Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Декабрь 2025, 17:00
1

МӘКЕР ТОҘАҒЫ (Хикәйә)

Дәүләт әбейе яһап ултыртҡан сәйҙе ашыҡ-бошоҡ һемерҙе лә, үҙ алдына һөйләнгәндәй: – Юҡ башҡа эсмәйем – тип сынаяғын түңкәрҙе. Хуш итеп битен һыпырғас, ойоп ҡатҡан аяҡтарын көскә яҙып, урындыҡтан төштө.– Абау, бабай, ул ни иткәнең булды бөгөн, сәйемде мул һалып бешергәйнем, хәҙер уны кем менән эсәм инде, әрәм була бит, – тип көйәләнде әбейе.

МӘКЕР ТОҘАҒЫ (Хикәйә)
МӘКЕР ТОҘАҒЫ (Хикәйә)
– Көн боҙолорға тора, буран сығыр ахыры, һөйрәтеп алып килгән кәбән төбөндә бер күбәләй бесәнең ҡалды, буран сығып, улай-былай ҡар баҫып киткәнсе, алдырып ҡуй, – тигәйне Нурулланың уртансы улы, Ғәйнулла. – Шуны алып ҡайтып ҡуяйым.
– Әллә шул, бабай… яңғыҙыңа ғына ауыр түгелме? Күрше малайға әйт бик булмаһа, ат тотоп торһа ла һиңә ярҙам булыр.
– Күп нәмә ҡалмағандыр әле. Юнлеһен, мал-тыуарға ашарға ярарлығын ғына тейәйем. Кәбән төбөндә ергә һылашып ятҡаны бурһый, күгәрә, уларын алып тормайым, – тип әбейен тынысландырҙы.
Үрелеп мейес башынан быймаһын алып кейҙе, өҫтөнә ишек төбөндә элеүле торған бишмәтен һалғас, билен уңып төҫөн юғалта башлаған билбау менән быуҙы. Ул арала әбейе мейес кәштәһендә ятҡан тиренән тегелгән бейәләйен алып бабайына һуҙҙы.
– Үҙең йөндән бәйләгән бейәләйеңде лә бир, һәнәк һабын тоторға уңайлы. – Дәүләт уныһын да һорап алды. – Мин конный дворға атҡа барып киләм, йүнлеһе ҡалған булһа инде, – тип һөйләнә-һөйләнә сығып китте.

Сәлимә ҡабат ултырып бер сынаяҡ сәй эскәнсе, бабайы атын егеп ҡапҡаһы төбөнә килеп тә туҡтаны. Атты ҡапҡа бағанаһына эләктерҙе лә, кәртә-ҡураһы яғына үтеп бесәнлектән ҡыҫҡа ағас һаплы тимер һәнәген алды. Келәтен асып сөйҙә элеүле торған арҡанын яурыны аша һалды. Алып сыҡҡан кәрәк ярағын санаһына ырғытты ла, үҙ эшенән ҡәнәғәт ҡалып өйөнә инде.

