ ат башындағы малайҙар шуны ғына көтәбеҙ, кем уҙарҙан, аттарыбыҙҙы ярыштырып, ҡыуышҡа табан елдерәбеҙ.
Барыбыҙҙы ла «кашауар» Васпиямал апайҙың бешергән тәмле ашы көтә. Тамаҡ туйҙырғас, кемдәр ҡыуышта әүен баҙарына китә, кемдәр зың ҡубып ҡыҙҙар менән шаяра. Беҙ, бер нисә малай, һәр ваҡыттағыса, кәбән һалыусы абзыйҙарҙың ҡыуышы тирәһенә йыйылышабыҙ. Ҡыҙыҡлы мәҙәктәр тыңлап, яңылыҡтарға ҡолаҡ һалып ваҡыт үткәрәбеҙ. Ат ҡараусы Ильяс олатай аттарҙы теүәлләп эргәләге тау битенә төңгөлөккә ҡыуала, кәбәнселәр эргәһенә килеп ултыра. Сәй яһап эсә, шунан үҙенең яңы хәбәрен теҙә. Беҙгә шул ғына кәрәк бер-беребеҙгә һыйынышып олатайыбыҙҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе йотлоғоп тыңлайбыҙ.
– Һуғышҡа ауылыбыҙҙан 19 йәше тулған, бер тиҫтер егеттәр бергә саҡырылдыҡ, – тип башланы ул үҙенең һуғышҡа киткән осорон иҫкә төшөрөп. Комиссия үткәс, юлға әҙерләнеп килергә ваҡыт биреп, өйгә ҡайтарҙылар. Билдәләнгән көндә, барыбыҙҙа арҡабыҙға юл тоҡсайы аҫып, район үҙәгендә урынлашҡан Хәрби коиссариатҡа йыйылдыҡ. 1942 йылдың йылы йәйе ине. Сафҡа теҙеп, исем шәрифтәребеҙ буйынса тикшергәс «Вольно!» командаһы яңғыраны, иркен тын алып, хәрби комиссариат алдындағы йәш үләнгә сүгәләнек. Кемдер тәмәке ҡабыҙҙы, кемдер оҙатырға килгән туғандары менән һаубуллаша. Арабыҙа, күрше, Сосновка ауылынан Гриша исемле егет тә бар. Хәрби комиссариатҡа ул лаяҡын иҫерек килде. Дөрөҫөрәге, ҡултыҡлап алып килделәр. Нисек ҡурҡмағандыр, кем менән шул тиклем эскән – берәү ҙә белмәй. Военком уны күреп менән:
– Кем була, фамилияһы? – тип аныҡлағас, – әйҙә, бында индереп бикләйбеҙ, – тип ҙур булмаған бүлмәнең ишеген асты. Гришаны һөйрәкләп ошо бүлмәгә индереп бикләнеләр.
– Иртәгә тиклем айныҡһын! Сусҡа! Эсеп туймағанһың икән! – тип эттән-эткә һалып һүкте.
Беҙҙең барыбыҙҙы ла ҡаты иҫкәртеп, район үҙәгенән ситкә таралмаҫҡа ҡуштылар.
Бөгөнгә Һарыҡташ станцияһына барыуҙан фәтеүә юҡ, сөнки урта Азия тарафтарынан килеүсе паровоз, иртәгә төнөн генә станцияла була. Кемдер туғандарына, кемдер таныш белештәренә таралыштыҡ. Фронтҡа китеүселәргә ҡәҙер-хөрмәт ҙур, төн үткәреп сығыуға бер кем дә ҡаршы түгел ине. Күрше генә ауылдан булғас, Гришаны яҡшы белә инем. Әсәһенең берҙән-бер иркә малайы. Бер балаға ашау яғы ла мул булғанғалыр, ул кәүҙәгә лә, буйға ла беҙҙән ныҡ айырылып тора ине.
Һуғыш башланырҙан алда, бер йыл элек, ҡапыл әсәһе үлеп китте. Гриша бик

ауыр кисергәндер инде был ҡайғыны. Әсәһен ерләп ҡайтҡас, аҙна буйы өйөнә инмәй, солан тупһаһында ултырған икән, тип һөйләнеләр. Йәлләп ашарына ла алып килеп ҡарағандар, үҙҙәренә саҡырғандар. Гриша ҡымшанмағанда. Аптырағас, район үҙәгендә йәшәгән ике туған тейеш апаһына хәбәр иткәндәр. Апаһы оҙаҡ көттөрмәй килеп, кәрәк әйберҙәрен йыйнап, өйөн бикләп, үҙенә алып ҡайта.