Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
20 Декабрь 2025, 22:00
1

Ҡыҙыл Таштың киләсәккә ишараһымы?

Беҙҙең Нөгөш буйында Ҡыҙыл Таш ҡаяһына ҡағылышлы ғәжәйеп тарих бар. Был тауға яҡын ике йылға аға: береһе — Суханыш (Үс ҡаныш), икенсеһе — Нөгөш.

Ҡыҙыл Таштың киләсәккә ишараһымы?
Ҡыҙыл Таштың киләсәккә ишараһымы?

Суханыш исеменең барлыҡҡа килеүе ошондай ваҡиғаға бәйле. Бер ҡалмыҡ егете Юрматы ырыуынан ҡыҙ урлаған. Ҡыҙҙың һөйгәне улар артынан ҡыуа төшкән. Юлда өс-дүрт йортло утарға еткән һайын: “Ҡалдыр!” — тип ҡысҡыра икән был (тирә-яҡтағы Ҡалдар исемле ауылдар атамаһы ошо ваҡиғанан таралған, тиҙәр). Ағиҙелде үтеп, Нөгөш буйына килеп еткәндәр. Нөгөш аръяғындағы бер бәләкәй йылға буйында егет быларҙы ҡыуып еткән. Алыш башланған. Ҡалмыҡ егете дошманын инде сәнстем тигәндә, һуңғыһының өҫтөнә эте һикереп өлгөргән. Үлемесле алышта еңгән егет йылғала йыуынған мәлдә бер ылау килеп туҡтай. Юлаусылар: “Был ниндәй үлтереш?” — тип һөрәнләй башлай. Юрматы егете: “Ә хәҙер үс ҡанды, туғандар!” — тип яуап биргән. Шул ваҡыттан алып әлеге йылғаны “Үсҡаныш” тип атай башлағандар. Был ерҙәргә урыҫтар килеп ултыра башлағас, уның исеме Суханыш булып киткән.
Әбет, Түбәнге Таш, Эткөсөк ауылдары Нөгөштөң һул яҡ ярында урынлашҡан. 1760 – 1800 йылдарҙа уң яҡ ярында урыҫ ауылдары барлыҡҡа килгән. Хлебодаровка урынында — Килтәй исемле башҡорт ауылы, Александровка урынында Сәңкем ҡарт ырыуы ултырған ауыл булған. Башҡорт ырыуҙары үҙ-ара һуғышҡанда, сәңкем ырыуы низағҡа ҡыҫылмайынса, хәҙерге Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы урынлашҡан ергә күскән.
“Ҡар иреһә — Нөгөш таша, ғауға булһа — сәңкем ҡаса” тигән әйтем дә шул замандан ҡалған. Сәңкем ҡарт иһә бик аҡыллы булған, ҡурҡаҡлыҡтан күсенмәгән, ырыуҙы һаҡлау маҡсатынан сығып эш иткән.
Нөгөш йылғаһының уң яғындағы ерҙәр бөтәһе лә Килтәй исемле ҡарттыҡы булған. Борон бында бик ҙур башҡорт ауылдары урынлашҡан. Тау һыртындағы боронғо зыярат, таш менән өйөлгән Әүлиә ҡәбере әле лә бар. Халыҡ был урында һаҡ йөрөй, ғибәҙәт ҡыла.
Килтәй исемле ауыл был тирәлә икәү. Береһе Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Йомағужаға ҡаршы, урынлашҡан булһа, икенсеһе — Нөгөш аръяғындағы хәҙерге Хлебодаровка.
Килтәй Үтәшев (1746 – 1822) Сәңкем-Ҡыпсаҡ волосы старшинаһы була. 1800 йылдарҙа Килтәй урыҫтарға ер һатҡан. Тәүҙә улар бер үгеҙ тиреһе тиклем генә ер һораған, аҙаҡ тирене нәҙек кенә итеп ҡырҡып, бер нисәһен ялғаған. Тире ахыр сиктә ете метрға еткән. “Тәүәккәлләнем, әйҙә алығыҙ!” — тигән Килтәй. Урыҫтар бер арба баҡыр аҡса менән иҫәпләшкән, тиҙәр. Әлбиттә, урыҫ аҙ ғына ер менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмаған, ата-бабаларыбыҙҙы эсереп, алдаштырып, Нөгөш йылғаһының уң яғын тотош үҙенә тартып алған. Халыҡ ҡартты ҡәһәрләгән. Килтәй иһә Ағиҙел йылғаһы буйындағы биләмәһенә күсеп киткән. Нөгөш буйы һатылғас, Ҡыҙыл таш тауы өс көн, өс төн ниндәйҙер сәйер тауыш сығарып геүләгән, аҙаҡ бейек тау ишелеп төшөп, ҡыҙыл ташлы ҡая хасил булған. Халыҡ фекеренсә, ер-һыу рухы был ҡылыҡҡа ризаһыҙлығын белдергән.
Ысынлап та, донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Килтәй ҡартты ерләгән ваҡытта ғәжәйеп хәл була. Уны ерләп, йыназа уҡығанда ер уйыла башлай. Халыҡ тиҙ генә ҡаса. Был тирә әле лә уйһыу булып ята. Халыҡ фаразлауынса, ер һатыусыға тәбиғәтебеҙҙең ҡәһәре төштөмө икән? Беҙ бындай ғибрәттән фәһем алырға тейешбеҙ. Ер-һыуҙарыбыҙға бер ниндәй ҙә байлыҡ та, аҡса ла торошло түгел. Бөгөн дә алыҫтан ҡыҙарып ҡарап торған Ҡыҙыл Таш тауы киләсәккә ишара яһай, халҡыбыҙҙы киҫәтә кеүек. Тәбиғәтебеҙҙең мөғжизәләре сикһеҙ, уларҙы ҡәҙерләй генә күрәйек.
Фирүзә АРЫҪЛАНОВА.
Мәләүез районы. Башҡортостан.24.01.2012

Автор:
Читайте нас