Таҙа булһа ла өйөн йыуып, тәҙрә быялаларын һөрткөләп, ишек алдын һепереп, ҡыйшая башлаған ҡапҡа бағанаһын кемгәлер әйтеп, турайтырып юнәттерҙе. “Хәниф улым заводта ҙур хужа булып эшләй, бәлки бергә эшләгән дуҫ-иштәре менән бергә килеп төшөрҙәр. Иптәштәре алдында уңайһыҙланыр балам”, – тигән булды. Ҡыш еткәс, соландағы өҫтәлен өйгә кереттереп урындыҡ эргәләп, тәҙрәгә яҡынайтып ҡуйҙыртты. “Миңә сәй эскәндә оло юлды, ауыл осон күҙәтергә уңайлы була“, – тигән булды мәрхүмә. Хәл ҡәҙәре ярҙам иттем инде Зәбиҙә апайға. Йылғанан бер күнәк һыуҙы үҙебеҙгә алып ҡайтһам, бер күнәк уға алып килдем. Мин дә бит хәҙер һыңар ҡул ҡалдым, береһе шыпа ла эшкинмәй. Һул ҡул менән бер нәмә лә тотоп булмай, – тип еңенең төймәһен ысҡындырып, сибек кенә булып ҡалған ҡулын күрһәтте күрше йәшәгән Фәһим бабай.
Хәниф башын түбән эйеп, эйәген устарына терәгән килеш, ҡарт һөйләгән һүҙҙәрҙе ярым-ярты ишетеп тыңланы. Уның күҙ алдына ошо өй ихатаһында югереп йөрөп үҫкән ғәмһеҙ бала сағы, әсәһенең иртәле кисле һыйыр һауып, малдарҙы көтөүгә ҡыуыуы, кис бергә көтөү ҡаршылауҙары, үҙенсә генә бер моң сығарып геүләгән сепарат тауышы ҡолағына сағылғандай булды, уйҙары буталды. Ул күҙҙәрен бер йомдо, бер асты, үҙе лә һиҙмәҫтән танауын мыш-мыш тартты.
Фәһим ҡарт йыуатҡандай:
– Ни хәл итәһең инде Хәниф улым, Хоҙайҙың яҙғаны шунан ғибрәт булғандыр инде, – тип үҙ алдына һөйләнде.
– Әйҙә бик кисләп китмәҫтән зыяратҡа, әсәйеңдең ҡәберлегенә барып киләйек, бик кискә ҡалырға ярамаҫ, – тине.
Хәниф ауырлыҡ менән урынынан торҙо.
– Әйҙә, улайһа барып киләйек, – тип Фәһим ҡарттың артынан эйәрҙе.
Фәһим бабай юл буйы үҙенең хәбәрен теҙҙе.
– Зәбиҙә апайҙы ерләргә бар ауыл килде тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Хәйер ауылда борондан, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙы һәр кем үҙенең изге бурысы, тип һанай, әйткәнде көтмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙ, булһын, аяҡтан йөрөгән ҡарт-ҡоро, зыярат ҡапҡаһына еткәнсе оҙатып киләләр. Зәбиҙә апай изге күңелле, йомарт, асыҡ йөҙлө, абруйлы булды, урыны йәннәттә булһын инде мәрхүмәнең.
Хәниф, зыярат ҡапҡаһына килеп еткәс кенә һиҫкәнеп киткәндәй, түбән эйеп килгән башын күтәреп тирә яғына, зыяратты уратып кәртәләгән ҡоймаға күҙ югертеп ҡараны.
Фәһим бабай зыярат ҡапҡаһын асып эскә табан үтте лә:
– Әйҙә, үт, бына ошонда булды инде әсәйеңдең мәңгелек йорто, – тип ҡара тупраҡ өйөмөнә ымлап күрһәтте.
Хәниф тамағына килеп тығылған төйөрҙә көскә йотоп ебәрҙе. Күҙҙәренән тәгәрләп төшөп килгән йәшен бала сағындағы кеүек ененең осо менән һөрттө лә, асыҡ ҡапҡанан эскә табан үтте. Ҡәбер тупрағы өйөмөнә, ҡәбер ташы урынына ҡуйылған ағас бағанаға ялпаҡлап сабылып, йәшел буяу менән яҙылған яҙыуға ҡарап, тын алырға ла ҡурҡып, таш һын кеүек ҡатты.
Йөрәгенең дөп-дөп итеп типкәнен тыңлаған кеүек, тәрән уйға ҡалып бер аҙ баҫып торғас, ҡәбер тупрағы өйөмө эргәһенә сүкәйеп ултырҙы ла, күҙ йәштәренә ирек бире. Усына йомарлап тупраҡ алып ҡәберлек өҫтөнә һалды ла һалды, туҡтай алмай һулҡылданы. Ситтән ҡарағанда оло кешенең тупраҡты устарына алып һибеүе, үҙенең һулҡылдап, тауыш тынһыҙ илауы бәләкәй баланың нимәгәлер үпкәләп һулҡылдап, ҡом өйөмөндә уйнауын хәтерләтә ине.
Фәһим бабай йәнәшә тубыҡланып ултырҙы ла, аят уҡыны. Уҡығас бер аҙ уйланып ултырҙы ла: “Илаһын, эсендә төйөр булып ятмаһын. Күҙ йәше ҡайғыны һыпырып ташламаһа ла бер аҙ еңеләйтә”», – тип фарызланы.