– Йәтеш булды әле, конюх Хөснөлхаҡ үҙенең егеүле әҙер атын бирҙе. Аты йәш дыуамалыраҡ инде, әммә салт, ҡыуыу кәрәкмәй. Мин оҙаҡлап йөрөмәм, алыҫ ер түгел бит, төшкө сәйгә ҡайтып етәрмен Аллаһ бойорһа.
Дәүләт ҡарттың сабынлығы Өйәңке йылғаһы буйлап, ауылдан күп булһа ике-өс саҡрым ер булыр, Быйыл сабынлығында үлән, Сайырлы ауылы кешеләре әйткәнсә, бил быуарҙан булып үҫте. Дәүләт ҡарт ауылды сыҡҡас, көмөрө арҡаһын алға табан ҡуйып, санаға йәш саҡтарындағы кеүек ҡырын төшөп ятты.
– На... малҡай! Әйҙә, ҡартлыҡта бер елдереп ҡайтайыҡ, – тип дилбәгәһен ҡаҡҡайны, шуны ғына көткән кеүек көрән бейә ажарланып ҡышҡы юлдан алға ынтылды.
Эйе, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек, тик эҙе генә күренмәй. Дәүләт ҡарт менән әбейе Сәлимә һикһәнгә етеп килә. Аллаға шөкөр, әле икеһе лә шап-шаҡтай, бер-береһен ҡарап көңгөр-ҡаңғыр килеп донъя көтәләр. Балалары барыһы ла ауылда тормош ҡорҙо. Өлкәнерәктәре үҙҙәре әбей-бабай булды инде. Ейәндәре көндә тигәндәй килеп, утынын бысып, ярып, мал аҫтын таҙартып, һыуына тиклем ташып китәләр. Рәхмәт инде, аҡыл-тәүфиҡтары булһын, донъялар имен-аман торһон.
Әлегеләй күҙ алдында Сәлимәнең һылыу, йәш саҡтары. Дәүләт күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе, әммә ҡыҙ уға ҡараманы, күрше ауыл егете Усманға кейәүгә сыҡты. Ни яғы менән арбағандыр инде? Ҡыҙҙарына бер йәш тулғас, урманға өйлөк ағас кырҡырға барғанда, Усман ағас аҫтында ҡалып, фажиғәле һәләк булды.
Ә Дәүләткә, Сәлимә кейәүгә сығып күрше ауылға оҙатылып киткәс ҡояш һүнгән, донъя бөткәндәй тойолдо. Әллә ауылды ташлап баш һуҡҡан яҡҡа сығып китәргә инде, тип ниәтләгәйне, атаһының, “Сабыр бул улым, Сәлимәнән башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән. Бына Аллаһ бойорһа көҙгә кәләш әйттерербеҙ, тип китмәҫкә өндәне”.
Дәүләт йөрәгенең ярһыуын баҫырға, тештәрен шығырҙатып, урттарын сәйнәп үҙен тыйырға тырышты. Бер көндө шулай Дәүләт кис етеп, йәйләүҙән ҡайтҡас, атын Әселе йылғаһы аша сығарып, туғайлыҡҡа тышап ебәрҙе лә йылға аша сығып барғанда шишмәнән күнәктәренә һыу тултырып торған Сәлимәне осратты. Уны, кейәүгә сыҡҡанынан һуң тәүге тапҡыр күреүе ине.
Юғалып ҡалғандай булды, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Сәлимә эргәһенә килеп ҡулын һуҙҙы:

– Йә, иҫән-һаумы Сәлимә?

– Арыу ғына, үҙең ни хәлдә, ни эш бөтөрәһең?
Бер аҙ оялыбыраҡ, Дәүләт Сәлимәне ҡараштары менән баштан аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Сәлимә тулыланып, элеккегә ҡарағанда ла һылыуланып матурланып киткән кеүек, өҫтөнә кейгән еңел күлдәге, ҡыҫып бәйләгән биллеге, тулы кәүҙәһенә, ҡабарып 
торған түшенә бик килешеп тора.
Дәүләт:
– Беҙ ни колхоз эшенән айный алмайбыҙ, иртәнге ҡара таңдан, төн еткәнсе ҡырҙабыҙ, – тип үҙе кеүек барлыҡ кешеләргә эштең ҡағылышлы икәнлеген белгертеп яуап бирҙе.
– Ауыр ҡайғыңды ишеттем, күрәһеләрең шул булғандыр, башҡа ҡайғы хәсрәт күрергә яҙмаһын, ошоноң менән бөтһөн, – тип үҙенсә йыуатырға тырышты.
Ошо осорашыуҙан һуң йөрәгендә яңынан мөхәббәт уты тоҡанды. Дәүләт үҙенә урын тапманы, ятһа ла, торһа ла оҙон көн буйы күңелендә, йөрәгендә лә, уйында тик Сәлимә булды. Уның ҡайғылы моңһоу йөҙө, йомшаҡ ҡына итеп әйткән һүҙҙәре, һомғол буйы, күҙ алдында торҙо. Көҙ етеп көндәр тамам ҡыҫҡарғас, көтөүселәр малдарын ҡыуып йәйләүҙән ҡышҡылыҡҡа ауылға ҡайтты. Шул кисте Дәүләт Сәлимәнең ата-әсәләре йәшәгән өйгә юл тотто. Сәлимә ирен ерләгәс, бер йылға яҡын ҡайны, бейем йортонда йәшәне лә, үҙенә тейеш мал тыуарын эйәртеп, тыуған ауылы Сайырлыға, ата-әсәһе янына күсеп ҡайтты. Таныш йортҡа яҡынлашҡас, йөрәге урынынан сығырҙай булып дөп-дөп тибә башланы. «Нимә, мин бала-сағалай ебеп төштөм, әле? Уғыры кеүек, кеше күҙенә салынырға оялам”, тип үҙен шелтәләп, аҙымдарын шәбәйтте. Бәләкәй ҡапҡаны инеүгә, ҡаршы һынауны танып ҡойороғон болғап Муйнаҡ югереп килде:
– Онотмағанһың икән, маладис, – тип эттең башынан һыйпаны.
Ишек тотҡаһына ҡулы һонолғас, йөрәге тағы ла дөпөлдәй башланы. Ул икеләнде, элгәре Сәлимә кейәүгә сыҡмаҫ элек бөтөнләй икенсе ине. Ҡыҙ янына егет килә инде ул, тигән кеүек. Дәүләт бар ҡыйыулығын йыйнап ишек тотҡаһын үҙенә тартты...
Шул уҡ кистә ул Сәлимәне күреп һөйләште.
– Юҡ, Дәүләт, мин бит ирҙә булған балалы тол ҡатын. Ә һин кәләш алмаған егетһең, атай-әсәйең, туғандарың ни тиер бит, – тип тәҡдимде кире ҡаҡты.

Дәүләт күп уйлап торманы, тотто ла яусы ебәрҙе.

Дәүләттең атаһы ла, әсәһе лә ҡапылғара аптырауға ҡалдылар, бигүк риза түгелдәрен белгерткәйнеләр, улдарының: «Миңә, Сәлимәнән башҡа бер кем дә кәрәкмәй! – тип ҡырҡа яуабы, ризалашырға мәжбүр итте.
Көҙҙөң һуңғы көндәрендә бер аҙ ҡар яуып, аяҡ аҫты таҙарып, донъялар яҡтырып ҡалғас, туй яһанылар. Килен төшөрөп, һыу юлын күрһәтеп, барыһында шартына еткерҙеләр, кеше һөйләрлек булмаһын тинеләр. Ҡышты Сәлимәнең аталарында ҡышлап сыҡтылар ҙа, йәйгә сыҡҡас ҙур булмаһа ла бура бурап, өй һалып сыҡтылар.
Сәлимә уңған килен булды. Ҡатынына ла, уның ҡыҙы Фәғиләгә лә, Дәүләт бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәне, Сәлимәнең Фәғиләһен ара тирә: «Эй былай ҙа атаһына оҡшар икән, бәхетең генә булһын инде» – тип, яратыуы Дәүләтте уйға һалды, йөрәген ярһытты. Минең менән йәшәй, ә йөрәге менән һаман Усманын онота алмай, тип үрһәләнде. Сәлимә уны яратманы бит, уға ҡараманы ла, яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡты. Унан ҡыҙы бар. Бына бит нисек килеп сыға, барыһы ла һин теләгәнсе генә булмай икән...
Ә күңелең ятмаған, йөрәгең тартмаған кеше менән нисек ғүмер итмәк кәрәк һуң?..
Дәүләт хыялый кеше кеүек көн оҙоно көтөүҙә тик ошо турала ғына уйланы. Әммә быларҙың барыһын да үҙендә ҡалдырҙы, уйҙарын Сәлимәгә белгертмәне. Үҙен тынысландырҙы. Бына бөгөн-иртәгә атай булырға тора, онотолор барыһы ла. Сәлимәлә яңы тормошҡа ылығыр балалар тыуғас һөйөү хистәре тәрәнәйер.
Йәй аҙаҡтарында колхозға бесән әҙерләү тамамланғас, ауыл халҡына ла бесәнгә төшөргә рөхсәт булды. Өйгән күбәләре аҙна тирәһе баҫылып, кәбәнгә тартырлыҡ булғас, Дәүләт атын егеп арбаһына, һәнәк тырмаларын тейәп:
– Мин Таллы үҙәненә күбә тартырға барам. Һин өйҙә ҡал, йөрөмә, ваҡытың да еткән, донъя хәлен белеп булмай – тип бесәнгә барырға йыйынды.

