Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Декабрь 2025, 15:00
1

ӘСӘ МИҘАЛЫ

Ғәзинур кемдәрҙеңдер урамда һөйләшкән тауышын йоҡо аралаш ишетеп уянды. Бер-береһенә йәбешеп шешенгән күҙ ҡабаҡтарын көскә асҡас, хәтһеҙ генә түбәгә ҡарап ятты. Урамдан ишетелгән тауыштарға ҡолаҡ һалып тыңланы, әммә кемдәр икәне лә, нимә һөйләшкәндәре лә аңлашылманы. Шулай ҡыбырҙағыһы ла килмәй, ойоп ятҡандан һуң, башын тәҙәрә яғына бороп, тышты күҙәтте.Тышта салт аяҙ, ҡояшлы. Ҡояш нурҙарының тәҙрә аша үтеп, өй эсен яҡтыртыуын ҡарағанда, төш еткән ахыры, тип фарызланы. Кисә ни булғанын хәтеренә төшөрөп ҡараны, әммә башына бер ниндәй ҙә уй-фекер кермәне.

ӘСӘ МИҘАЛЫ
ӘСӘ МИҘАЛЫ
Түбә таҡтаһында бер-береһен ҡыуышҡан ике себендең, тегеләй былай осҡанын күҙәтте. Өйҙөң өрлөгөнә үрелгән үрмәксе ауына эләккән, рәшә себене, ауҙан ысҡына алмай, бар көсөнә, тоҙаҡтан ысҡынырға тырышып, тегеләй-былай тартҡылаша. Ғәзинур ынтылып ҡына ошо йән эйәһенә ярҙам иткеһе килде, тик үҙенең хәле мөшкөл. Ҡулдарына таянып, көскә, кәүҙәһен ятҡан урынынан айырҙы ла, аяҡтарын һәлендереп тороп ултырҙы. Тамаҡ төбө кипкән, башы зыңлап ауырта, күҙ алдында ҡара таптар өйөрөлөшә. Күңеле болғана, әйтерһең дә ашҡаҙанына йылан инеп оялаған да, бына хәҙер уңайлы ваҡыт еткәс, урынымдан сығып китәм, тигән кеүек тынғылыҡ бирмәй.
Урындыҡтан иҙәнгә төштө. Үҙенән, ҡул һуҙымы ғына ерҙәге мейескә, тотоноп ишек төбөнә ыңғайланы. Ултырғыстағы күнәктең эсенә күҙ һалды. Сүмес менән һыуҙы һоҫоп алып, бер тын эсендә эсеп бөттө. Сүместе дыңғырҙатып күнәктең эсенә төшөрҙө лә, ҡабат урындыҡҡа ауҙы. «Уф, Аллаһ!» – тип мығырҙанды көскә тауышын сығарып. «Уф, үләм, үләм», тип үҙ алдына һөйләнде. Салҡан әйләнеп ятты. Йәшләнгән күҙҙәрен еңенең осо менән һөрттө. Бер аҙ хәл кергәндәй булды. Урынынан торғоһо килмәһә лә, былай тик кенә ятыуҙан файҙа булмаҫ, тышҡа сығып, урамды ҡараштырайым, кемдәр икән уларҙың ҡапҡа төбөндә тауышланғандар?

Шуларҙыр, алып һатырҙарҙыр, көндә тиерлек киләләр. Өй алдында үҫкән йыуан ҡарт тирәктең күләгәһенә туҡталалар. Урынынан көскә тороп, тышҡа атланы. Бәләкәй ҡапҡа ярығынан урамды ҡараштырғас, элгәсен ысҡындырып, ҡапҡа алдына сыҡты.

