«Бөгөн ниндәй көн һуң әле, шәмбе булырға тейеш. Эйе, кисә йома булды, бөгөн – шәмбе». Айныҡбай уфылдай-уфылдай урынынан торҙо. Аяҡтарын һәлендереп диванда, бер аҙ уйланып ултырҙы. Кисә улар эштән һуң, аҙна буйына “победа” тип ҡатындары көндә биргән аҡсаларынан ҡалған көмөштәрен уртаға һалып, Хәлфиттиндең таныш ҡортҡаһынан ике шешә сәмәкәй алды. Юл ыңғайы кафела, күҙ буяу өсөн күмәгенә бер көрөшкә һыра алып, әллә ни оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай һемерҙеләр ҙә таралыштылар. Эш аҙнаһы үтте, алда ике көн ял, әҙәм балаһына тағы ни кәрәк инде, ошоноһо ла баштан ашҡан.
Уның ысын исеме – Айытбай. Айныҡбай, тип бергә эшләгән иптәштәре ҡушамат таҡты. Айныҡбай тигәндәренә уның бигүк иҫе китеп бармай. Айытбайҙан әллә ни айырылмай. Кешенең ауыҙын ябып булмай инде. Ярай, электрик булып эшләгән Сәлимде, Сәркүш тигән кеүек, ҡолаҡҡа ятмаған ҡушамат таҡманылар.
Эх..! Берәр көрөшкә һыра булһа, күңелдәр күтәрелеп күҙ алдары яҡтырып китер ине лә бит. Ҡайҙан алаһың юҡты, тип Айытбай уфтанып ҡуйҙы. Ҡатынының әйткән һүҙҙәрен ҡабатлап «Мечтать не вредно» – тип үҙ алдына мығырҙаны.
Тороп, тегеләй-былай йөрөштөрҙө. Раковинаға яҡын тумбочканы асып ҡараны. Унда баш юнәтерлек бер нимә лә юҡлығын белһә лә. Ике көндән Яңы йыл етә. Көн ярым эшләһәк, утыҙ берендә байрам алды ҡыҫҡартылған эш көнө. Бәлки, ҡатыны байрамға берәр шешә алып, шкафка ҡуйғандыр. Кем белә! Чем, чёрт не шутит! Бәлки барҙыр. Ул ишекте тартып ҡараны, асылмай. Ҡатыны эшкә киткәндә тыштан йоҙаҡ элгән. Баракта йәшәүселәрҙең күптәренең ишеге тыштан эленмәле йоҙаҡҡа бикләнә. Бер-ике кешелә генә, эстән дә тыштан да асылмалы йоҙаҡ. Сөйҙә элеүле торған эш кейемдәренең кеҫәләрен ҡапшап ҡараны, һуҡыр тин дә ҡалмаған. Кисә бит аванста биргәйнеләр түгелме? Эйе, биргәйнеләр, тимәк, ҡатыны кеҫәләрен таҙартҡан. Айытбайҙың күҙҙәрере иҙән аҫтына, баҙға төшә торған ҡапҡасҡа төштө. Туҡта! Баҙҙы төшөп ҡарайым. Вдруг! Чем, чёрт не шутит! – тип яратҡан һүҙҙәрен ҡабатлап, ир иҙән аҫтындағы баҙға төштө. Шырпы һыҙып торманы, бүлмәнең ҡап уртаһында янып торған лампочканың яҡтыһы баҙҙың бер өлөшөн яҡтырта. Тоҙлаған ҡыяр, помидор банкыларынан башҡа бер нимә лә күҙгә салынмай. Бер яҡ мөйөшкә өйөлгән кәртүф араларында болғатып ҡараны. Юҡ инде, юҡ, ни хәл ҡылаһың, башты баҙҙың стенаһына бәреп булмай. Күршелә яңғыҙ йәшәгән мәрйә ҡатыны Ларисала торған, телевизоры ларылдап һөйләй, үҙе иҙән таҡталарын шығырҙатып, тегеләй былай йөрөй.
Айытбай күршеһенең баҙы яғына күҙ ташланы. Ике ара стена, асыуым килмәгәйе, ярты метрҙан саҡ ҡына күберәк булыр, иҙән менән ер араһынғы тупраҡты төрткөләһәң, кеше һыйырлыҡ ара соҡорға була. Бәлки, күршеһенең баҙында берәр нәмә табылыр. «Чем, чёрт не шутит»!.. Айытбай ҡулдары менән ике аралағы ерҙе төрлө яҡҡа төрткөләй торғас, үҙе һыйырлыҡ ара яһаны һәм йылан кеүек шыуышып күршеһенең баҙына килеп тә төштө. Иң элек, күҙҙәре бер аҙ ҡараңғыға күнгәс, баҙҙың эсен байҡаны. Юҡ! Шешә-фәлән күренмәй.
Лариса, яңғыҙ ҡатын, кемдән йәшереп тотһон инде, уның бит тамаҡ төбөн сылатырға яратҡан Айытбайы юҡ. Ни эшләргә? Айытбай һаҡ ҡына баҙҙың ҡапҡасына һуҡҡыланы. Өҫтә яҡынлашҡан аяҡ тауышы ишетелде. Бына, баҙҙың ҡапҡасы асылып китте Лариса күренде.
Айытбай:
– Был мин! Лариса ҡурҡма! Күршең Айытбай! – тип көсһөҙ генә тауыш менән өндәште.
– Эй! Хоҙайым! Эй, Аллам! Бындай хәлдә һин ҡайҙан?
– Хәҙер! Хәҙер һөйләйем! Тәүҙә баҙыңдан сығайым.
Айытбай баҙҙа өҫтөн ҡаҡҡыланы ла бер ынтылыуҙа, зиндандан сыҡҡан тотҡон кеүек килеп тә сыҡты. Үҙе ҡалтыранған тауышына йәлләткес тойғолар өҫтәп:
– Уф! Үлеп кенә барам! Баш юнәтергә ине, юҡмы шунда берәр йөҙ граммдай, – тип ялбарып Ларисаға ҡараны.
– Бар, нишләп булмаһын, һинең өсөн, Айытбай табылыр, – тип, тумбочкаһынан бер шешә сәмәкәйҙе сығарып та ултыртты. Айытбайҙың ҡыуаныстан күҙ ҡабаҡтары асылып китте. Хужабикә, тоҙло ҡыярын да турап, ҡырлы йөҙ грамлы стаканды өҫтәлгә ҡуйҙы.