– Барамсы, – нишләп бармай ти, күбә аҫтында ҡалған бесәнде тырмаһамда ярҙам булыр. Ялан күреп ҡайтырмын, – тип арбаға менде лә ултырҙы Сәлимәһе. Шуны ғына көткән кеүек Фәғилә лә әсәһенең эргәһенә арбаға үрмәләне.

Төш ауғансы Дәүләт күбәләрен аты менән кәбән төбөнә ташыны. Фәғилә ирмәк күреп арығансы күбәгә ултырып йөрөнө. Бына шул саҡ Дәүләттең башына көтмәгәндә бер мәкерле уй килде. Күңеле төбөндәге Фәғиләгә ҡарата булған һөйһөнмәүе яңырҙы. Әйтерһең дә ғәйепһеҙ ҡыҙ бала уларҙың икеһенең араһында кәртә булып тора, уларҙың бергә йәшәүҙәренә ҡамасаулай. Усмандың үлеүенә дүрт йыл ваҡыт үтте бит инде, ә Сәлимә ҡыҙына ҡарап Усманын һаман онота 
алмай.
«Әгәр ҙә етәкләп барған атты ҡапыл туҡтатһа, елгә елпелдәп барған бала, ат менән күбә араһына осоп төшәсәк. Күрмәгәнгә һалышып атты ҡыуалап алып китһәм, Фәғилә күбә аҫтында ҡаласаҡ. Бер ни тиклем ер үткәс, күбә аҫтында ышыртылып килгән бала сығасаҡ әммә иҫән ҡалыуына ышаныс юҡ»…
Был ҡурҡыныс уйынануның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Дәүләт атын аҙаҡҡы күбә төбөнә уҡтаты ла Сәлимәгә:
– Һин, бар, тырмаңды ал да арба торған яҡҡа атлай тор. Мин Фәғиләне күбәгә ултыртам да артыңса барып етәрмен.
– Ярар һуң шулай итәйем. Йыйған мәтрүшкәләремде рәтләп арбаға урынлаштырырмын, сәй эскән һауыт һабаларҙы ла йыйнарға кәрәк, – тип бер ни һиҙмәгән Сәлимә:
– Ҡыҙым, һин атайың менән бергә атҡа ултырып барырһың йәме, – тип ат тирәләй йүгереп уйнап йөрөгән ҡыҙының битенән суп иттереп үпте лә шәп-шәп атлап китеп барҙы.
Дәүләт Фәғиләне күбә башына мендереп ултыртты.
– Ныҡ тотон, йығылып ҡуйма, бәләһенән баш аяҡ, – тип юрамал Сәлимә ишетерлек итеп ҡысҡырып әйтте.
– На... малҡай, – тип атын ҡыуҙы.
Ҡара ат күбәне еңелсә генә тартып ҡуҙғалып китте. Бер аҙ үткәс, Дәүләт ни булһа ла булыр тине лә, атын шып туҡтатты. Уны быны көтмәгән бала ялп итеп күбә башынан алға табан осоп та төштө.
– Әйҙә малҡай, – тип бышылданы Дәүләт, атының ҡолағына әйткән кеүек.

Фәғиләнең «Ай», тип ҡысҡырған тауышы ярым ярты ғына ишетелеп күбә аҫтында ҡалды. Егерме-утыҙ аҙымдай атлағас, Дәүләт артына боролоп ҡараны, ла атын туҡтата һалып күбә эргәһенә югереп килде. Күбә аҫтынан ышырылып килгән бесәнгә уралған, биттәре ҡулдары үләнгә һыҙырылып ҡанап, танырлыҡ та булмаҫлыҡ хәлгә килгән Фәғиләнең йәнһеҙ кәүҙәһе ята ине.