Иң беренсе күҙгә ташланғаны, ағас күләгәһендә “Жигули” машинаһы тора. Уның алғы капоты өҫтөндә кейем-һалым ята, ә ситтәрәк йыуантыҡ кәүҙәле, сағыу төҫлө күлдәктә, ҡатын тора. Ҡояшҡа янып, ҡарағосҡол төҫкә ингән йөҙө, ҡолаҡтарындағы тимер сымды түгәрәкләтеп яһаған кеүек алтын алҡалары һәм бармаҡтарының һәр береһендә ялтыраған йөҙөктәренә ҡарағанда, сиған ҡатынына оҡшаған, тип вайымһыҙ ғына күҙ югертеп, үҙенсә һығымта яһаны Ғәзинур. Ҡапҡа эргәһендәге, таҡтаһы ел ямғырға ашалып, ҡырылып, серей башлаған эскәмейәгә ултырҙы. Ауыл урамының әле бер яғына, әле икенсе яғына күҙ һалды. Көн эҫе булғанға урам буш ине. Ағас күләгәһендә күк үләндә ятҡан ҡаҙҙарҙан башҡа, әҙәм заты күренмәй.
Һатыусы ҡатын Ғәзинурға текләп, күҙ һалғас:
– Әйҙә, әйберҙәр ҡара, берәр нәмә һатып ал. Һиңә ярарлыҡ салбар ҙа, күлдәк тә бар, ҡыйбат һорамайым, – тигән булып һүҙ ҡушты.
Ғәзинур: «Эйе, минең тышҡы ҡиәфәтемә ҡарағанда, бик аҡсалы кешегә оҡшағанмын шул, юрый мыҫҡыл иткән булалыр инде», – тип уйлап көлөмһөрәне лә бер һүҙ ҙә өндәшмәй ҡулын ғына һелтәне.
Ултыра торғас башына көтмәгәндә, иләҫ-миләҫ фекер килде. Кисәге эскәндән шешә төбөндә берәр йотом ҡалманымы икән? – тип уйлап, өйөнә табан атланы.
Кисә ул ҡояш байығас, келәткә инеп, бура төбөндә ҡалған бойҙайҙы ҡырып һепереп күнәккә тултырҙы ла, кәртә артынан, кәртүф баҡсаһы аша, Мәрзиә ҡарсыҡҡа китте.
Мәрзиә ҡарсыҡтың өйө Ғәзинурҙың өйөнән алыҫ түгел, өс өй аша ғына. Уны бер һүҙһеҙ аңлаған ҡарсыҡтан, бер күнәк бойҙайын, бер шешә көмөшкәгә алыштырғас, бар ҡыйыулығын йыйып, стакан һәм берәр һыныҡ икмәк биреүен дә үтенде. Ҡарсыҡ ул һораған әйберҙәрҙе ҡулына тотторғас, ҡыуанысынан күҙҙәрен йылтыратып, рәхмәт әйттелә сығырға ашыҡты. Мәрзиә ҡарсыҡтың, бағаналары сереп ер менән тигеҙләшә башлаған аласығының нигеҙ буйына ултырып, яртышар стакан һалып эскәс, ҡалғанын бөкөһөн тығып буш күнәгенә төшөрҙө лә килгән юлынан ҡайтып китте.

Һуңынан нимә булғанын ул бер нисек тә хәтеренә төшөрә алманы. Инде нисә көн үтте, уның тамағы йылы аш күргәне юҡ. Һуңғы тапҡыр, түбән оста йәшәүсе, үҙенән биш-алты йәшкә 
өлкән, ире үлеп ике балаһы менән етеш кенә донъя көткән Әҡлимәгә бесән өйөшөргә барғанда, туйғансы итле аш ашаны. Әҡлимә Ғәзинур алдында уңайһыҙланғандай:

– Йөҙ грамм һиңә һалмайым, үҙем эсмәйем, өйөмдә лә араҡыны һаҡламайым, әйҙә, туйғансы аша, һинең ни, юнләп ашағаныңда юҡтыр?
– Әсәйең, Хәҙисә инәй үлгәнгә лә ике йыл булғандыр? Бына бит әсәй булмағанлыҡ ни хәлгә төшөрә! Йә кәләш алмай йөрөйһөң һаман…
Өй соланының тупһаһына еткәс, аҙбар яғына күҙ һалды. Хәйер яртылаш емерелеп, бер яҡҡа ҡыйшайып ергә һылаша башлаған һарайҙың исеме генә ҡалып бара ине. Әсәһе иҫән саҡта, буралай һыйыр, биш-алты баш һарыҡ, кәзәләре бар ине. Ишек алды ҡош-ҡорт менән тулы булды. Бына әсәһе үлгәнгә ике йыл булып үтте, быларҙың береһе лә юҡ хәҙер. Һуйғанын һуйып ашап, һатҡанын һатып, тауыҡтарын көмөшкәгә алмаштырып, әсәһе иҫән саҡта йыйнаған донъянан, бына ошо ярым емерек кәртә, ҡура һәм өй генә урынында. Эх! Үәт шулай ул донъя, күҙ алдында шиңде, ямғыр һыуына интеккән сәскә кеүек ҡороно, тип үҙ алдына мөңгөрҙәп һөйләнде лә өйөнә инеп китте. Өҫтәл өҫтөндәге буш шешәне ҡулына алғас, күҙҙәренә яҡыныраҡ килтереп ҡараны, әммә шешә төбөндә бер тамсы ла ҡалмаған.