Дәүләттең күҙ алдары ҡараңғыланып китте, йөрәге сығырҙай булып типте, аяҡ быуындары хәлһеҙләнде. Фәғилә янына сүгеп ултырҙы ла:
– Сәлимә, Сәлимә! – тип ҡырағай тауыш менән ярһып ҡысҡырып ебәрҙе.
Дәүләттең ер ярырҙай булып аҡырыуын ишетеп, Сәлимә ялт итеп тауыш килгән яҡҡа боролдо. Ниҙер булғанын һиҙеп, ҡулындағы мәтрүшкә бәйләме төшөп китте. Ул бар көсөнә, Дәүләт торған ергә югерҙе.
Фәғиләнең бысыранып, ҡанға туҙған йомғаҡ кеүек кәүҙәһен күргәс, күҙ алдары ҡараңғыланып йөрәге туҡтаған кеүек булды. Көскә ирендәрен ҡыбырҙатып:
– Ни булды Дәүләт? Ни эшләттең ҡыҙымды? – тип һорай һалды.
– Ни булғанын һиҙмәй ҡалдым бит Сәлимә, күрмәй ҡалдым! Ни эшләргә һуң? – тип күкрәгенә ҡыҫып тотҡан Фәғиләнең үле кәүҙәһенә ҡарап һүҙһеҙ ҡалды.
Сәлимә нисек арба янына атлап килгәнен, нисек арбаға менеп ултырғанын, нисек ауылға ҡайтҡанын, береһен дә хәтерләмәне, барыһы ла нисектер йоҡо аралаш күргән төш кеүек кенә тойолдо. Ҡыҙын ерләп ҡайтыуға ул ауырып китте, толҡағы башланды. Бына шулай икенсе балаһы, ир бала донъяға килде. Уға, мәрхүм ҡыҙының исеменә оҡшатып, яҡты иҫтәлегенә арнап Фәһим тип исем ҡуштылар. Дәүләт күңеленән ул исемде өнәп етмәһә, лә өндәшмәне, ауыр ваҡытта Сәлимәнең күңелен ҡырыуҙан ҡурҡты.

Ул ваҡытта закон һағында тороусо йәмғиәт әһелдәре лә, ауыл кешеләре лә, Сәлимәнең яҡын туғандары ла, ни булғанын ентекләп тикшереп-нитеп йөрөмәнеләр, Хоҙай биргән ғүмере шулай ҡыҫҡа булғандыр, барыһы ла Аллаһа Тәғәлә ҡушҡанса бит тип фарыз ҡылды. Хәйер участковой менән райондан килгән тәфшисе барыһын да ентекләп һорашып делоға теркәнеләр ҙә, был фажиғәле хәлдә Дәүләттең ғәйебе юҡ тип, делоны яптылар.

Бер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килделәр, улдары тыуҙы. Йылдар үтеү менән ул халыҡ күңелендә күңелһеҙ бер хәл-ваҡиға булып, тороп ҡалды. Әммә Дәүләттең күҙ алдында барыһы ла кисә генә булып уҙған кеүек һаҡланды. Ҡунаҡтарҙа арыу ғына һалдырып алған саҡта, Дәүләт теле сиселеп китеүҙән ҡурҡты, һәр ваҡыт үҙен-үҙе ҡулда тоторға тырышты...
Сәлимәһе тәүҙә ниҙер һиҙгән кеүек, иренә һорау ҡатыш текләп ҡарап аптыратты. Һис юғында Дәүләткә шулай тойолдо. «Дәүләт әйт дөрөҫөн мин бит барыһын да һиҙемләйем», тигән кеүек ине уның ҡарашы…
Бына ошо тәрән уйҙарҙы уйлап, ҡышҡы ҡар баҫҡан тауҙарға, яландарға ҡарап көрән бейәнең еңел генә юртҡанына, сананың ҡышҡы юлда ара-тирә шығырҙап ҡуйыуына ҡолаҡ һалып килә торғас, нисек итеп кәбән төбөнә еткәнендә һиҙмәне.
Дәүләт атын ҡайтыу яғына бороп ҡуйғас, ҡыҫҡа тунын сисеп ҡар өҫтөнә ырғытты ла, йәштәрсә еңеллек 
менән бесәнде санаға һелтәй башланы. Бер аҙ санаға тейәгәс, тапап төштө. Бесәненең йәшеле, мал ашарлығы уртаса йөктәй булды, ә ҡарайып бурһый башлағанын Дәүләт ҡарт тейәп торманы. Арҡан менән көсө еткәнсе тартып бәйләгәс, тунын йөк башына бәрҙе, һәнәген йөгөнөң урта тирәһенә ҡаҙап, атының һыртында ятҡан дилбәгәһен ҡулына алып йөк башына үрмәләп менеп ултырҙы.
Тунын кейгәс:
– На... малҡай, әйҙә ҡайтыу яғына, – тип күңелле һөрәнләне.
Бер аҙҙан тирләгән тәне, әллә арығанлығын тойоп йомшарҙы. Дәүләт ҡарт үҙе лә һиҙмәҫтән, йоҡоға ойоно.
Күпмелер ер үткәс, дилбәгәһе ҡулынан ысҡынып аҫҡа шыуып тәштө, шунан сана табаны аҫтына эләгеп аттың ауыҙлығын тартты. Көрән бейә дилбәгә тартылғас, атлап барған еренән ҡапыл туҡтаны.
Йоҡомһорап барған Дәүләт ҡарттың кәүҙәһе ялп итеп йөк башынан алға табан осоп төштө. Көрән бейә тертләп, бар көсөнә алға ырғыны һәм тәүҙә ҡуш аяҡлап сапты, шунан ярһыуы баҫылғас, атлауға күсте. Дәүләт ҡарттың кәүҙәһе күпмелер сана аҫтында ышырылып барҙы ла ҡышҡы ҡарлы юлда ҡанға батып йомғаҡ кеүек ятып ҡалды. Көрән бейә, ауыл урамы буйлап йөгө менән үтте лә, көндә кереп, сығып йөрөгән хужаһының ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны.

Быны тәҙрә аша күреп ҡалған Хөснөлхаҡ:

– Ай-һай, берәр хәл килеп сыҡҡандыр. Йә йөгөнөң башынан ҡолап ҡалған, йә көрән бейә ҡарттың йөк башына менеп ултырғанын көтмәй тайған, – тип һөйләнә-һөйләнә, мамыҡ һырмаһын ҡабаланып кейеп, тышҡа ашыҡты. Сана аҫтында һөйрәлеп килеп боҙланған дилбәгәне һөйрәп сығарҙы. Үрелеп йөктө ҡараны.
– Йә, инде һәнәге ҡаҙаулы тора, ә үҙе юҡ, – тип атын етәкләп Дәүләт ҡарт йәшәгән өй яғына атланы.
Атты кәртә эргәһенә килтереп туҡтаты ла өйгә ашыҡты. Хөснөлхаҡтың ҡабаланып килеп инеүенә Сәлимә әбейҙең ҡобараһы осто.
Хөснөлхаҡ бер-ике һүҙ менән хәлде аңлаты ла:
– Ни булғанын әйтеүе ҡыйын. Хәҙер, йөктө тиҙ генә бушатам да, эҙләп китәм, – тип тышҡа ашыҡты.
Хөснөлхаҡ йөктө һәнәк менән төртөп ауҙарҙы ла, санала үрә баҫып, ҡапҡанан елдереп сығып китте.
– Эй, Хоҙайым, тере генә булһын инде, – тип теләп тороп ҡалды Сәлимә әбей. – Әйттем бит инде яңғыҙың йөрөмә тип, тыңламаны, исмаһам күрше малайға әйтһә лә иптәш булыр ине…
Хөснөлхаҡ, Дәүләт ҡарттың бөгәрләнеп ҡатҡан үле кәүҙәһен санаға тейәп алып ҡайтҡанда, ҡышҡы ҡыҫҡа көн кискә табан ауышты. Уны ерләргә яҡын тирә ауылдарҙан да, килделәр. Өлкән быуын кешеләре, кесерәктәре лә, Дәүләт бабайҙың йәш сағында нисек Сәлимәнең артынан йүгергәнен, нисек өйләнгәнен, нисек Сәлимәнең бер гөнаһыҙ сабыйы, күбә тартҡан саҡта бесән аҫтында ҡалып, Дәүләт ҡарт кеүек фажиғәле һәләк булғанын – барыһын да күҙ алдына килтерәләр кеүек ине.
Ауыҙ асып әйтмәһәләр ҙә һис юғында, кешеләрҙең ауыр тойғоло ҡараштары быны әйткән төҫлө ине.
Авторы  - Хәмзә ИШДӘҮЛӘТОВ.
 
МӘКЕР ТОҘАҒЫ (Хикәйә)
МӘКЕР ТОҘАҒЫ (Хикәйә)
Автор:
Читайте нас