– Да..! – тип һуҙҙы Ғәзинур үҙ алдына. Тамсыһына тиклем һығып эскәнмен икән бер нәмәлә иҫләмәйем. Хәйер йоҡлап торғас онотолған инде. Ғәзинур буш шешәне өҫтәлгә туҡ иттереп ултыртты ла, хәле бөткәндәй, урындыҡҡа барып ултырҙы. Бер аҙ уйланып ултырғас, ҡарашы мөйөштәге һандыҡҡа төштө. Хәйер, һандыҡ эсендә лә йүнле әйбер ҡалмаған. Әсәһенең иҫән сағында һандыҡта һаҡлаған, төрлө-төрлө яулыҡтарын, ҡулъяулыҡтарын, таҫтамал-дарын үҙе гүр эйәһе булғас, хәйер-саҙаҡа итеп таратып бөттөләр.

Һандыҡ ҡапҡасын асҡас, иң беренсе күҙенә салынғаны, әсәһенән ҡалған, уртаса ҙурлыҡтағы, йәшел төҫтәге, шау сәскә биҙәге төшөрөлгән шәл булды. Ғәзинур һаҡлыҡ менән генә, шәлде ҡулына алды. Бер аҙ текләп ҡарап торғас, шәлде битенә яҡын килтереп, танау осона тейгеҙҙе. Уға әсәһенең ҡайнар тыны килеп бәрелгәндәй тойолдо. Күҙ алдына әсәһенең ошо шәлен ябынып ҡунаҡҡа, күрше-күләнгә сәйгә йөрөгән саҡтары салынып үтте. Сания апаһы шәлде, Ғәзинур мыртыйына әсәһенең иҫтәлеге булһын тип, һандыҡта ҡалдырғайны. Ғәзинур һаҡлыҡ менән генә шәлде урынына һалды. Тағын ҙур булмаған ҡул сәғәте ҡумтаһына оҡшаған һауыт сағылды. Ул ҡумтаны ҡулына алды ла һаҡлыҡ менән генә ҡапҡасын асты. Эсендә Герой әсәгә бирелә торған алтын миҙал. Уларҙың ғаиләһе ауылда иң ишлеләрҙән булды. Ун бала гөж килеп, сыр-сыулап, ошо өй эсен дыу килтереп үҫтеләр. Ғәзинур ғаиләлә иң кесеһе булғас, өлкән ағай-апайҙарын бик хәтерләмәй. Улар, ояларын ташлап осҡан ҡош балалары кеүек, төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышҡандар ине.
Иң өлкән ағалары Таһир менән Биктимер, Себерҙә, Нижневартовск ҡалаһында йәшәйҙәр, ике апалары Сания менән Миңлебикә күрше райондағы Тирәкле ауылында тормошта. Ғәзинурҙың әлегеләй хәтерендә, дүрт-биш йәшлек сағында, әсәһенең арҡаһынан тупылдатып яратып, “Бына был миҙалды алып биреүсе, һин инде, Ғәзинурым күҙ нурым”, – ти торғайны. Ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен ул, үҫә төшкәс кенә аңланы. Аталары Сынтимер ағай донъя ҡуйғанда, Ғәзинурға ун ике йәш ине. Ишле ғаиләле булһалар ҙа, ата-әсәләренең тырышлыҡтары арҡаһында, донъялары етеш булды. Үҫә барҙылар, ҡул араһына эшкә кереп, ярҙамсыл булдылар балалар...
Ғәзинур миҙалды алып, усына һалды. Төрлөсә әйләндереп, әле бер яғын, әле икенсе яғын ҡараны. Оҙоҡ ҡына уйланып торҙо. Әгәр сиған ҡатынына тәҡдим иткәндә, күпме аҡса бирер икән? Хәҙер ул миҙалдан кемгә ни файҙа? Әсәһе юҡ, атаһы юҡ, хатта уларҙың Йәнбәковтар ғаиләһененән ауылда Ғәзинур ғына тороп ҡалды, сит яҡтарға таралышып бөттөләр. Әгәр бер мең тирәһенә осорғанда, баш юнәтерлек рәт буласаҡ, магазиндан ашарға ла алырға була...
Ғәзинур һаҡлыҡ менән миҙалды ҡумтаға һалды ла тышҡа атланы. Ҡапҡанан сыҡҡас ағас күләгәһендә торған машинаға күҙ һалды. Алып һатырҙар машиналарына әйберҙәрен тейәп бөтөп, китергә йыйыналар ине.
Ғәзинур ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, ҡатындың эргәһенә килде лә, ҡумтаны һуҙҙы. Сиған ҡатыны;
– Нәмә ул? Нәмә уның эсендә? – Үҙе сәйер итеп, шикләнеп Ғәзинурға ҡараны.
– Сәғәтме? Сәғәт миңә кәрәкмәй.
Ғәзинур уңайһыҙланып, 
тотлоға-тотлоға:

– Ә һеҙ асып ҡарағыҙ. Мин былай ғына, һеҙгә күрһәтергә алып сыҡтым.

Сиған ҡатыны ҡумтаны асҡас, һүҙһеҙ генә ҡарап торҙо ла, машина эсендә ултырған иренә, үҙҙәренсә ниҙер өндәште. Ире ауыр кәүҙәһен көскә ҡуҙғатып, машинанан сыҡты. Ҡатынының эргәһенә килгәс, медальде тегеләй былай әйләндереп, үҙҙәренсә һөйләнеп ҡарай башланылар. Үҙ ара кәңәшләшкәс, сиған ҡатыны:
– Бер мең һумға алабыҙ, шунан артығын бирә алмайым, риза булһаң, – тине.
Ғәзинур һатыулашып та торманы, ризалығын белгертеп башын һелкте. Сиған ҡатыны, биленә бәйләгән сумкаһынан, ике биш йөҙлөк аҡсаһын сығарып, Ғәзинурға һуҙҙы.
Ғәзинур утлы ҡуҙға ҡулын һуҙған кеүек, тартынып ҡына аҡсаны алғас:
– Рәхмәт, – тине лә өйөнә табан атланы.
Кеҫәһенә төшөп ятҡан бер мең аҡсаға, ҡапыл да шатланған кеүек ине. Урындыҡта ултыра торғас, иҫенә килгәндәй ауыр ҡуҙғалып һандыҡ эргәһенә килде. Ҡапҡасын асып ҡараны, күҙҙәре таныш ҡумтаны эҙләне, әммә ул юҡ, бөтөнләй юҡ, әле генә бар ине, хәҙер юҡ. Ғәзинур ҡапыл иҫенә килгәндәй урамға югереп сыҡты, тик әле генә ағас күләгәһендә торған машинанан елдә иҫкән. Ул хәле бөткәндәй ҡапҡа төбөндәге эскәмәйәгә сүгәләне. Ғәзинурға һауа етмәгәндәй, тын алыуы ауыр булып китте. Әле генә бит донъя ҡайғыһыҙ, көндә килә торған ғәмһеҙ күренеш ине.
– Ни эшләнем мин? Ниндәй түбәнселеккә барып еттем! Әсәйемдең, атайымдың, бар ғаиләбеҙҙең ғорурлығы, ауылыбыҙҙың даны булған “Герой әсә” миҙалын бер мең һумға бер үткенсегә биреп ебәр инде. Ояты ни тора! Абзыйҙарым, апайҙарым ҡасан да булһа беләсәктәр бит? Ни тип яуап бирермен инде?
Ҡыҙыҡ күреп күрһәтергә алып сыҡҡан инем. Нишләп кенә ризалығымды бирҙем икән... Улар бит минең ҡулымдан тартып алманылар, үҙем риза булдым. Башты ташҡа бәреп булмай хәҙер, үкенһәң дә, үкенмәһәң дә. Терһәк яҡын да бит, тешләп булмай.
Ғәзинур ғәрлеккә түҙә алмай күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Башын аҫҡа эйгән килеш һулҡылдап иланы ла иланы.
...Эх әле генә булып үткән ваҡытты кире ҡайтарып булһа икән. Юҡ шул үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай, ер тырнап илаһаң да ҡабат әйләнеп килмәй, Хоҙай тарафынан яратылған донъяның үҙ тәртибе, үҙ законы.
Ғәзинур ауыр көрһөндө лә, урынынан тороп өйөнә табан атланы.
Авторы Хәмзә Ишдәүләтов.
 
ӘСӘ МИҘАЛЫ
ӘСӘ МИҘАЛЫ
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас